“Родина” кинотеатрында “Торналарым” (“Журавли мои”) документаль фильмының премьераһы үтте. Ул күренекле башҡорт телсеһе Ғаббас Йәғәфәр улы Дәүләтшингә арналған. Сәйәси золом ҡорбанына әйләнгән ғалим – башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыуға, уны артабан үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхес. Беренсе башҡорт теле китаптары, орфография һүҙлегенең һәм вуздар өсөн уҡыу ҡулланмаһының авторы. Тыумышы менән – Һамар өлкәһенең Таш-Күстән ауылынан.
Фильмды ғалимдың ейәнсәре – кино режиссеры, сценарийҙар яҙыусы, продюсер һәм Рәсәйҙең Кинематографистар союзы ағзаһы Элла Дәүләтшина төшөргән. Ул Новосибирскиҙағы документаль кино музейына етәкселек итә.
Фильмды төшөрөү өсөн режиссер Санкт-Петербургка бара, ғалимдың тыуған яҡтарында була. Таҫмала башҡорт халыҡ көйҙәре, милли музыка ҡоралдары яңғырай.
Фильмда ул осор башҡорт мәҙәниәте, Лев Толстойҙың Башҡортостанға килеүе, уның менән таныш булған кешеләр тураһында ла һөйләнелә. Иң мөһиме, әлбиттә, уның тарихи хәҡиҡәт тантана итеп, исеме һуңғы йылдарҙа асылған ҙур башҡорт ғалимының тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында бәйән итеүе.
Документаль киноны тәүгеләрҙән булып ҡарарға килеүселәр араһында Дәүләтшиндәр нәҫеле вәкилдәре лә булды.
Фото: vk.com/kurultaibashkir
Мәғлүмәт: https://mgazeta.com/news/novosti/2024-12-12/...