Башҡортостандан өс ветеран Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында үткән Еңеү парадына саҡырылды. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тапшырыуҙар төшөрөү төркөмө ошо яугирҙәрҙең береһе – Хәсән Хөснөризалов менән осрашты.
Элекке артиллерия ғәскәрҙәре радисы 97 йәшен билдәләгән. Бөхтә костюмында миҙалдары ялтырай. Наградаларҙан пинжәге бер нисә килограмға ауырайғандай тойола. Әммә ҡарт яугир: “Тәндәге тимер ярсыҡтары менән сағыштырғанда, был ауырлыҡ сүп кенә ул”, – тип йылмая.
Хәсән Хөснөризалов һуғыш башланғанда мәктәпте әле генә тамамлаған була. 1942 йылда артиллерия ғәскәрҙәре радисы белемен алып, 214-се дивизия сафында фронтҡа китә. Белгородты, Харьковты, Полтаваны, Кременчугты, Александрияны, Молдавияны азат итеүҙә ҡатнаша.
Буласаҡ хәләл ефете Сәймә Әмирова тылда эшләгән. Ул 13 йәштән документтар тултырыу менән шөғөлләнгән, эш сифатын күҙәткән һәм план үтәлеше буйынса мәғлүмәттәр туплаған. Хөснөризаловтар ярты быуаттан ашыу бергә ғүмер итә.