Республикабыҙҙа дәүләт һәм халыҡтар телдәрен, мәҙәниәттәрен, рухи ҡиммәттәрен һаҡлау, үҫтереү бурыстарына ҙур иғтибар бүленә. Был мәсьәләгә власть кимәлендә өҫтөнлөк бирелгәнлектән, һөҙөмтә яҡшы.
Ошо көндәрҙә “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса Хөкүмәт ҡарамағындағы комиссияның сираттағы ултырышы булды. Сара Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкселегендә үтте. Республикала дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыуға бағышланған һөйләшеүҙә ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырыу буйынса төбәк планын төҙөү кәрәклеге билдәләнде, комиссия ағзаларына үҙ тәҡдимдәрен әҙерләргә ҡушылды.
– Туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүҙә заман технологияларын әүҙем файҙаланырға тейешбеҙ. Ошо маҡсатҡа ярашлы, Терминология хеҙмәтенең үткән ултырышында яһалма зиһен мөмкинлектәре хаҡында һөйләштек, – тине Урал Килсенбаев. – Яңы технологияны башҡортсаға “өйрәтеү” өсөн туған телебеҙҙәге әҫәрҙәрҙе, материалдарҙы файҙаланыу – киң яҡлы мәсьәлә, уның юридик нигеҙҙәрен яйға һалыу кәрәк. Бар йүнәлештәр буйынса эшләйбеҙ.
Терминология хеҙмәте рәйесе, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина үҙ сығышында билдәләүенсә, дүрт йүнәлеш буйынса эш алып барыласаҡ. Улар – тәржемә, киң мәғлүмәт саралары, эш башҡарыу, мәғариф һәм фән. Белгестәрҙең хеҙмәт квалификацияһын күтәреүгә ныҡлы иғтибар бүленәсәк. “Рәсми сайттарҙа дәүләт телдәренең нисек ҡулланылыуын тикшерәбеҙ. Барлыҡ министрлыҡ, ведомстволарҙың ошо йәһәттән эшен ҡарау бара. Уларҙың күбеһенең сайтында башҡорт телендә бүлек юҡ. Йыл аҙағында башҡарылған эш һөҙөмтәһе буйынса отчет әҙерләнәсәк”, – тине Терминология хеҙмәте рәйесе.
Республикала дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү урындағы етәкселәрҙең дә яуаплылығы менән бәйле. Әлеге ултырышта үҙҙәрендә башҡарылған эштәр тураһында Баҡалы районы хакимиәте башлығы Олег Ефимов һөйләне. Уларҙа 17 милләт вәкилдәре дуҫ һәм татыу ғүмер итә, традицион конфессияларҙың хеҙмәттәшлеге өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Районда башҡорт ҡоролтайы, татар конгресы, рус соборы, керәшен, мордва, сыуаш халыҡтары үҙәктәре һ.б. уңышлы эшләй. Муниципаль комиссия ҡарамағындағы терминология хеҙмәте вәкилдәре рейдтарға сығып, урындарҙағы алтаҡталарҙың дөрөҫ яҙылышын, рәсми документтарҙы тикшереп тора, хаталарҙы төҙәтергә ярҙам итә. Район мәктәптәрендә дүрт туған тел уҡытыла. Был эште 58 педагог уңышлы тормошҡа ашыра. Өс балалар баҡсаһында, 18 мәктәпкәсә белем биреү төркөмөндә башҡорт түңәрәктәре эшләй. Район үҙәгендәге “Әкиәт” балалар баҡсаһында былтырҙан алып “Аҡбуҙат” проекты бойомға ашырыла, унда йәш быуын башҡорт телен ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс алымдар аша өйрәнә. Ошо тәжрибә өлгөһөн башҡа мәктәпкәсә учреждениеларға ла таратмаҡсылар. Олег Ефимов уҙған йылда район Советының дүрт ултырышы башҡорт телендә уҙғарылғанын, был эштең быйыл да дауам итеүен дә һөҙөмтәле эш алымы тип билдәләне.
Топонимдар ҙа – туған телдәрҙең, тарихтың, мәҙәниәттең бер өлөшө. Был тема буйынса Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы Гөлнур Бохарова сығыш яһаны. “Беҙҙең топонимика хеҙмәте үҙ эшмәкәрлеген тергеҙҙе, – тип белдерҙе ул. – Ер-һыу атамаларының дөрөҫ яҙылмауы, руссаға килешле тәржемә ителмәүе осраҡтары күп. Мәҫәлән, Ейәнсуралағы Башҡорт Самаҙыһы ауылын “Башкирская Чумаза”, Белореттағы Рәүәтте “Реветь” тиеү менән килешмәйбеҙ. Топонимика хеҙмәтенең яңы эш планын булдырҙыҡ. Ер-һыу атамаларының ике дәүләт телендә яңы белешмә-һүҙлеген төҙөү мөһим”.
Ултырышта шулай уҡ мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин республика мәктәптәрендә дәүләт һәм туған телдәрҙе уҡытыуҙағы уңыштар, хәл итәһе мәсьәләләр хаҡында бәйән итте.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев хакимиәттәрҙәге комиссиялар эшен көсәйтеү бурысын ҡуйҙы. Шулай уҡ ул, дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлауҙа матбуғат баҫмаларының тос өлөшөн билдәләп, гәзит-журналдарға әүҙемерәк яҙылырға саҡырҙы.
Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan