Бөгөн күптән түгел фронттан ҡайтҡан, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙә ҡыҙыҡлы пост яҙҙы. Ул башҡорт телен белеүҙең форонтта нисек ярҙам итеүе тураһында.
“Кисә бар республика менән башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ. Акция 10-сы тапҡыр үтте, уның аудиторияһы һәм географияһы киң. Беҙ был сарала башланғыс хәрби әҙерлек үткән Мәләүез һәм Белорет районы егеттәре менән “Патриот” паркы майҙансығында ҡатнаштыҡ.
Юлда, диктантҡа китеп барған саҡта тыуған телде белеү фронтта нисек ярҙам итеүе тураһында төрлө хәлдәрҙе иҫкә төшөрҙөк.
Полкта элемтәселәрҙең мәғлүмәтте Рәсәй халыҡтары телдәрендә тапшырырға тырышыуы тураһында тарихтар күптәргә билдәлелер тип уйлайым. Шул уҡ ваҡытта бер эш башҡорт йәки татар телендә булһа, икенсеһе, мәҫәлән, тыва телендә. Бик һирәк осраған һәм бигерәк ҡатмарлы тел, дошман үҙе араһынан тәржемәсе таба алмаҫлыҡ.
Бер ваҡыт минең менән бер хәл булды, унда башҡорт телен белеү һәм татар телен аңлау беҙгә ярҙам итте.
Бригада командирының ниндәй йомошо менән сығыуыбыҙҙы аныҡ ҡына иҫләмәйем, тик беҙгә башҡа һәм фронттың беҙҙән алыҫ булған участкаһына барып бер майорҙы табырға кәрәк ине. Биш-алты сәғәт барырға, команда пунктының “х” һәм “у” буйынса координаталарын алғас, беҙ юлға сыҡтыҡ.
Йыш ҡына булғанса, координаталар бик дөрөҫ булмай сыҡты, ҡыҫҡаһы, аҙаштыҡ. Был урын беҙгә таныш түгел, һуғыш линияһының ҡайҙан үткәнен дә аңламай инек. Ҡараңғы төштө. Ниндәйҙер бер юлға килеп сыҡтыҡ. Рәсәй номерҙары менән хәрби йөк машиналары торғанын күреп ҡалдыҡ, янында унлап хәрби кеше. Улар янына барҙыҡ.
– Иҫәнмеһегеҙ, ағай-эне, беҙ бында аҙаштыҡ, ярҙам итә алмаҫһығыҙмы?
– Һаубыҙ, ә нимә кәрәк?
– Шул-шул полктың команда пункты ҡайҙа икәнен белмәйһегеҙме?
Шул саҡта бер төркөм хәрбиҙәр һағайып ҡалды, уларҙың өлкәне автоматын миңә төбәне лә: "Ә һеҙ кем булаһығыҙ?" - ти.
"Лейтенант Бадранов, 72-се бригада" – тип яуаплайым мин. Хәрбиҙәр төркөмө был мәлгә автомобилебеҙҙе уратып алды, барыһы ла беҙҙе прицелда тота. "Ниндәй уяу яугирҙәр" тип уйлап ҡуйҙым мин, оло йәштәгеһе менән һөйләшеүҙе дауам итеп.
– Документтарығыҙҙы күрһәтегеҙ, иптәш лейтенант, – тип әмер бирҙе иң өлкәне.
Шул саҡта был кешенең русса бик таныш һәм яҡын акцент менән һөйләшеүен һиҙеп ҡалдым.
Башҡортса "Башҡортостанданмы?" тип һорарға ҡарар итәм. Ул татарса яуап бирә: "Пенза татарҙары беҙ".
Хәл шунда уҡ яйға һалынды. Егеттәр автоматтарын алып ҡуйҙы. Артабан һөйләшеү дуҫтарса юҫыҡта барҙы. Пенза татарҙары ашарға һәм йоҡларға тәҡдим итте, полктың команда пунктына иртән барып етергә кәңәш итте. Документтарыбыҙҙы ентекләп өйрәнгәс, аныҡ координаталарҙы бирҙеләр.
Фронтта тәүлектең ҡараңғы ваҡытында һәм хәрби көсөргәнешлек шарттарында "үҙеңдеке” менән "дошман"ды билдәләргә ярҙам итеүсе мәҙәни-ара коммуникация тарихы бына шундай.
Бөтәгеҙгә лә изгелек һәм телдәр белеүҙе теләйем”, – тип яҙҙы Азат Бадранов.
Фото: Азат Бадрановтың сәхифәһенән.