Ваҡытында яһалған яуаплы аҙым

Яһалма зиһенде башҡорт теленә өйрәтеү – һанлы мөхиттә киләсәкте хәстәрләү.

Ваҡытында яһалған яуаплы аҙымВаҡытында яһалған яуаплы аҙым
Ваҡытында яһалған яуаплы аҙым

Уҙған йыл аҙағынан алып Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкселегендә республикала башҡорт телен яһалма зиһен экосистемаһына интеграциялау буйынса әүҙем эш алып барыла.

Ҙур проектта төбәктең алдынғы ғилми һәм белем белем биреү учреждениелары – Башҡортостан Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Башҡорт телен үҫтереү буйынса ойошма ҡатнаша. Башланғысҡа республика Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы учреждениелар, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы, ирекмәндәр ҡушылды.

Әҙерлек этабында яһалма зиһен технологияларына өйрәтеүҙе һәм тел мәғлүмәт базаһын формалаштырыу өсөн башҡорт әҫәрҙәрен, материалдарҙы файҙаланыуҙы көйләгән хоҡуҡи нормалар эшләнде. Шуның менән бер рәттән Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы ҡиммәтле мәғлүмәттәрҙең үҙәкләштерелгән һаҡлау урынын булдырыу менән шөғөлләнә.

Был аҙнала ошо йәһәттән эш төркөмөнөң сираттағы ултырышы үтте. Унда, эксперт булараҡ, республика Хөкүмәте Премьер-министрының яһалма зиһенде үҫтереү буйынса урынбаҫары Олег Ли саҡырылды.

– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы, республикабыҙҙа 2019 йылдан алып башҡорт телен киң танытыу буйынса ҙур эш алып барыла, – тип билдәләне үҙ сығышында Урал Килсенбаев. – Беҙҙең алға ҡуйылған төп бурыс – башҡорт телен модалы итеү. Ошо йылдар эсендә төрлө ҡушымталар булдырҙыҡ, “Һомай” аҡыллы колонкаһы барлыҡҡа килде, күп ҡыҙыҡлы проекттар тормошҡа ашырылды. 2025 йылдың аҙағында фекерҙәштәр төркөмөн йыйып, башҡорт телен яһалма зиһен экосистемаһына индереү буйынса һөйләштек. Ирекмәнлек эше алып барыла тип әйтергә мөмкин.

Башҡарылған ғәмәлдәр тураһында Өфө фән һәм технологиялар проректоры Айнур Хәйбуллин һәм “Һомай” колонкаһы авторы Айгиз Ҡунафин ентекле һөйләне.

– Тәҡдим ителгән эштәр тик ыңғай тойғолар тыуҙыра. Яһалма зиһенгә башҡорт телен өйрәтеү, һис шикһеҙ, көнүҙәк мәсьәлә, – тип үҙ фекере менән уртаҡлашты республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Олег Ли. – Тел - аралашыу сараһы ғына түгел, ә фекерләү нигеҙе, мәҙәниәткә асҡыс. Тап шуның өсөн дә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән беренсе вице-премьер Урал Килсенбаев был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүлә – был бик яуаплы һәм ваҡытында яһалған аҙым. Яһалма зиһенде башҡорт теленә өйрәтеү – һанлы мөхиттә киләсәкте хәстәрләү. Бынан тыш, эштә ирекмәндәрҙең ҡатнашыуын аңлылыҡ, инициативалылыҡ өлгөһө тип баһалайым. Проект социаль әһәмиәтле һәм ярҙамға лайыҡлы.

Билдәле булыуынса, 19 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында республикаға яһалма зиһен технологияларын индереү мәсьәләләре буйынса стратегик сессия булды. Унда һанлы үҫештең төп йүнәлештәре билдәләнде. Бынан тыш, Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенең яңы вице-премьеры – яһалма зиһен буйынса проекттарҙы координациялау өсөн тәғәйенләнгән Олег Ли менән таныштырҙы.

 

Автор - Зөлфиә Рәхмәтуллина.

Фото: республика Хөкүмәтенән.

Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас