Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
9 Май 2019, 17:58

Яҡты хәтергә мәңге тоғро булығыҙ!

Сәғит ИШБИРҘИН, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны:– Мин 1925 йылда Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында тыуғанмын. 1943 йылдың ғинуарында һуғышҡа алынып, Үҙәк һәм Белоруссия фронттары составында тыуған ил азатлығы өсөн көрәшергә тура килде. Иң тәүге алышым Курск дуғаһында булды.

Сәғит ИШБИРҘИН, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны:

– Мин 1925 йылда Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында тыуғанмын. 1943 йылдың ғинуарында һуғышҡа алынып, Үҙәк һәм Белоруссия фронттары составында тыуған ил азатлығы өсөн көрәшергә тура килде. Иң тәүге алышым Курск дуғаһында булды. Тыуған илебеҙҙең ғәзиз ерҙәрен, тотош Европаны фашистарҙан азат итеп, Еңеүҙе Берлинда ҡаршы алдым. 1947 йылда тыуған яғыма ҡайтып төштөм. Бөгөн Өфөлә йәшәйем. Балалар, ейәндәр ярҙамынан ташламай, ил, республика етәкселеге ветерандар хаҡында матур хәстәрлек күрә. Барыһына ла рәхмәтлемен.


Йәштәр тыныс тормоштоң ҡәҙерен белһен, тырышып эшләп, илебеҙҙең, республикабыҙҙың иҡтисадын үҫтерһен, ошо матур көндәр өсөн һәләк булған ата-олатайҙарының яҡты хәтеренә мәңге тоғро булһын!


Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас: