Иртәгә, 21 февралдә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Башҡортостан Башлығы бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә иртәгә республикала ошо датаға арналған бик күп саралар уҙғарыласағын билдәләне һәм коллегаларын уларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Халыҡ-ара туған тел көнө 1999 йылдың 17 ноябрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре (ЮНЕСКО) буйынса 30-сы генераль конференцияһында тел һәм мәҙәни төрлөлөктө һаҡлау һәм үҫтереү, күп телле белем биреүгә ярҙам итеү маҡсатында билдәләнә.
Был көндө республика мәктәптәрендә линейкалар, биш минутлыҡтар, шулай уҡ кластан тыш саралар, милли кейемдәрҙә балаларҙы һәм уҡытыусыларҙы туған телдәге иртәнге сәләмләүҙәр ойошторола.
21 февралдә “Торатау” конгресс-холында “Әҙәбиәттә туған тел бөйөклөгө” әҙәби осрашыуы ойошторола.
Фото: скрин-шот.