Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм - бергенәм
13 Декабрь 2023, 17:00

Башҡорт теле көнө нисек үтә?

Туған телебеҙгә арналған саралар быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелә.

Башҡорт теле көнө нисек үтә?
Башҡорт теле көнө нисек үтә?

Бына инде бишенсе йыл рәттән үткәрелгән Башҡорт теле көнө алдынан төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада сараларына ярашлы, республиканың белем биреү ойошмаларында «Башҡорт телендә һөйләшәм» тигән флешмоб ойошторола. Уҡыусылары менән бергә уҡытыусылар ҙа популяр "Башҡорт телендә һөйләшәм" йырын башҡарып, видеояҙмаларҙы социаль селтәрҙәргә һала.


Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы сәхифәһендә төрлө конкурстарҙа еңеп сыҡҡан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары тураһында мәҡәләләр урынлаштырыла.
Йыл һайын Башҡорт теле көнө БДПУ алдындағы майҙанда Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалыуҙан башлана. Һәр мәктәптә берҙәм башҡорт теле дәресе лә үтә.


Ошо уҡ көндә Өфөлә Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған "Остаз" конкурсының финалы ойошторола. Мәктәптәр араһында "Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты" ла билдәләнә.
Байрам көнө студенттар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, интеллектуаль уйындар, Аҡмулла олимпиадаһы, башҡортса КВН да була. Китапханалар, тарихи-мәҙәни үҙәктәр ҙә байрам сараларынан ситтә ҡалмай.


Милли йәштәр театрында – "Башҡорт телен өйрәнәм" спектакленең премьераһы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында – "Ай тотолған төндә" операһының концерт башҡарылышы, Башҡорт дәүләт академия драма театрында "Ете быуын. Һаҡлаусылар..." спектакль-вербатимы ҡуйыла.
Милли музей "Башҡорт халҡының этнографияһы" залы буйлап экскурсия, «Тел йәшәһә – халыҡ йәшәй» викторинаһын ойоштора. "Родина" кинотеатрында "Шағир көндәлеге" фильмын, "Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәтен ҡарарға мөмкин.


15 декабрҙә "Торатау" Конгресс-холында республикалағы, унан ситтәге башҡорт ҡоролтайҙарының етәкселәре һәм вәкилдәре осраша, ошонда уҡ С. Тавасиев исемендәге мәҙәниәт, гуманитар фәндәр һәм мәғариф өлкәһендәге йәмәғәт премияһының тәүге еңеүселәрен тәбрикләйҙәр. Башҡорт телен һаҡлауға йүнәлтелгән проекттар еңеүселәренә сертификаттар тапшырыу ҙа көтөлә.


Ғөмүмән, бөтә республика буйлап Башҡорт теле көнөнә арналған бихисап саралар үткәрелә.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: