Алтынға тиң хазинабыҙ

"Урал батыр" эпосы - башҡорт халҡының тел тамырын, рухи көсөн һаҡлаған иң ҙур мәҙәни ҡомартҡыларҙың береһе,  халҡыбыҙҙың оло, күркәм бер хазинаһы. Уның йәш быуынды тәрбиәләүҙә, әҙәп-әхлаҡ төшөнсәләренең асылын аңлатыуҙа әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ошоно күҙ уңында тотоп, әҫәрҙе киң таратыуға ҙур иғтибар бүленә. Шуныһы ҡыуаныслы, мәғариф өлкәһендә эпосты өйрәнеүгә, популярлаштырыуға ҙур иғтибар бүленә.

Алтынға тиң хазинабыҙАлтынға тиң хазинабыҙ
Алтынға тиң хазинабыҙ

Мәғлүм булыуынса, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләгән йәш сәсәндәрҙең республика конкурсы 1999 йылдан уҙғарылып килә, ә 2020 йылдан алып ул халыҡ-ара статусҡа эйә. ‎Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылы мәктәбе уҡыусылары ла был абруйлы бәйгелә ҡатнашмай ҡалғандары юҡ. Белем усағының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Абдуллина әйтеүенсә, балалар милли ҡомартҡыбыҙҙы теләп өйрәнә.

‎- “Урал батыр” эпосы – ул әҙәби әҫәр генә түгел, ә балаларға мәҙәниәтебеҙҙең барлыҡ байлығын асыусы бер донъя. Дәрестәремдә эпосты әүҙем ҡулланам, уҡыусылар менән интерактив күнекмәләр уҙғарыу бик һөҙөмтәле. Балаларға айырыуса эпостың идеялары, персонаждары һәм уларҙың ҡылыҡтары тураһында фекер алышыу оҡшай. Ә инде эпосты яттан һөйләү буйынса бәйгеләрҙә ҡатнашыуыбыҙҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ – беренсенән, уҡыусыларҙың тел байлығы арта, икенсенән, улар халҡыбыҙҙың рухи байлығын күңелдәренә һеңдерә. Өсөнсөнән, балалар сәхнәлә үҙҙәрен тоторға, халыҡ алдында сығыш яһарға өйрәнә, - ти педагог. ‎

Ләйсән Шәрифулла ҡыҙы “Урал батыр” эпосын яттан һөйләгән йәш сәсәндәрҙең конкурсына уҡыусыларын йыл һайын әҙерләй һәм йыш ҡына призлы урындар алып торалар.  Яңыраҡ 9-сы класс уҡыусыһы Эльнара Вәлиева менән бәйгенең Әлшәй районында үткән зона этабында ҡатнашып, 1-се урын алып ҡайтҡандар.

‎- Саранан бик илһамланып, ҡанатланып ҡайттым. “Урал батыр" эпосын өйрәнгәндә, беренсенән, халҡыбыҙҙың бөтә донъяға билдәле ошондай әҙәби мираҫы булыуы менән ғорурланам, эпосты ятлай алыуыма шатмын. Үлем-үлемһеҙлек, мәңгелек төшөнсәләре тураһында уйланам. Көнсөллөк, яуызлыҡ кеүек кире төшөнсәләр ҙә бар беҙҙең тормошта. Ошолар хаҡында ла аңларға ярҙам итә алтын хазинабыҙ. "Ниңә  уҫаллашып, көнләшеп йәшәргә? Әкиәттә лә, тормошта ла барыбер яҡшылыҡ еңә бит",  тип уйлайым. ‎Туғандар араһында дуҫлыҡ, берҙәмлек - бик актуаль тема. Туған-ара татыулыҡҡа, дуҫлыҡҡа тоғро булырға саҡыра эпос,  - тип тәьҫоратары менән уртаҡлашты Эльнара. ‎

Шуныһы ҡыуаныслы, балаларға эпосты өйрәтеүҙә ата-әсәләр ҙә үҙ өлөшөн индерә. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Айзилә Хөсәйенова менән аралашырға тура килде. Уның улы Морат 1-се класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, быйыл конкурстың район этабында ҡатнашып, 2-се урын алған.

‎- Улымдың бәйгелә ҡатнашыуын үҙем теләнем һәм уға тәҡдим иттем, сөнки, минеңсә, эпос тарихыбыҙҙы һәм мәҙәниәтебеҙҙе яҡшыраҡ аңларға булышлыҡ итә. Улым менән эпосты уҡыйбыҙ ҙа һуңынан бергәләп фекер алышабыҙ. Морат бәйгелә призлы урын алғас, бик рухланды, киләсәктә лә ҡатнашырға дәртләнде. Шуныһы әһәмиәтле: бындай саралар ғаиләне тағы ла яҡынайта һәм буш ваҡытты файҙалы итеп уҙғарыу мөмкинлеген бирә. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Башлығы тарафынан телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнеүгә йүнәлтелгән проекттар артыуы һөйөндөрә. 8 июндә “Урал батыр” эпосы көнө билдәләнеүе лә быны иҫбат итә, - ти Айзилә Сәғит ҡыҙы.

