Төрлө телдәргә өйрәтеүсе "Туған тел" ҡушымтаһында башҡорт теле лә барлыҡҡа килде. Уның ярҙамында телде тиҙ һәм еңел генә өйрәнергә мөмкин. Бының өсөн көнөнә ни бары биш минут ваҡыт бүлеү етә.
Ҡушымтаны Foundarium венчур стартап-студияһы генераль директоры Вахтанг Тужба булдырған. Проектты тормошҡа ашырыуҙа 50-нән ашыу эксперт-лингвист, методист һәм психологтар командаһы ҡатнаша.
– Беҙ «Туған тел»де булдырғанда ҡулланыусылар тарафынан уңайлы һәм уңышлы тип табылған Duolingo ҡушымтаһын нигеҙ итеп алдыҡ. Уны төрлө халыҡтар телдәре өсөн ҡулайлаштырҙыҡ һәм тел буйынса ун курс сығарҙыҡ та инде. Хәҙер "Туған тел" проектында башҡорт теле лә бар, – ти ҡушымта авторы Вахтанг Тужба.
1000 кеше ҡатнашҡан һорау алыу һөҙөмтәһе буйынса, “Туған тел” ҡушымтаһы телде өйрәнеүҙең иң һөҙөмтәле һәм ҡыҙыҡлы ысулы тип баһаланған. Аудио- һәм видеодәрестәр, интерактив квестар, ҡыҙыҡлы тарих һәм йолалар – улар туған телде өйрәнеүҙе еңел һәм уңайлы итә.
«Туған тел» ҡушымтаһында бөгөн 10-дан ашыу телде өйрәнергә мөмкин. Бөгөнгә программаға 1000-гә яҡын интерактив дәрес һәм күнекмә индерелгән. Уның менән 100 меңдән ашыу кеше файҙалана. Айфон һәм андроид өсөн версиялар эшләнгән (https://rodnoy.fun/).
– “Туған тел” ҡушымтаһында бөгөн башҡорт теле буйынса 20 дәрес бар. Милли кейемдәге геройҙар башҡорт теленә интерактив форматта өйрәтә. Дәрестәрҙе Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды хеҙмәткәрҙәре әҙерләй. Был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ. Әгәр ҡушымта өсөн сифатлы контент булдырыуҙа ярҙам итергә теләүселәр булһа, һәр саҡ шатбыҙ, уҡытыусыларҙы хеҙмәттәшлеккә саҡырабыҙ, – ти Фонд директоры Гөлназ Йосопова.
Мәғлүмәт сығанағы, һүрәттәр: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды.