Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм - бергенәм
25 Декабрь 2025, 18:35

Телебеҙҙе үҙебеҙ күтәрәйек

Ултырышта иң грамоталы муниципаль берәмектәр иғлан ителде.

Телебеҙҙе үҙебеҙ күтәрәйек
Телебеҙҙе үҙебеҙ күтәрәйек

Бөгөн Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы республика законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияһы ултырышы үтте.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, комиссия рәйесе  Урал Килсенбаев сараны асып, быйыл комиссияның  әүҙем эшләүен, даими рәүештә ултырыштар уҙғарылыуын билдәләне. Шул уҡ ваҡытта йылдың тос уңыштары тураһында ла белдерҙе.

– Һөҙөмтәләргә килгәндә, “Башперевод” тигән махсус ҡулланма эшләй башланы. Ниндәйҙер тексты йәки предприятие исемен тәржемәләү өсөн унда мөрәжәғәт итергә мөмкин.  “Башперевод” автоматлаштырылған һанлы системаның  булдырылыуы дөрөҫ итеп тәржемәләүгә юл аса, – тине ул. Шулай уҡ республикабыҙ кимәлендә “Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан” тигән чат-бот булдырылыуының да алтаҡталарҙағы хаталарҙы төҙәтеүгә булышлыҡ итеүе тураһында ла әйтте.   

2026 йылда Комиссия эшенә тәҡдимдәр индереү хаҡында Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, комиссия рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина бәйән итте. Шул уҡ ваҡытта ул дөрөҫ итеп тәржемә ителгән алтаҡталар, урам исемдәре, башҡа атамаларҙың тәүге сиратта үҙебеҙгә, йәшәгән еребеҙгә ҡарата хөрмәт билдәһе булыуын да белдерҙе.

– Дәүләт һәм туған телдәрҙе яҡлау, һаҡлау, үҫтереү, ҡурсалау - беҙҙең комиссияның төп бурыстарының береһе. Телдәр – улар кеше һымаҡ. Яратһаң, ҡараһаң, ҡурсалаһаң, улар үҫешә. Әгәр битараф булһаң,   аҡрынлап һүнәләр, хатта юғалыуҙары ихтимал. Беҙ күп телле, күп милләтле республикала йәшәйбеҙ. Һәр бер телебеҙ баһалап бөткөһөҙ ҡиммәт. Әлбиттә, ул тейешле кимәлдә өйрәнелергә, уҡытылырға, аралашыу ысулы булырға тейеш. Шуны билдәләү мөһим,  телдәрҙе өйрәнеү системаһында ата-әсә ирекле рәүештә балаларының яҙмышын һайлай. Беҙҙең республика кимәлендәге һәм урындағы комиссиялар ошо юҫыҡта маҡсатлы эш алып барырға тейеш. Мәктәп директорҙары, ата-әсәләр менән һөйләшеп, уларға телдең ҡиммәтен ныҡлап аңлатыу мөһим.

Ике дәүләт телендә хаталар менән яҙылған алтаҡталарға, юлдағы күрһәткестәргә лә беҙ иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел. Сөнки алтаҡталарҙың дөрөҫ яҙылыуынан телгә, үҙеңә, тыуған ауылыңа, ҡалаңа, урамыңа хөрмәт башлана.

2026 йылда республика комиссияһының ултырышын райондарҙа үткәреү бурысы тора. Төрлө яҡлап алып барылған системалы эш мотлаҡ матбуғат сараларында ла күрһәтелергә тейеш. Ҡулда телефон, планшет булһа ла, интернет даирәһендә йәшәһәк тә, телевизор ҡараусыларыбыҙ, радио тыңлаусыларыбыҙ, гәзит-журнал уҡыусыларыбыҙ бар. Минең уйлауымса, электрон мәғлүмәт саралары тере журналды, гәзитте, тапшырыуҙарҙы ҡыҫырыҡлап сығара алмай, – тине Зөһрә Рәхмәтуллина.

Сараның иң йәмле өлөшө “Башҡортостандың иң грамоталы муниципаль берәмеге” конкурсының еңеүселәрен тәбрикләү булды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова быйыл февраль айында, халыҡ-ара туған телдәр көнөндә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма тарафынан беренсе тапҡыр “Башҡортостандың иң грамоталы муниципаль берәмеге-2025” тигән конкурс иғлан ителеүен белдерҙе.

– Конкурстың төп маҡсаты – Башҡортостандың дәүләт телдәре булараҡ, башҡорт һәм рус телдәрен популярлаштырыу, ойошма, предприятие алтаҡталарында, география объекттарында, юл күрһәткестәрендә, урам исемдәрендә һәм башҡа яҙмаларҙа хаталарҙы бөтөрөү. Конкурсҡа йомғаҡ яһағанда, “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһындағы” РФ законын, “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһындағы” БР законын тормошҡа ашырыу буйынса муниципаль берәмек хакимиәттәре эшенең ойоштороу сифаты билдәләнде. Шулай уҡ “Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан” һанлы ярҙамсының һәм “Башперевод” автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһын ҡулланыу ҙа баһалауҙың төп критерийҙарының береһе булды, – тине ул.

Беренсе дәрәжә дипломына Стәрлетамаҡ ҡала округы, 2-се дәрәжә дипломға Күмертау ҡалаһы лайыҡ булды. Өсөнсө урынға Салауат районы һәм Өфө ҡалаһының Совет районы сыҡты.

– Беҙҙең районда балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә милли мөхит булдырыу буйынса әүҙем эш алып барыла. Район хакимиәте ҡарамағында “Топонимика һәм терминология төркөмө” булдырылған. Район буйынса топонимика атамаларын, башҡа алтаҡталарҙы тикшерҙек. Хаталар ҙа асыҡланды, уларҙы төҙәтеүгә өлгәштек. Бындай конкурс кәрәк, унда  урын алыуыбыҙ эшебеҙҙең һөҙөмтәһен сағылдыра, – тине Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Нәфисә Вәхитова.

Хатаһыҙ алтаҡталар – беҙҙең грамоталылыҡты күрһәтә, телебеҙгә ихтирамыбыҙҙы сағылдыра. Был йәһәттән һәр беребеҙ өлгө булырға тейеш.

Автор фотолары.   

Телебеҙҙе үҙебеҙ күтәрәйек
Телебеҙҙе үҙебеҙ күтәрәйек
Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас