Башҡорт теле көнөнә арнап, мәктәптәр араһында “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты” республика конкурсы ойошторолғайны. Бөгөн уның һөҙөмтәләре билдәле булды.
Конкурс туған телебеҙ уҡытыусыларының эшкә ижади ҡарашын үҫтереүгә, профессиональ йәһәттән камиллашыуына, кабинеттарҙың матди-техник базаһын нығытыуға, башҡорт телен уҡытыуҙа инновацион технологияларҙы ҡулланыуға булышлыҡ итеүгә йүнәтелгән.
Конкурста 10 еңеүсе асыҡланды:
– Дыуан районының Мәсәғүт гимназияһы; Белорет районынан Я. Хамматов исемендәге гимназия; Хәйбулланың Бүребай урта мәктәбе; Баймаҡтан Ярат урта мәктәбе; Илештән Үрмәт дөйөм белем биреү мәктәбе; Мәләүез районынан Нөгөш урта мәктәбе; Ҡариҙелдән Байҡыбаш урта мәктәбе; Сибай ҡала гимназияһы; Стәрлетамаҡ ҡалаһының 33-сө урта мәктәбе; Өфөнөң 114-се белем үҙәге.
Еңеүселәргә “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтарының телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы, 2024 йылға башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетына мультимедиа комплексы һатып алыуға сертификаттар тапшырылды.
Сығанаҡ: Республика Мәғариф һәм фән министрлығы.