Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм - бергенәм
14 Декабрь , 00:10

Өйҙә башҡортса һөйләшәбеҙ

14 декабрҙә Башҡортостанда Башҡорт теле көнө билдәләнә Был иҫтәлекле көн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың 2019 йылдың 29 октябрендәге ҡарары менән башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында булдырылды. Байрам күренекле башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнала.

Өйҙә башҡортса һөйләшәбеҙ
Өйҙә башҡортса һөйләшәбеҙ

“Балалар телде белһен өсөн өйҙә башҡортса аралашабыҙ, төрлө конкурста ҡатнашабыҙ, "Аҡбуҙат", "Аманат" журналдарын, "Йәншишмә" гәзитен алдырабыҙ һәм шуларҙы үҙҙәренән уҡытабыҙ. Улыбыҙ башҡорт телендә үҙенең блогын алып бара, видеоға төшөү телдәрен ныҡ шымарта.

Балалар рус балалар баҡсаһына йөрөнө, рус мәктәбендә уҡый. Был үҙебеҙҙең телде өйрәтеүҙә бөтөнләй ҡамасау түгел, иң мөһиме ул күңелдәрендә булһын, бәләкәйҙән һеңдерелһен”, - тип үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты Өфө ҡалаһында йәшәгән Нурзиә менән Рөстәм Хәсәновтар. Әйткәндәй, Нурзиә "Башҡортостан" гәзитенең әҙәбиәт бүлегендә эшләй, ә Рөстәм Рафиҡ улы юғары уҡыу йортонда белем бирә.

Улар Ғаилә йылында “Һаумы, һаумы, әкиәт!” донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡарыу конкурсында гран-при яулағайнылар. Рухлы, бар яҡлап һәләтле, белемгә ынтылыусан ғаиләгә именлек, бәхетле тормош, артабан да уңыштар теләйбеҙ.

Фото һәм видео Нурзиә Хәсәнованың шәхси архивынан. 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: