Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
8 Май 2019, 11:59

Ҡаҙмаш ветераны

Йылдар үткән һайын Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һирәгәйә бара. Ҡасандыр һәр ауылда тиерлек миҙалдарын сыңғырлатып, кәүҙәләрен тура тотоп, йөҙҙәренән ғорурлыҡ балҡыған яугир олатайҙар үткәндә, уларға күренергә лә уңайһыҙланып, бер яҡ ситтәрәк ҡалырға тырышһаҡ, бөгөн уларҙы ауылдарҙа ғына түгел, хатта тотош районда эҙләп табыу еңел түгел, сөнки тотош дәүер шаһиттары көндән-көн кәмей. Шулай ҙа беҙгә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән осрашыу бәхете тейҙе.

Йылдар үткән һайын Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һирәгәйә бара. Ҡасандыр һәр ауылда тиерлек миҙалдарын сыңғырлатып, кәүҙәләрен тура тотоп, йөҙҙәренән ғорурлыҡ балҡыған яугир олатайҙар үткәндә, уларға күренергә лә уңайһыҙланып, бер яҡ ситтәрәк ҡалырға тырышһаҡ, бөгөн уларҙы ауылдарҙа ғына түгел, хатта тотош районда эҙләп табыу еңел түгел, сөнки тотош дәүер шаһиттары көндән-көн кәмей. Шулай ҙа беҙгә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән осрашыу бәхете тейҙе.


Дәһшәтле йылдарҙың тере легендаһы Ишҡол Мәхмүтов – Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы уҙаманы. 93 йәшлек олатайға һуғыш осороноң ауыр мәлдәрен үҙ иңендә татырға ла, ҡанлы бәрелештәрҙә булырға ла, дошмандар ҡулына эләгеп, төрлө михнәтле ауырлыҡтарҙы үтергә лә тура килгән. Әммә йәшәүгә ышанысы, тыуған яғына иҫән килеш әйләнеп ҡайтыу теләгенең көслө булыуы уға бар һынауҙарҙы йырып сығырға көс һәм дәрт биргән. Бөгөн ул – бәхетле атай һәм олатай, балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй, уларға өлгө булып тора.


Һуғыштың тәүге көндәренән үк ҡулына мылтыҡ алмаһа ла, быуындары саҡ ҡатҡан үҫмергә һалдат һурпаһын татырға тура килә. 1943 йылда ете класс тамамлаған Ишҡол Хәмзә улы көҙөн әрме сафына алына. Алкин станцияһында буласаҡ һалдаттарҙы хәрби әҙерлеккә өйрәтеп, декабрь уртаһында фронтҡа оҙаталар. Смоленск өлкәһенә юлланасаҡ эшелон­дарға тейәлгән буласаҡ һалдаттар алда үҙҙәрен нимә көтәсәген уйлап та бирмәгәндер.


– Дим буйынан ултырып сығып киттек тә, ҡайҙа алып барғандарын да белмәй, бик оҙаҡ барҙыҡ. Ашатыу яғы наҡыҫ, көнөнә бер аҙ икмәк менән өйрә бирәләр, шуның менән вәссәләм. Аҙаҡ аңлауыбыҙса, беҙҙе урмандарға урынлаштырҙылар, партизандар кеүек бер аҙ ятырға тура килде, Эстонияла икәнебеҙҙе белдек. 516-сы дивизияла хеҙмәт иттем. Күбеһенсә төнөн траншеялар ҡаҙыйбыҙ, Ригаға сыҡҡан юлды һаҡлайбыҙ. Көндөҙ ҙә, төндә лә өҫтөбөҙгә ҡурғаш ямғыры кеүек снарядтар яуа, кемдең ҡайҙа икәнлеген дә белеп булмай. Снаряд тейеп, контузия алған һалдаттарҙың ҡысҡырыуы тиһеңме, өҙөлгән ҡулдар йәки баштарҙың тәгәрәп йөрөүе аңлата алмаҫлыҡ бер мәхшәр ине. Ул ваҡыттар оҙаҡ йылдар төшкә кереп, йөрәктәрҙе телгеләне, – тине әңгәмәсем. – Мин күргән-кисергәндәрҙе хәҙер һөйләһәм, кеше ышанмай ҙа. Нисек итеп барыһына ла түҙгәнмендер, тип уйлап ҡуям.


1944 йылдың июль айында улар ҡамауҙа ҡала. Дошмандар, әсиргә эләккән һалдаттарҙы һыу аҫты кәмәләренә ултыртып, Дрезден ҡалаһындағы тотҡондар лагерына алып килә. “Өс ай самаһы туҡмап эшкә алып барҙылар, саҡ ҡына хәлең булмаһа, фашист винтовкаһы менән күкрәкте бәргесләргә тотонор ине. Үлән һурпаһы менән күгәргән икмәк ашап, сыҡмаған йәнде саҡ алып йөрөнөк. Күпме михнәттәр аша үтелде, ҡыҙым, хатта иҫләге лә килмәй”, – ти һуғыш ветераны.


1945 йылдың апрель айында тотҡонда булған совет һалдаттарын Америка ғәскәрҙәре ҡотҡара. Әммә төрлө һынауҙар аша үткән, дошман­дарҙың мыҫҡыллауҙарын һәм йәбер­ләүҙәрен үҙ күңелдәре менән генә түгел, йәндәре һәм тәндәре аша кисергән, сабырлыҡтың тере өлгөһө булған һалдаттарҙы йәнә икенсе һынау көтә. Уларҙың барыһы ла Белоруссияға хеҙмәт лагерына ебәрелә.


– Тотҡондан ҡотолоп, тамаҡ аҙыраҡ ашҡа туйғас, бер аҙ һаулыҡ та шәбәйҙе. Ҡыйралған йорттарҙы таҙартабыҙ, төҙөлөш эштәрендә булдыҡ. Башҡорт­тоң ат яратҡанлығын белделәрме икән, аҙаҡ мине ат менән офицерҙарҙы алып йөрөтөргә ҡуштылар. 1946 йылда ялға ҡайтарҙылар. Асҡарҙан йәйәүләп тигәндәй ауылға ҡайтып киләм. Юлда берәү осраны, яҡынайғас, атайым икәнлеген сырамыттым. Күрештек, танымай был мине. Шулай ҙа йөҙөмә ныҡлап ҡарай, мин өндәшмәйем. Шунан минән һорай: “Кәпәсеңде систереп ҡарарға буламы?” – ти. Систем, маңлайымда миң бар. Аҙаҡ йәнә бер-ике һорау бирҙе. “Нисә кеше әсиргә эләктегеҙ?” – ти. “Ун бер”, – тинем. “Дөрөҫ әйттең бит”, – тип мине хәлһеҙ генә ҡулдары менән матҡып ҡосаҡлап алды. Баҡтиһәң, минән хат булмағас, ауылдағы бер инәй уға: “Ҡайтыр улың, тик яңғыҙы түгел, икәүләп”, – тип әйтер була. Аҙаҡ “Ниңә яңғыҙ ҡайттың? Килен ҡайҙа һуң?” тип һорауы тап шунан булған икән, – тип хәтирәләрен яңыртты әңгәмәсем.


Ысынлап та, күрәҙәсе атаһына хаҡ әйткән. Тап ошо яҡтарҙа Ишҡол Мәхмү­тов үҙенең ғүмерлек юлдашын осрата. Атаһына кулак мөһөрө һуғылған Илеш районы ҡыҙы Раҡия менән сәстәрен сәскә бәйләй. Йәш ғаилә 1950 йылда ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.


Ҡайтҡас та еңелдән булмай тормош. Төрлө һынауҙар осрай, ауырлыҡтарға ла юлыға улар, әммә бешеккән һуғыш ветераны бирешмәй: матур итеп донъя көтә, дүрт бала үҫтерәләр. 62 йыл рәттән Раҡияһы менән иңгә-иң терәп бәхетле ғүмер кисерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инәй мәрхүмә инде. Шулай ҙа Ишҡол Хәмзә улы хәләле менән донъя көткән, бәхетле минуттар кисергән йорт нигеҙен ташлап китергә ашыҡмай, бер үҙе йәштәргә өлгө булырлыҡ донъя көтә. Янында йәшәгән улдары һәр көн килеп хәлен белә, килендәре аш-һыуҙан өҙмәй, ейән-ейәнсәрҙәре бар яҡлап ярҙам күрһәтә.


– Ниндәй ауыр саҡтарҙа ла Тыуған илемә хыянат итмәнем, бар ауырлыҡты лайыҡлы үткәрҙем. Балаларҙың һәр береһе үҙ янына йәшәргә саҡыра, әммә мин Раҡиям менән бәхетле булған ошо нигеҙемә нисек хыянат итергә тейешмен? – ти Ишҡол Мәхмүтов.

Көн һайын, әкрен генә аҙымдар менән булһа ла, йорто янындағы бәләкәй генә түбәләскә барып, уны әйләнеп сығырға, башҡорт матбуғатын күҙлекһеҙ уҡырға, телевизорҙан һәр яңылыҡты ҡарап барырға ла өлгөрә ул. Ветеранға ҡарап һис тә 93 йәш тип тә әйтмәҫһең! Зиһене теүәл, күҙҙәре үткер, теләктәре изге. Һәр көнгә ҡыуанып йәшәй, һәр минуттың ҡәҙерен белә. Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотлап, Ҡаҙмаш ветеранына артабан да ныҡлы һаулыҡ, йән һәм тән тыныслығы теләйбеҙ.


Әбйәлил районы
Читайте нас: