21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнө. Ошо уңайҙан төрлө милләт вәкилдәренең үҙ телендә ҡотлауын тәҡдим итәбеҙ.
Халыҡ-ара туған тел көнө ЮНЕСКО Генераль конференцияһының 30-сы сессияһы ҡарары менән 1999 йылдың ноябрендә тел һәм мәҙәни төрлөлөктө һаҡлау маҡсатында булдырыла. Был көн тәү сиратта юғалыу хәүефе янаған телдәрҙе һаҡлауға иғтибарҙы йүнәлтергә тейеш. Белгестәр фекеренсә, әлеге ваҡытта телдәрҙең 40 проценты юҡҡа сығыу сигендә.
“Үҙенең әсә теленә булған мөхәббәтенә ҡарап, һәр бер кешенең мәҙәниәт кимәленә генә түгел, бәлки, уның гражданлыҡ ҡиммәтенә лә баһа бирергә мөмкин. Үҙеңдең илеңә ҡарата булған ысын мөхәббәтте туған телеңә ҡарата булған мөхәббәттән тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Үҙенең теленә вайымһыҙ ҡараған кеше - ул ҡырағай кеше. Ул - үҙенең асылы менән зарарлы кеше, сөнки әсә теленә ҡарата уның ғәмһеҙлеге үҙ халҡының үткәненә, хәҙерге хәленә һәм киләсәгенә ғәмһеҙ ҡарауҙан килә”. (К. Паустовский)
Мәғлүмәт: vk.com/topic-90379629_33716559
Фото: irzs.ru/events/news/detail.php?ID=19225