Башҡорт теле – заман талабы
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезы барышында республика Башлығы, балаларҙы туған телде өйрәнергә мәжбүр итеүҙе туҡтатығыҙ, уның урынына, башҡорт телен кәрәкле итергә һәм модаға индерергә кәрәк, тигәйне. Ысынлап та, һуңғы бер-нисә йыл эсендә Башҡорт теле әүҙем һанлашыу өҫтөндә. Унан ҡала, йәмғиәттә лә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн телде популярлаштырыу йәһәтенән бик матур саралар, проекттар тормошҡа ашырыла.
Был юҫыҡта “Мөхит” балалар мобиль тирмәһе проектының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ул уҙған йыл Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса 2,3 миллион һумлыҡ Башҡортостан Башлығы грантын отҡайны. Проектты Этномәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ”Һомай” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма әҙерләгән. Программа 5-14 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән һәм, конкурс шарттарына ярашлы, 2024 йылдың июленән 2025 йылдың майына тиклем үткәрелде.
“Мөхит” мобиль тирмәһе – милли мәҙәниәтте өйрәнеү майҙаны
– Әлеге ваҡытта Өфөлә балалар өсөн башҡорт мөхите булған үҙәктәр, мөйөштәр, майҙандар юҡ. Йәмәғәт урындарында, күңел асыу комплекстарында, мәҙәниәт йорттарында ата-әсәләр балаларын оҫталыҡ дәрестәренә йәки өҫтәл уйындары уйнарға ҡалдыра алырлыҡ милли йүнәлештәге үҫеш һәм күңел асыу бүлмәләре юҡ. Ә иһә “Мөхит” кеүек мобиль тирмәләр аша үҙ халҡыңдың мәҙәниәтенә, теленә, тарихына ҡыҙыҡһыныу тыуҙырып балаларҙа илһөйәрлек, туған телде өйрәнеү теләген формалаштырырға мөмкин, – тип билдәләне Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова.
Йәмғиәтебеҙҙәге был проблеманы хәл итергә тырышып, әүҙем йәштәр төрлө байрамдарҙа, форумдарҙа, фестивалдәрҙә, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында “Күсмә тормош алып барған” башҡорт мөхитен булдырыусы мобиль тирмә идеяһын уйлап тапҡан.
– Мобиль тирмәләрҙә, балалар мауыҡтырғыс һәм иркен формала, ә иң мөһиме, заманса шарттарҙа башҡорт телен өйрәнде. Бындай уйын мөхитендә булыу стандарт белем биреү учреждениеларының ҡалыптарынан күпкә айырылды, әлбиттә. Сөнки тышҡы яҡтан "Мөхит" ярым тирмә кеүек төҙөлдө, ә эстән стеналары башҡорт көнкүрешенең традицион әйберҙәре: келәмдәр, һандыҡ, милли кейемдәр, уҡ-һаҙаҡ, кейеҙ менән биҙәлде. Шулай итеп, туған тел ул – аралашыу һәм тирә-яҡты танып белеү генә түгел, ә милли мәҙәни йолаларыбыҙҙы өйрәнеү, тергеҙеү һәм һаҡлау сараһы ла бит, – тип билдәләне проект етәксеһе Айбулат Йәмилев.
Тирмә эсе, ысынлап та, милли стилдә йыһазландырылһа, экран, тауыш аппаратураһы, микрофон кеүек заманса ҡоромалдар ҙа үҙ урынын тапҡан. Тирмәлә бөтә кәрәкле дидактик әсбаптар, уҡыу материалдары һәм башҡорт телендә өҫтәл уйындары урын алған. Бында төрлө йүнәлештә эш алып барылған: лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, практик дәрестәр, уйындар йәки башҡорт телен уҡытыу дәрестәре.
Башланғыс этапта проект Өфөлә тормошҡа ашырылған. Грант сиктәрендә баш ҡаланың төрлө урындарына танышыу программаһы менән 10 сәфәр үткәрелгән, унда өс меңдән артыҡ бала ҡатнашҡан. Шулай уҡ мәктәптәр һәм балалар баҡсалары ла әүҙемлек күрһәткән. Әлегә был пректтың беренсе этабы тамам, әммә киләсәктә уны тағы ла башларға ниәт итә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының әүҙемдәре.
Әйткәндәй, 2021-2024 йылдарҙа Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды коммерцияға ҡарамаған һәм автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән берлектә Башҡортостан Башлығы гранттары аҡсаһына башҡорт телен әүҙемләштереү һәм киң йәйелдереү менән бәйле бөтәһе 16 проектты тормошҡа ашырҙы.
– Башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн күп эш алып барабыҙ, айырыуса балалар һәм йәштәр араһында. Улар – яңы, заманса уҡытыу алымдары, мәктәптәрҙә йәш уҡытыусылар, киң мәғлүмәт сараларында сағыу проекттар, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға гранттар. Мәҫәлән, халыҡ-ара диктант быға асыҡ миҫал, – тип Радий Хәбиров башҡорт телен үҫтереү буйынса тормошҡа ашырылған проекттарҙың мөһимлеген билдәләне.
Шулай уҡ ике йыл эсендә Башҡорт телен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә теләгән һәр кемгә үҙ идеяһын проект итеп рәсмиләштереп финанс ярҙамы алырға мөмкинлек булды. Был юҫыҡта бөгөнгә 10 еңеүсенең проекттары тормошҡа ашырылған да инде. Улар араһында – урам акциялары, балалар өсөн саралар, интернетта башҡорт телен популярлаштырыу буйынса сифатлы контенттар. Ысынлап та, әгәр интернетта үҙ телебеҙҙәге вирустай таралған бер видеоны ғына биш миллион кеше ҡарай икән, тимәк, телебеҙ модала һәм заман ҡуйған яңы кимәлдә лә үҙ урынын тапҡан тигән һүҙ бит.
Фотолар: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының матбуғат хеҙмәте.