БР Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә бихисап саралар планлаштырылған.
Төп саралар иҫәбендә – БР Башлығы Радий Хәбировтың милли һәм полилингваль мәктәптәр директорҙары менән осрашыуы, “Берләштергән тел. Туған телдең йәмғиәт тормошондағы роле” һәм “Рәсәй – халыҡтар йорто” тигән этнодиктант. Мәктәптәрҙә “Тел – халыҡтың тарихы” игән темаға класс сәғәттәре, линейкалар үтте лә инде.
“Китап” нәшриәте яҙыусылар менән осрашыу үткәрә, Дүртөйлөлә республика кимәлендәге “Халыҡ шағиры” әҙәби-ижади конкурсы уҙа – ул Назар Нәжмиҙең әҙәби мираҫына арнала.
Башҡортостандың тарих-мәҙәниәт үҙәктәрендә төрлө саралар, социаль селтәрҙәрҙә флешмобтар – шул иҫәптән республика кимәлендәге лә, башҡорт телен белеү буйынса конкурс ойошторола.
22 февралдә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры “Урал батыр эҙҙәренән” тип аталған интерактив квест үткәрә.
(Иллюстрация өсөн фотолар Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды төркөмөнән алынды).