Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
21 Май 2019, 13:07

Бер ғаиләнән – биш яугир

Ғариповтар фамилияларына тап төшөрмәй.

Ғариповтар фамилияларына тап төшөрмәй.


Ауылдарға барһам, мине иң тәүҙә музей ҡыҙыҡһындыра. Ишекте асып ингәс тә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр тураһында мәғлүмәт эҙләйем, сөнки ваҡыт уҙған һайын, ошо дәүерҙә йәшәгән оло быуын кешеләре сафы һирә­гәйә. Ә һуғыш ветерандарының һаны бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалды.
Уларҙың хәтирәләре йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген һәр беребеҙ аңлай, шуға ла яугирҙәр тураһында мәғлүмәт туплауҙы мотлаҡ бурысым тип иҫәпләйем.


Һуғышҡа китә улдар...


Яңыраҡ Яңы Байрамғол ауылының мәктәп музейында булдым. Уның етәксеһе Рәмзиә Шаһиева менән осрашып, бай йөкмәткеле экспонаттар менән танышҡас та, бында егәрле, рухлы ойоштороусы эшләй икән тигән шатлыҡлы уйға килдем. Күңелемде арбағаны Ғариповтар ғаиләһенә арналған мәғлүмәт булғандыр. Был документтар менән танышҡас, ошо ғаилә тураһында яҙып, гәзит уҡыусыларға һөйләмәһәм, хилафлыҡ булыр, тип уйлайым.
Яңы Байрамғол ауылында тыуып үҫкән Ғариф Ғарипов Сурағол (хәҙерге Ишмәкәй) ауылынан Динислам Фәйезовтың Хәҙисә исемле ҡыҙын кәләшлеккә һората. Уңған, татыу, егәрле ғаиләлә алты малай, бер ҡыҙ тыуа: Ғәйнулла, Ғәле, Сабит, Сибәғәт, Сөнәғәт һәм Мәүлиха. Ғәйнулланан кесе был бала оҙаҡ йәшәмәй, бик иртә донъя ҡуя. Кесе улдары Сөнәғәткә өс йәш тулыуға, Ғариф Мансур улы тиф ауырыуынан мәрхүм була.
Хәҙисә инәй биш малайын тәрбиәләүгә бар көсөн һала. Аслыҡ йылында ла һыйырҙан өҙөлмәй. Ул йылдарҙа кешеләр­ҙең эт, бесәй ашаған осраҡтарын ололар әле лә әрнеп иҫкә ала. Малын урламаһындар тип, ике һыйырын да төнгөлөккә өйөнөң алғы бүлмәһенә индереп ябып ҡуя. Һөтөн, эремсеген аслыҡтан шешенгәндәргә тарата.

Уларҙың биш улдары ла, халыҡ әйтмешләй, ҡарағастай ныҡ, бәһлеүән булып үҫә һәм Тыуған илебеҙҙе фашист илба­ҫарҙарынан һаҡлауҙа ҡатнаша. Өсөһө яу ҡырында ятып ҡала, ә икеһе, күп яралар алып, иҫән-һау тыуған ауылына ҡайта.


Дүрт йәшкә өлкәнәйтеп, яуға оҙаталар


Иң өлкән улдары Ғәйнулла 1897 йылда тыуа, әммә тауҙан шыуған саҡта өс йәшлек баланың ғүмере фажиғәле өҙөлә. Ошо хәлдән һуң күп тә үтмәй, 1901 йылда донъяға икенсе малай тыуа. Был балаға ағаһының документтары менән йәшәү насип була, сөнки сабыйҙың үлеме тураһында рәсми урынға хәбәр ителмәй.
Беренсе бөтә донъя һуғышы башланғас, Ғәйнулланы дүрт йәшкә олоғайтып, фронтҡа оҙаталар. Сафта торғанда иң арттағы үҫмергә командирҙары иғтибар итә. Уныһы, уңайһыҙланып, танауын тарта, үҙенә ҙур булған шинеленең еңе менән танауын һыпыра һәм күҙен ҡаплап торған бүреген күтәрә. Әйтерһең дә, ҡарасҡы. Мыҡты кәүҙәле, мыйыҡлы командир тигәне башҡорт егете, улай ғына ла түгел, әсәһенең бер туған ҡустыһы – Сәғит Фәйезов икәнлеген таный. Кисен аулаҡта осрашып, үҙҙәренең ағай-эне икәнлеген бер кемгә лә белдермәҫкә һүҙ ҡуйышалар. Бер нисә көндән Сәғиттең ярҙамы менән Ғәйнулла үҙенә яраған әрме кейемен кейә. Ағаһы дүрт йәшкә өлкән булып килгән ҡустыһын йәлләй, әммә ни ҡылһын инде...
Ауыр һуғыш йылдары туғанының ҡур­салауы, хәстәрләүе һөҙөмтәһендә бер аҙ еңелерәккә төшә. Ул һуғышта нығынып, үҫеп, ир ҡорона инеп, һыу һөлөгөндәй егеткә әйләнә. Икеһе лә империалистик һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайта.
Тиҙҙән Ғәйнулла Көсөк ауылы һылыуы Ғәтифә Мәғәфүроваға өйләнә. Туғыҙ балаға ғүмер бирәләр. Әммә тыуған сабыйҙары гел генә үлеп тора. Ғәтифә Әхмәт ҡыҙы: “Бергә йәшәгән ун һигеҙ йылым ун һигеҙ көндәй ҙә булманы. Бигерәк изге күңелле ине”, – тип гел генә әрнеп, ирен һағынып иҫкә ала. Ғәйнулла Ғариф улы үҙенең һуғышта булған хәлдәрен йыш ҡына иҫенә төшөрөп:

– Минең бик аҡыллы атым булды, ҡайҙа ҡалдырһам, шунда торор ине. Бер саҡ дошманға ҡара-ҡаршы алышырға тура килде. Ул ата – теймәй, мин атам – теймәй. Тегенең бер атҡан мәлендә, үлгәнгә һалышып, өҙәңгегә аяғымды нығыраҡ батырып, атҡа һөйрәлеп бара башланым. Был үлгәнемә ышанырға уйланымы, ҡыуып етеүгә, ырғып тороп, ҡылысым менән сабып үлтерҙем, – ти.
Ғәйнулла өйләнгәс тә, Воронцов утарына (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ложкин ауылы) ғаиләһен алып килеп, бер байға яллана.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан Тирлән ҡасабаһы эргәһенә ағас ҡырҡыу эшенә ҡушалар. Оҙон ҡышын – һалҡын, йәйен тынсыу баракта йәшәп, норма үтәп йөрөгәндә, ғаиләһе менән хушлашырға ҡайтарып та тормай, “һиңә фронтҡа” тип повестка тотторалар. Шулай ҙа ҡатынына ваҡытын әйтеп, һаубуллашырға килһен, тип хәбәр ебәрәләр. Ғәтифә өс балаһын (Шәрифәгә – 15, Фәтихәгә – алты йәш, Мөхәмәтәмингә – алты ай) алып, Белорет вокзалына оҙатырға килә.
Бер нисә көн көтөүгә, яй ғына килгән эшелондан ырғып төшөп, Ғәйнулла ғаиләһе менән хушлаша һәм кәләшенә: “Ауылыбыҙға күсеп ҡайтығыҙ, еңелерәк булыр”, – ти. Шул арала улар эргәһенә ағалары Сәғит Фәйезов килеп етә. Фәтихәне күтәреп, бер вагон эргәһенә килтерә. Унда икегә бүленгән вагонда мал аҙығы һалыу өсөн кәртәләрҙән эшләнгән махсус ҡулайламанан тыныс ҡына бесән ашап торған аттарға күрһәтеп:

– Бына, ҡыҙым, беҙ атайың менән ошо аттарҙы алып, һуғышҡа китеп барабыҙ, – ти.
Ошо ваҡиға алты йәшлек сабыйҙың күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡала. Әле уға 85 йәш, шулай булһа ла, атаһы тураһында иҫтәлектәрен Ынйы ҡыҙына һөйләй. Ул бөтәһен дә тәфсирләп яҙып ҡуя. Сәғит Фәйезов фронттан ҡайтҡас, Ғәтифәгә килеп:

– Мин яраланып госпиталдән сыҡҡас, уны эҙләп таба алманым, шулай юлдарыбыҙ айырылды, – тигән.
Әйткәндәй, Сәғит Динислам улы 1943 йылдың сентябрендә “Ленинградты обороналауҙа ҡатнашҡаны өсөн”, 1945 йылдың 17 мартында – “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, ә 31 майҙа Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Ул Еңеү көнөн Берлинда ҡаршылай. Һуғыштан һуң ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем Белорет районының Тирлән ҡасабаһында йәшәй.
Ғәйнулла Ғариф улы яҙа белмәгән. Уның эргәһендә бер етем үҫмер йөрөй, хаттарын ул яҙа. Берәүһендә: “Алла бойорһа, иҫән-һау яуҙы йырып сыҡһам, ошо малайҙы үҙебеҙгә ул итеп алып ҡайтам”, – тип хәбәр иттерә. Малайҙары гел үлеп торғас, бәләкәсе Мөхәмәтәминдең дә йәшәүенә ышанмай. Ә уныһы ҙурайып, һөнәр алып, Мейәс ҡалаһында өйләнеп, матур ғаилә ҡороп йәшәп, 64 йәшендә вафат була.
Ғәйнулла Ғарипов 1944 йылдың 16 майында “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалына лайыҡ була. Уның награда ҡағыҙында: “65-се заградительный отряд ездовойы Ғәйнулла Ғарипов “Батырлыҡ өсөн” миҙалына тәҡдим ителә” тип яҙылған. Характеристикаһындағы: “Ғәйнулла Ғариф улы атын йәлләп, дошман пуляһынан һаҡлайым тип, гел генә ышаныслы урынға йәшерә лә, патрон тулты­рылған йәшниктәрҙе елкәһенә һалып, яугирҙәргә үҙе ташый. Батыр, ҡурҡмаҫ, намыҫлы, көслө рухлы яугир” тигән юлдарҙы уҡып күҙгә йәш килә.
Ғәйнулла 1942 йылда контузия ала. Уларҙың отряды 1944 йылдың октябренән алып Литвала Клайпеда ҡалаһын немец илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Был ҡала тирәләй 1945 йылдың башына тиклем ҡот осҡос ҡаты алыштар үтә. Ике яҡтан да һәләк булғандарҙың һаны ифрат күп була.
Ғәтифә Әхмәт ҡыҙы “Һеҙҙең ирегеҙ Ғәйнулла Ғариф улы Ғарипов, Тыуған иле алдында биргән антына тоғро ҡалып, ҡаһарманлыҡ һәм ғәйрәтлелек күрһәтеп, 1945 йылдың 27 ғинуарында батырҙарса һәләк булды” тигән хәбәр ала. Ул йылдар­ҙағы “ҡара ҡағыҙ”ҙар күптәрҙе аяҡтан йыға.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡатын өс балаһын аяҡҡа баҫтырыу өсөн, етәкселәр ниндәй эшкә ҡушһа ла, колхозда тырышып эшләй. Ул 99 йәшкә тиклем йәшәй һәм ғүмеренең һуңғы сәғәтенә тиклем иренең үлеменә ышанмай, уны көтә. Уртансы ҡыҙы Фәтихә, был ауыр көндәрҙе хәтерләп:

– Беҙгә, һуғыш балаларына, еңел булманы, асыҡтыҡ та, өшөнөк тә, алама сарыҡ, ҡырҡ ямаулы кейем менән ҡышҡы һалҡында утынын да, колхоз малына һаламын да, бесәнен дә ташыныҡ. Яҙға аяҡ баҫһаҡ, башаҡ сүпләргә йөрөнөк, төрлө үләндәр ҙә йыйҙыҡ (балтырған, һөтлөкәй, кәзә һаҡалы, йыуа, мәтрүшкә, бөтнөк), асҡа үлмәҫкә тырыштыҡ.
Тирләндә урыҫтарҙың баҡ­саһында ятып ҡалған бәрәңгеһен сүпләйбеҙ, уныһы сереп ҡортлаған була. Бер аҙ таҙартып, бешереп ашайбыҙ. Беҙҙе Хәҙисә өләсәйебеҙ генә астан үлеүҙән һаҡлап алып ҡалды. Бүре йыҡҡан атын алып ҡайтып, ваҡ ҡына итеп турап киптереп, балаларына өләште. Ә тиреһен өтөп эшкәртеп ашатты. Хоҙайымдан “илдәр тыныс торһон инде” тип һорайым. Йәш быуынға беҙ күргәндәрҙе кисерергә насип итмәһен, – тип ятһа ла, торһа ла теләк теләй ул.
Яңы Байрамғол ауылы егете Ғәйнулла Ғарипов Литваның Клайпеда ҡалаһындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнә...


Туғандар ҡәберлегендә уның исеме лә бар


Ғариповтар ғаиләһендә 1909 йылда тыуған Ғәле 1942 йылдың 2 мартында, утыҙ ике йәшендә, фронтҡа саҡырыла. Йыйылыу пунктына барып етеүгә, ауыр хәлдә ятып ҡалған 30 йәшлек ҡатынының үлеүе тураһында хәбәр итәләр. “Ҡатыныңды һуңғы юлына оҙатып кил”, – тип ҡайтарып ебәрәләр уны.
Уның Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә башлауы 15 сентябрҙә башлана. Ғәле Ғариф улы 371-се уҡсылар дивизияһының 1229-сы полкына эләгә. Был ғәскәр 1941 йылдың көҙөндә Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл ҡалаһында ойошторола.

Улар хеҙмәт иткән часть Мәскәү эргәһендәге ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша. Тирә-яҡта ҡамауҙа ҡалған байтаҡ ауыл-ҡасабаларҙы илбаҫарҙарҙан таҙарталар. 1942 йылдың июле аҙағынан алып Ғәле хеҙмәт иткән дивизия Ржев эргәһендәге Исаков, Бураков, Губин, Копытиха, Грибеев ауылдары өсөн алышҡанда, дошмандың ҡаты ҡаршылығына осрай. Исаков ауылы эргәһендәге ҡан ҡойошта 1942 йылдың 13 авгусында Яңы Байрамғол ауылы егете батырҙарса һәләк була һәм шунда ерләнә. 1950 һәм 1955-1956 йылдарҙа утыҙ ауылдан 1941 – 1945 йылдарҙа һәләк булған совет һалдаттарының кәүҙәһен ауыл биләмәһе үҙәге булған Гнилевҡа туғандар ҡәберлегенә күсерәләр. Бында (2012 йылға) 5710 яугир ерләнгән, 3125-енең исеме билдәле. Бөгөнгә Ғәле Ғариф улының исеме бында инмәгән. Бының өсөн Тверь (элекке Калинин) өлкәһе Ржев районының хәрби комиссариатында ҡатмарлы ғына процедура үткәндән һуң, яҡташығыҙҙың исем-шәрифен индерәсәкбеҙ, тип вәғәҙә бирҙеләр. Әле Гнилевҡа бер кем дә йәшәмәй, һерәйеп торған хужаһыҙ бер нисә өй ҡалған. Ә туғандар ҡәберлеге хәҙер Успенск ауыл биләмәһенә ҡарай. Ниһайәт, тулҡынланып көткән хатыма яуап килде. ”Ғәле Ғариф улының исемен Гнилевтағы туғандар ҡәберлегенә индерәбеҙ һәм һеҙҙе Геройығыҙ алдындағы изге бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ”, – тигәндәр унда.
Ғәле менән Өммөгөлсөмдөң ике йәшлек кенә Фатима исемле ҡыҙы ҡала. Уны Хәҙисә өләсәһе үҫтерә. Фатима Сораман ауылына кейәүгә сыға, дүрт балаға ғүмер бирә, ә үҙе әсәһе кеүек бик иртә мәрхүмә була. Ҡыҙҙары Мәүжиҙә, Зилдә Сораман ауылында йәшәй.


Сөнәғәт тә яу яланында ятып ҡала


Ғариф ағай менән Хәҙисә апайҙың кесе улдары Сөнәғәт 1918 йылда тыуа. Яңы Байрамғол ауылының беренсе баҫҡыс һәм Ҡаҙаҡҡолдағы икенсе баҫҡыс мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Тиҙҙән колхозға эшкә урынлаша. Ул бик әүҙем егет була. Йәштәр араһында төрлө уйындар ойоштороп йөрөй. Фин һуғышынан ҡайтҡан Мөхәмәт Шәһәретдинов менән хеҙмәткә алына торған егеттәргә әҙерлек үткәрәләр.
Теремек, бәһлеүән, абруйлы, һәр эште урынына еткереп башҡарған егеттә ойоштороу һәләтен күреп, уны колхоз рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Ул атаһының атаһын бик яратҡан була, шуға ла Ғәйнулла ағаһының ҡыҙы Шәрифә апаһы менән олаталарының исемен алып, фамилияларын Мансуровҡа үҙгәртәләр.
Сөнәғәт Мансуров, Мөхәмәт Шәһә­ретдинов, Хәйбулла Абдразаҡов, Нәҡип Мөхәмәтов һәм күрше ауылдарҙан бер нисә егет 1941 йылдың 25 майында армия хеҙмәтенә алына. Алкинда хәрби әҙерлек үткәс тә, уларҙы 3-сө гвардия уҡсылар дивизияһы составында Белоруссияның Витебск ҡалаһы эргәһенә килтерәләр. Барлығы алты мең һалдат, шулай уҡ командирҙар, офицерҙар була. Сөнәғәт 505-се уҡсылар полкына эләгә. Ошо көндәрҙә немец илбаҫарҙарының илебеҙгә ҡаршы һуғыш асҡанын иғлан итәләр.
26 июндә Гниздилович, Улля-2, Cенно райондарында оборона позицияһына баҫалар. 5 июлдә ныҡлы ҡоралланған һәм көслө техника менән тәьмин ителгән дошман Витебскиҙы баҫып алыу өсөн бар яуызлығын һала, әммә ҡаты ҡаршылыҡҡа осрай. Аяуһыҙ һуғыш башлана. 11 июлдә, көстәрҙең тигеҙ булмауы сәбәпле, дивизия дошман ҡама­уында ҡала. Был мәхшәрҙән 5 августа ғына ҡотолалар, барлығы меңгә яҡын яугир генә иҫән-һау ҡала.
Өлкән сержант, взвод командиры, рота командиры ярҙамсыһы Сөнәғәт Мансуровты үҙе менән бергә хеҙмәт иткән ауылдашы, дуҫы Мөхәмәт Шәһәретдинов 1941 йылдың 27 июлендә күҙ уңынан юғалта. Ә үҙе ҡамауҙан сыҡҡанда ҡаты яралана һәм госпиталгә эләгә. Байтаҡ дауаланғандан һуң демобилизациялана. 1942 – 1946 йылдарҙа Яңы Байрамғол ауыл Советы рәйесе булып эшләй.
Күп тә үтмәй, Сөнәғәттең әсәһе Хәҙисә Динислам ҡыҙына “Улығыҙ хәбәрһеҙ юғалды” тигән хәбәр килә. Нәҡ бер йылдан Ғәленең, өс йылдан һуң өлкән улы Ғәйнуллаһының һәләк булыуы тураһындағы “ҡара ҡағыҙ” әсәнең йөрәген һурып алғандай була. Сәсенә сал төшә, маңлайына бураҙналар ята. Тик ул ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем уларҙың үлеменә ышанмай, йөрәген ярып сыҡҡан уландарын көтә.