Эксперт фекере

Розалия Солтангәрәева, филология фәндәре докторы, фольклорсы-ғалимә, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре,Ҡырғыҙстан Республикаһының «Манас» академияһы Почетлы академигы, Рәсәйҙә, сит илдәрҙә билдәле ғалимә һәм сәсәниә, миф, эпос буйынса махсус күп хеҙмәттәр авторы:

‎- "Урал батыр" ҡобайырының (эпосының) башҡортлоҡто һәм йәшәү асылын раҫлаған төп ДНК-һы, хикмәтле сере бар - был һүҙ менән генә аңлатып булмай торған феномен ул. Беренсе кешеләрҙән тамырланған алтын Белек, мәңгелекле рух ҡеүәтенең асҡысы, йәшәй белеү, Кеше булыу, тәртип системаһы һаҡланған. Донъя ҡасан һәм нисек барлыҡҡа килгән, кеше булараҡ бында ниндәй ҡатнашым бар, мин кем, тамырҙарым кемдәр, донъялағы миссиям нимәлә?  Кеше "Урал батыр" эпосын уҡығанда, һөйләгәндә йәки уны тыңлағанда уның ошо тойғолары әүҙемләшә. ‎Уралда күпме халыҡ йәшәй, уларҙың береһендә лә эпос юҡ, ә беҙҙә бар икән, тимәк, был әҫәр беҙҙең ошо ерҙе үҙләштереүебеҙҙе, ошо ергә хужа булыуыбыҙҙы, дүрт яғын диңгеҙ уратҡан ерҙе башҡорт еренә әйләндереүебеҙҙе раҫлай. ‎Тағы ла бер мөһим факторҙы билдәләп китергә кәрәк. Силәбеләге Игнатьев, Шүлгәнташ, Мораҙым, Мөйөштәге Ҡотоҡсумған мәмерйәләрендә бер үк дәүергә бәйле булған символдар бар. Улар барыһы ла универсаллек традицияһын күрһәтә һәм Францияла, Италияла һаҡланған һүрәттәргә ауаздаш һәм универсаль. Йәғни кешелектең бөтөнләй һыу аҫтында ҡалып, һуңынан ошо донъяны яңынан төҙөй башлауына һәм эпостарҙа сағылышына дәлил был. Ошо һүрәттәрҙең семантикаһын асыусы Вячеслав Котов, Айрат Баһауетдинов, Владимир Житенев һымаҡ билдәле археологтарҙың әйткәне тура килә - һүрәттәрҙә эпостың башланғысы сағылған. Йәғни кешелек шул дәүерҙә үк ижадтың ҡотҡарғыс көсөн аңлаған, беҙҙең быуынға һүрәттәр аша хәбәр итеп ҡалдырған. ‎Балаларға өйрәткәндә беҙ уларға ошоларҙың барыһын да аңлата алмайбыҙ, кәрәкмәй ҙә - балалар, эпос менән танышып, быны автоматик рәүештә үҙҙәре аңлай, сөнки эпостың сихри көсө ҙур. Шулай уҡ тел бик боронғо символ булараҡ, үҙаңдың эшләй башлауына, милли ДНК-ның тергеҙелеүенә булышлыҡ итә. ‎Әйткәндәй, эпосты уйнап һөйләү балаларҙың физиологик торошона ла йоғонто яһай. Салауат Ғәлләмовтың "Башҡорт философияһы. Эстетика" тигән китабында былай тип яҙылған: "Урал батыр"ҙы элек башҡорттар йыйындарҙа уйнап күрһәтер булған. Балаларҙың эпосыбыҙҙы сәхнәлә һөйләүе үҙенә күрә бер психологик һәм аң таҙартыу мәктәбе булып тора, улар яҡшылыҡтың - яуызлыҡты, батырҙың - ҡурҡаҡты, аҡтың ҡараны еңеүен күңеленә һеңдереп, ошо рәүешле уның ихтыяр көсө арта, ҡурҡыуҙан, хәүефтән арына. Шулай итеп, эпосыбыҙҙың көсө иҫ китмәле күп. Беҙгә уны ҡуллана белергә генә кәрәк. Һәр бер халыҡта эпос булмай, ә эпосы булған халыҡ тарихта ла, эволюцияла ла, ваҡыт үҙгәрешендә лә үҙенең көсөн юғалтмай. Баш ҡанбабабыҙ, бөйөк Ир һәм дә Тәбиғәтте ҡотҡарыусы Урал батыр рухы шат булһын, беҙҙән, XXI быуат башҡортонан, риза булһын! Шул сағында беҙ Яҡшылыҡҡа хеҙмәт итергә лайыҡ булырбыҙ!

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас