Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
8 Май 2019, 12:38

Күҙ теймәһен ағайыбыҙға

Исмәғил ағай менән осрашҡан һайын уға һоҡланмай ҡалмайһың. Шулай булыр ҙа шул. Уға яңы 85 йәш тулып үтте, әммә, олпат йәштә булыуға ҡарамаҫтан, ул – беҙҙең яҙыусылар ойошмаһының иң әүҙем ағзаһы, тиҫтәнән ашыу китап авторы.

Исмәғил ағай менән осрашҡан һайын уға һоҡланмай ҡалмайһың. Шулай булыр ҙа шул. Уға яңы 85 йәш тулып үтте, әммә, олпат йәштә булыуға ҡарамаҫтан, ул – беҙҙең яҙыусылар ойошмаһының иң әүҙем ағзаһы, тиҫтәнән ашыу китап авторы.


Һуғышҡа оҙатҡан көндә


1998 йылда уның тәүләп Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә дөйөм йыйынтыҡта “Күк томан” тигән хикәйәләр шәлкеме, 2007 йылда “Айыусы бабай хәтирәләре”, 2011 йылда “Аҫмалы күпер” исемле китаптары донъя күрҙе. 1994 йылда “Йөрәктәрҙә ҡалыр Еңеү көнө”, 2005 йылда “Дәһшәтле йылдар шаңдауы” йыйынтыҡтары сыҡты. Икеһе лә авторҙар коллективы тарафынан һәм Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә баҫыл­ған. Әйтергә кәрәк, был китаптарҙа, респуб­ликабыҙҙа танылған хәбәрселәр менән бер рәттән, уның тәрән дәлилле мәҡәләләре лә хаҡлы рәүештә төплө урын алған.
Уҡытыу башҡорт телендә алып барылған дөйөм белем биреү мәктәптәренең 3-сө класы өсөн “Әҙәби уҡыу” дәреслегенә уның “Берлектә – ҙур байлыҡ” тигән нәҫере индерелгән. Ғимранов ҡайҙа ғына эшләһә лә, ваҡытын табып, күңелендәге уй-хис­тәрен, үҙен борсоған күңел донъяһын хикәйә, повестары аша бүҫкәртеп, китап уҡыусыға еткерергә тырыша. Ул – “Баш­ҡортостан”, Белорет районында сыҡҡан “Урал”, районыбыҙҙың “Яйыҡ” гәзиттәренең әүҙем хәбәрсеһе лә. Әҫәрҙәре “Ағиҙел”, “Шоңҡар” журналдарында баҫылып тора.
Исмәғил ағайҙың әүҙемлеге “Яйыҡ” гәзитенең Ниғмәт Зөлҡәрнәев (ике тапҡыр), Әҙһәм Ғарипов премиялары лауреаты һәм Учалы яҙыусылар ойошмаһының Мөхәммәт Хәйҙәров исемендәге премияһы менән дә билдәләнде. Әлеге көндә уның һутлы тел менән яҙылған әҙәби емештәре “Китап” нәшриәтендә сират көтә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, төшөнкөлөккә бирелмәй, яңы әҫәрҙәре өҫтөндә эшләй. Уға бик йыш ҡына башлап яҙыусылар ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, ул бер ваҡытта ла иренмәй, ихлас кәңәштәрен бирә.
Исмәғил Ғимранов 1933 йылдың 17 де­кабрендә Белорет районының Хоҙайбирҙе ауылында тыуған. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Хоҙайбирҙе ауыл Советы рәйесе булып эшләп йөрөгән атаһы Искәндәр Ғимран улын 1942 йылдың сатлама һыуығында, февраль айында фронтҡа оҙаталар. Исмәғил ағай бала саҡ хәтирәләренә күмелеп:

– Атайымды һуғышҡа оҙатҡан көн бөгөнгөләй хәтеремдә. Беренсе класта уҡып йөрөй инем. Ауылдан өс ир уҙаман кашауай санаға ултырып ҡуҙғалыуға, атайымдан айырылғым килмәй, сана артына сат йәбештем, – ти.
Күҙ йәштәре сөбөрләп аҡҡан улын атаһы ни тиклем төшөп ҡалырға өгөтләһә лә, ул: “Мин дә һинең менән һуғышҡа барам! Атай, ҡалдырма мине!” – тип сана һөйәлмәһенә нығыраҡ йәбешә. Искәндәр Ғимран улының эргәһендәге иптәштәре Исмәғилде йәлләп: “Ярай, Егәҙегә тиклем барһын инде, ара әллә ни алыҫ түгел, ике саҡрым”, – тиҙәр. Егәҙегә еткәс, атаһы:

– Әле һин үҫеп етмәгәнһең, үҫкәс тә бер һүҙһеҙ армия хеҙмәтенә алырҙар. Бының өсөн һиңә тырышып уҡырға кәрәк. Һин әсәйеңдең өлкән улы, һинән башҡа дүрт ҡусты-һеңлеләрең бар, уларға күҙ-ҡолаҡ бул, ярҙам ит. Минһеҙ ярҙам айырыуса кәрәк буласаҡ. Утын, бесән әҙерләү һинең өҫтөңә төшәсәк. Әсәйеңде тыңла, – тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, малай атаһының ҡуйынына инеп, күҙ йәштәрен һыпыра. Атаһы магазинға инеп, уға ҡәләм менән дәфтәр алып бирә.

Әсәһе Хәсбиямал, биш балаһын алып, яҙын Ботайҙан Хоҙайбирҙе ауылына кире күсеп килә һәм урман әҙерләү пунктына эшкә сыға. Уға эйәреп, унынсы йәше менән барған Исмәғил дә утын ҡырҡырға йөрөй. Ҡырҡылған утынды һыуға ағыҙалар. Уларҙы Белоретта мейестәрҙә яндырып, күмере менән ҡорос һуғаралар.


Бөйөк Еңеү килтергән шатлыҡ


Искәндәр ағай пулеметсы, разведчик була. Ике тапҡыр яралана. Өлкән сержант Искәндәр Ғимран улы Праганы алыуҙа ҡатнаша. Еңеү көнөн Берлинда ҡаршы алһа ла, тыуған яҡтарына 1945 йылдың көҙөндә генә ҡайта. Дәһшәтле һуғыштан имен-аман әйләнеп ҡайтҡан яугир үҙенең эшен яңынан, ауыл Советы рәйесе булып, хаҡлы ялға сыҡҡансы дауам итә. Пенсияға сыҡҡас, оҙаҡ йылдар урман ҡараусыһы була.


– Исмәғил ағай, атайыңдың фронттан ҡайтып ингәнен хәтерләйһеңме?

– Хәтерләмәй ни, хәтерләйем. Әсәйем ул көндә Ғафури районына онға киткәйне. Мин мәктәптәмен, уҡып йөрөйөм. Бөйөк Октябрь Революцияһының еңеүен бил­дәләп, байрамда йөрөй инек. Хәрби ке­йемдәге берәүҙең мәктәпкә килеп инеүен күреү менән: “Атайым ҡайтҡан”, – тип уйлап, йөрәгем өҙөлөп төшкәндәй булды. Еңеү көнөнән һуң атайымдан йыш ҡына хаттар килеп торҙо, ҡасан ҡайтып төшөрөн белмәһәк тә, уны көн дә көттөк. Иң тәүҙә уның күкрәгендәге “Батырлыҡ өсөн” миҙалы күҙемә салынды. Шатлығымдан күҙемә йәш алдым. Кискә табан әсәйем он йөкмәп килеп ингәс, беҙҙең, биш баланың, шатлығынан өйөбөҙ зыҡ ҡупты.


Искәндәр Ғимран улы менән Хәсбиямал Заһит ҡыҙы татыу ғаиләлә ун балаға ғүмер бирә. Хәсбиямал Заһит ҡыҙы “Герой – әсә” исеменә лайыҡ була.


Атай менән әсәй балаҡайҙарын аяҡҡа баҫтырыуға, ас-яланғас булмаһындар тип, тәртипле, эшһөйәр итеп тәрбиәләр өсөн күп көс һала. Уларҙың уныһы ла иҫән-һау үҫеп, республикабыҙҙың төрлө төбәктә­рендә үҙаллы белем алып, төрлө урында эшләне һәм Ғимранов фамилияһына тап төшөрмәй йәшәне. Хәсбиямал апай менән Искәндәр ағайҙың тырышлығы юҡҡа сыҡманы. Икеһе һәм биш балалары ла был донъяла юҡ инде, шулай ҙа улар үҙҙәре тураһында матур иҫтәлектәр ҡалдырған...


Исмәғил ағай ете класты тамамлағас та, хәрби хеҙмәткә алынғанға тиклем, ауылдың уҡыу өйө мөдире була. Бәлки, әҙәбиәткә һөйөү тап ошо мәлдәрҙә тыу­ғандыр ҙа, сөнки ошо йылда уҡ ауылдағы яңылыҡтарҙы ул әүҙем рәүештә район гәзитендә баҫтыра башлай һәм “Ауыл хәбәрсеһе” исеменә лайыҡ була.


Дүрт йылға яҡын хәрби хеҙмәте Алыҫ Көнсығыштың Хабаровск ҡалаһында авиация часында элемтәсе булып үтә. Демобилизациянан һуң Белоретта ауыл хужа­лығы училищеһын тамамлап, Ҡаҙағстанда тракторсы-комбайнер сифатында сиҙәм ерҙәрен үҙләштереүҙә ҡатнаша. Унан ҡайтҡас, Белорет металлургия комби­натының сым һуҙыу һәм канат ишеү заводында слесарь булып эшләй. Шул йылдарҙа заводта эшләгән алдынғылар тураһында уның урыҫ телендә яҙылған мәҡәләләре “Белорецкий рабочий” гәзитендә байтаҡ баҫыла. Тиҙҙән “Урал” гәзитендә лә мәҡә­ләләре күренә башлай.


“Ар ташы” ял йортонда директор урын­баҫары булып эшләгәнендә лә ул яҙыу эшенән туҡтамай. Уның яҙышыу һәләтен күреп, “Урал” гәзите редакцияһына яуаплы секретарь итеп саҡыралар. 1973 йылда яҙмыш Исмәғил Ғимрановты Учалы яҡта­рына алып килә.


Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул үҙен һынатмай, тырыш хеҙмәте Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнә. Уның ойоштороу һәләтен, халыҡ менән уртаҡ тел таба белеүен күреп, йәмәғәт эштәренә лә “егәләр”. Ул урындағы профсоюз комитеты рәйесе, КПСС-тың урындағы бюро ағзаһы, секретары була. Халыҡ суды заседателе итеп тә һайлана. Әҙәби ижад менән ныҡлап 1985 йылдан шөғөлләнә башлай. Уның тағы бер һәләте бар – ул матур итеп плакаттар яҙа. Ошо сифаты менән ул ойошмалар араһындағы конкурстарҙа үҙе эшләгән предприятиеларға еңеп сығырға ярҙам итә, район кимәлендә генә түгел, хатта республикала еңеү яулап, маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә.


Үҙе эшләгән ойошмаларҙағы үҙешмәкәр түңәрәктәрҙең әүҙем ағзаһы ла була. Әле лә, олпат йәшенә ҡарамаҫтан, уның оҫта һәм еңел итеп бейеүен күреп беҙ: “Күҙ генә теймәһен ағайыбыҙға”, – тип шатланабыҙ.
Читайте нас: