

Башҡортостанда башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һанлы мөхиттә үҫтереү буйынса мөһим аҙым яһалды. Республика Рәсәйҙә тәүге булып туған тел өсөн яһалма зиһен технологияларын уҡытыуға тәғәйенләнгән махсус датасет әҙерләне һәм асыҡ ҡулланыуға сығарҙы.
Башҡортостан Башлығы республикала яһалма зиһен технологияларын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә.
– Беҙ яһалма зиһендең иҡтисадтың һәм тормоштоң бөтә өлкәләренә үтеп инеүен күҙәтәбеҙ, уларҙы ҡулланыуҙың сағыу миҫалдарын күрһәтәбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта өлөшләтә уңыштар ғына етмәй. IT-компаниялар һәм яһалма зиһен технологияларын етештереүселәр өсөн бөтөн инфраструктура, экосистема һәм, асылда, майҙансыҡ булдырырға кәрәк. Тағы бер бурыс – йәмғиәттең яһалма зиһенгә ышанысын формалаштырыу һәм уның ғәмәли файҙаһын аңлатыу. Бының өсөн күләмле мәғлүмәт-аңлатыу кампанияһы үткәрергә планлаштырабыҙ. Мәктәптәргә һәм уҡытыусылар әҙерләүгә, һанлы технологиялар менән бәйле өҫтәмә белем биреү программаларын киңәйтеүгә айырыуса иғтибар бүләсәкбеҙ.
Проект Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев етәкселегендә ойошторолған эшсе төркөм тарафынан тормошҡа ашырыла. Уның составына дәүләт власы органдары, фән, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары, медиаойошмалар вәкилдәре, шулай уҡ йәмәғәт әүҙемселәре инде.
Эшсе төркөмдөң төп маҡсаты — башҡорт теле һәм мәҙәниәте буйынса текст, аудио һәм визуаль материалдарҙан торған сифатлы датасеттар булдырыу. Был мәғлүмәттәр киләсәктә яһалма зиһен моделдәрен башҡорт телендә һөйләшергә, аңларға, тәржемә итергә, шулай уҡ халыҡтың тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын дөрөҫ сағылдырырға өйрәтеү өсөн файҙаланыласаҡ.
Проекттың тәүге һөҙөмтәһе лә донъя күрҙе: башҡорт һәм рус телдәрендәге текстар менән тәьмин ителгән тауышландырылған аудиокитаптар датасеты (мәғлүмәттәр тупланмаһы, тигәнде аңлата – авт.) баҫылып сыҡты (https://huggingface.co/datasets/bashkorttele/narrated-audiobooks-brsbs). Унда 476 аудиояҙмаға тупланған 14 әҫәр урын алған. Араларында «Аҡбуҙат», «Алдар менән Зөһрә» эпостары, Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙары һәм башҡа классик әҫәрҙәр бар. Бар материалдар ҙа законлы нигеҙҙә, йәмәғәт милке булған сығанаҡтарҙан әҙерләнгән.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова билдәләүенсә, хәҙерге көндә телде һаҡлауҙың иң мөһим шарттарының береһе — уның һанлы технологияларҙа тулы кимәлдә ҡулланылыуы. “Тел йәшәһен өсөн, ул заман менән бергә атларға бурыслы. Бөгөн яһалма зиһен көндәлек тормошҡа әүҙем үтеп инә, шуға күрә башҡорт теле лә ошо процестың тулы хоҡуҡлы өлөшө булырға тейеш. Әгәр беҙ бөгөн башҡорт теле өсөн сифатлы һанлы нигеҙ булдырһаҡ, киләсәктә нейроселтәрҙәр башҡортса дөрөҫ һөйләшер, аңлар, тәржемә итер һәм мәҙәниәтебеҙҙе дөрөҫ сағылдырыр. Был – телебеҙҙең киләсәгенә һалынған инвестиция”, – ти ул.
Проект ҡатнашыусыһы, программалаусы Айгиз Ҡунафин: “Был эштең әһәмиәте ныҡ ҙур. Элек башҡорт телен яһалма зиһен технологияларына яраҡлаштырыу менән нигеҙҙә айырым энтузиастар ғына шөғөлләнде. Ресурстарыбыҙ аҙ булды, шуға күрә тел әүҙемселәре материалдарҙы мөмкин булған һәр ерҙән йыйҙы, булғанын ҡулланды. Хәҙер был эш тәүге тапҡыр үҙәкләштерелгән рәүештә ойошторола. Беҙ әҙер архивтар менән эшләй алабыҙ, уларҙы системалаштырабыҙ, материалдарҙың сифатын тикшерәбеҙ һәм датасеттарға ниндәй мәғлүмәт индерелгәнен тулыһынса контролдә тота алабыҙ. Был эште күпкә тиҙерәк, сифатлыраҡ башҡарырға мөмкинлек бирә.
Асылда, Башҡортостан бөгөн был өлкәлә тәүге юл ярыусыларҙың береһе булып тора. Беҙ дәүләт органдары, фәнни ойошмалар, мәҙәниәт учреждениелары һәм тел әүҙемселәре ҡатнашлығында яһалма зиһен өсөн тел мәғлүмәттәрен әҙерләү буйынса системалы эште нисек ойошторорға мөмкин икәнен күрһәтәбеҙ. Был тәжрибә Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса файҙалы өлгө булыр тип ышанам”, – тигән фекер белдерә.
Белгестәр фекеренсә, авторлыҡ хоҡуҡтарын законлы рәүештә көйләү, мәғлүмәттәрҙе рәсмиләштереү буйынса башҡарылған эштәр киләсәктә башҡорт телендәге яңы һанлы сервистарҙы, тауыш ярҙамсыларын, автоматик тәржемә системаларын, белем биреү платформаларын булдырыуға нигеҙ буласаҡ.
Башҡортостандың был тәжрибәһе Рәсәйҙең башҡа милли республикалары һәм туған телдәрҙе үҫтереү менән шөғөлләнгән ойошмалар өсөн дә өлгө булыр тип көтөлә.
Иллюстрация: https://vk.ru/bash_fond?ysclid=mrxcyedzj8554188169