Бөтә яңылыҡтар

Дим Мәннән, Ирек Атанов һәм Ғәзинур Биктимеров үлгәндән һуң халыҡ артисы булды

Был видеола Димдең улы Йософ йырлай...

Дим Мәннән, Ирек Атанов һәм Ғәзинур Биктимеров үлгәндән һуң халыҡ артисы булды
Дим Мәннән, Ирек Атанов һәм Ғәзинур Биктимеров үлгәндән һуң халыҡ артисы булды

Бөгөн Өфөлә "Дәрүиш Рухы+" рок-концертында башҡорт рок-музыкаһы үҫешенә булышлыҡ иткән ижадсыларға дәүләт наградалары тапшырылды.

"Башҡортостандың халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исем өс мәрхүм артисҡа – "Рух" төркөмөнөң ойоштороусыһы Ғәзинур Биктимеровҡа, шул уҡ төркөмдөң йырсыһы Ирек Атановҡа һәм "Дәрүишхан" төркөмөнөң элекке солисы Дим Ҡоләхмәтовҡа (Дим Мәннән) бирелде. Дәүләт наградаларын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаевтың ҡулынан мәрхүмдәрҙең яҡындары алды.

"Башҡортостандың халыҡ артисы" исеме шулай уҡ Республика халыҡ ижады үҙәге артисы, "Дәрүишхан" төркөмөнә нигеҙ һалыусы Альберт Ғәббәсовҡа тапшырылды.

"Рух" төркөмө етәксеһе Юлай Асҡаровҡа, Хәйбулла районы Маҡан ауылының мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Сергей Захаровҡа – "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре", "Дәрүишхан" төркөмөнөң хәҙерге солисы Ринат Зариповҡа – "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.

Дим Мәннән, Ирек Атанов һәм Ғәзинур Биктимеров үлгәндән һуң халыҡ артисы булды
Дим Мәннән, Ирек Атанов һәм Ғәзинур Биктимеров үлгәндән һуң халыҡ артисы булды
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: