Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм - бергенәм
15 Декабрь 2023, 23:00

Китапханалар Башҡорт теле көнөн әүҙем үткәрҙе

Китап күргәҙмәләре, тематик әңгәмәләр, мәғлүмәт сәғәттәре, викториналар, башҡа төрлө акциялар ҡатнашыусыларҙы йыйҙы.

Китапханалар Башҡорт теле көнөн әүҙем үткәрҙе
Китапханалар Башҡорт теле көнөн әүҙем үткәрҙе

Республикабыҙҙың төп китапханаһы – Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана, уның филиалдары, үҙәктәре, залдары Башҡорт теле көнөнә алдан уҡ әҙерләнә башланы. Мәҫәлән, 5 декабрҙә үк Балалар өсөн китап уҡыу үҙәгендә башланғыс кластарға “Сәсән бөйөклөгө” тигән видеопанорама үтте, ул халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың 135 йыллығына арналды.

12 декабрҙә Милли китапхана шулай уҡ билдәле сәсәнгә һәм Башҡорт теле көнөнә бәйләп, халыҡтың ауыҙ-тел ижадына арналған түңәрәк өҫтәл ойошторҙо, ә 13 декабрҙә Рәсәй ислам университеты студенттары өсөн лекция үткәрҙе.

Башҡорт теле көнөндә Балалар өсөн китап уҡыу үҙәгендә “Тылсымлы һүҙҙәр донъяһы” тигән уйын-викторинала өлкәндәр кескәйҙәрҙе байрамдың килеп сығыу тарихы, Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы, ижады менән таныштырҙы. Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре байрамға арналған квизда ла ҡатнашты.

Бөгөн Балалар өсөн китап уҡыу үҙәгендә Мөхәмәтша Буранғолов тураһында  “Башҡортостандың тәүге халыҡ сәсәндәренең береһе” тигән аудиоподкаст менән таныштырҙылар.

Башҡорт теле көнө республиканың һәр ҡала, районындағы китапханаларҙа төрлө саралар менән билдәләнде. Китап күргәҙмәләре, тематик һәм белем арттырыу әңгәмәләре, мәғлүмәт сәғәттәре, викториналар, башҡа төрлө акциялар ҡатнашыусыларҙы йыйҙы.

Мәғлүмәт һәм фотолар – Милли китапхана.

Китапханалар Башҡорт теле көнөн әүҙем үткәрҙе
Китапханалар Башҡорт теле көнөн әүҙем үткәрҙе
Китапханалар Башҡорт теле көнөн әүҙем үткәрҙе
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: