Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡы менән аралашты, бының өсөн тура бәйләнеш ойошторолдо. Һорауҙар алдан да әҙерләп ебәрелгәйне, шулай уҡ социаль селтәрҙәр аша тура эфирға ла килде. Шундай һорауҙарҙың береһе Илнур Рамазанов тигән кешенән булды. Ул Өфө тимер юлы вокзалында башҡортса иғландар булмауы, иҫкәртеү тик рус һәм инглиз телендә алып барылыуы тураһында хәбәр итте.
Радий Хәбиров шунда уҡ бының уның өсөн яңылыҡ булыуын билдәләне.
– Мин был турала беренсе тапҡыр ишетәм, эштең нимәлә икәнлеген асыҡлаясаҡмын. Беҙҙең аэропортта башҡорт һәм рус телендә иғлан итәләр. Быны шәхсән тикшергәнем бар. Әгәр тимер юлы вокзалында был юҡ икән, тимәк дөрөҫ түгел, – тине ул.
Фото: grain-prof.ru