Ике улы иҫән ҡайта


Хәҙисә Динислам ҡыҙының Сабит һәм Сибәғәт улдары ла ҡанлы, утлы өйөрмәлә ҡатнаша. Уларҙы икеһен бер көндә фронтҡа оҙаталар. Шул мәлдә районыбыҙҙан биш йөҙгә яҡын ир-егет, тыуған төйәктәрен ҡалдырып, ҡатындарын, әсәләрен, балаларын зар илатып, илебеҙҙе илбаҫарҙарҙан һаҡларға китә. Ғариповтар менән бергә Яңы Байрамғолдан Ямалетдин Мөхөтдинов, Низам Хәйруллин, Ҡасим Байғазин, Динар Мәҙийәров та була. Фронтҡа китеүселәрҙе бөтә халыҡ, ауыл осонда ҡор әҙерләп, оҙатырға йыйыла.
Белорет аша төрлө ауылдарҙан тупланған буласаҡ яугирҙәр етмешләгән атта (һәр ат арбаһында етешәр кеше) ҡуҙғала. Хәҙисә Ғарипова, бөтә әсәләр кеүек күҙенә йәш алып, интегеп үҫтергән ғәзиздәренә ҡарап, иң изге теләктәрен теләй: “Илбаҫар-йыртҡыстарҙы еңеп, ғәзиз балаҡайҙарым иҫән-һау ғына әйләнеп ҡайтһын инде“.

“Был көндәрҙә Сөнәғәтемдән дә хәбәр юҡ”, тип һулҡылдай әсәнең йөрәге. “Сабит былтыр ғына әрме хеҙмәтенән ҡайтты бит, ниңә уны тағы алалар һуң?” – тигән һорауына ла яуап эҙләп өҙгөләнә ул.
Мобилизацияланған егеттәрҙе ашыҡтырып, Өфөлә вагондарға урынлаштыралар. Тәүге һуғыш сирҡанысын кисәге һабансы Сибәғәт менән ат ҡараусы Сабит Яңы Оскол ҡалаһында ала. Улар торған станцияға немец самолеттары бомба ташлай. Гөрһөлдәү тауыштары яңғырап, вагондарға ут тоҡана башлауға, эргәләге составтан “Коней спасать!” тигән бойороҡ ишетелә. Ығы-зығы башлана, кемдер таҡта түшәмен эҙләй, кемеһелер вагондарҙың келәһен асырға мәшәҡәтләнә, ҡайһы берәүҙәр ҡурҡышынан йәшеренергә маташа. Ә Яңы Байрамғол ауылы егете Сабит, ҡулына әллә ҡайҙан таяҡ эләктереп, вагондың ишеген аса ла, эскә инеп, әсе һыҙғырып, аттарҙың арҡаһына һуға башлай.
Улары ҡурҡыштарынан бышҡыра-бышҡыра тышҡа ырғый. Шул арала ҡустыһы Сибәғәт менән дүрт вагон малды ҡотҡарып өлгөрә. Эшелон командиры быны күрә һәм Сабит эргәһенә килеп:

– Егет, һин ҡайҙанһың? – тип һорай.
– Башҡортостандан, – тигән яуапты ишеткәс, Сабитты үҙҙәре менән китергә димләй.
– Минең менән бер туған ҡустым, ауылдаштарым, уларҙан айырыла алмайым, – тигән яуапты ишеткәс, командир Сабит Ғариф улының ҡулын ҡыҫып, аттар өсөн рәхмәт белдереп хушлаша.
Әммә бер туғандарҙы һуғыш үҙе айыра. Улар 354-се уҡсылар дивизияһының 1201-се полкына эләгә. Великие Луки ҡалаһында ғәскәр тәүләп дошман менән йөҙгә-йөҙ осраша. Совет һалдаттары был алышта күп юғалтыу кисерә һәм ирекһеҙҙән сигенергә мәжбүр була. Ошо һуғышта бер туғандар Сабит менән Сибәғәт бер-береһен юғалта.
Дошман Мәскәү эргәһендәге Дмитриев ҡалаһына сигенгән совет һалдаттарын йылғаға ҡыҫырыҡлай. Беҙҙекеләр йылға аръяғында бер кәмә күрә һәм, шатланып, әгәр ҙә уны биръяҡҡа сығара алһаҡ, яралыларҙы ҡотҡарып булыр ине, ти. Тик октябрь һыуығында берәүҙең дә һыуға ингеһе килмәй. Сибәғәт яйлап сисенә башлай. Кемдер көрөшкә менән егеткә эсемлек тоттора. Уныһы ауыҙға алмаҫлыҡ һаҫыҡ була. Сибәғәт Ғарипов эсеп тормай, йылғаны тиҙ генә кисеп, үҙенең ҡулына урап алған кабелде кәмәгә бәйләй һәм уны үҙҙәре яғына алып сыға.
Илбаҫарҙар, күп юғалтыуҙарға ҡара­маҫтан, Мәскәүҙе алырға ашҡына. Можайск эргәһендә сигенгән һалдаттарҙы яңы килгән часҡа ҡушалар. Улар көсөргәнешле алышта ҡаланы азат итә.
Сибәғәт был яуҙа ла үҙен яҡшы яугир итеп күрһәтә. Уны партия сафына кандидат итеп алалар. Ә икенсе көнөнә ул яралана. Госпиталдән сыҡҡан һалдатты Көнбайыш фронтына ебәрәләр. Хәҙер ул – разведчик һәм элемтәсе.
Сибәғәт Ғариф улы был дәүерҙә хеҙмәт иткән көндәрен иҫенә төшөрөп, һуғыш бөткәс, ауылдаштарына һөйләгән:

– Шулай бер мәл егеттәрҙән бер төркөмдө разведкаға ебәрҙеләр, ләкин улар һөйләшелгән ваҡытҡа килеп етмәне. Хәбәр булмағас, командирыбыҙ, бер нисә теремек һалдатты һайлап алып, дошман тураһында хәрби мәғлүмәт алырға һәм алдан киткән яугирҙәрҙең яҙмышын белергә ебәрҙе. Ҡайҙа шыуышып, ҡайҙа тубыҡланып, дошман позицияһына яҡынлашыуыбыҙға, беҙҙән алда киткәндәр менән осраштыҡ. Баҡһаң, улар немецтарҙың бер төркөмө менән аңғармаҫтан маңлайға-маңлай бәрелешә. Атыш башлана. Уларҙы Хоҙай үҙе һаҡлай, бөтәһе лә иҫән ҡала. Шуға ла бер аҙ ваҡыт үткәреү өсөн урманға сигенеп, көтөп ятҡандар икән...
Разведчиктар үҙҙәренә кәрәк мәғлүмәт туплап, ашығып ҡайтырға сыға. Күп тә бармай, таш юл аша сыҡҡанда, патрулгә эләгәләр. Сибәғәттең күп иптәштәре яралана, үлгәндәр ҙә була. Сибәғәт тә ҡаты йәрәхәтләнә. Ярҙам көтөп, ҡанһырап ятҡан яугирҙәрҙе, дүртенсе көндә генә табып, госпиталгә оҙаталар.
Погорелище ҡалаһында күрһәткән батырлығы өсөн уны III дәрәжә Дан ордены менән наградлайҙар. Алыштарҙың бере­һендә йәнә дошман пуляһы тейә...
Мәскәү, Иркутск госпиталдәрендә һау­лығын нығытырға тура килә егеткә. Ул был юлы ун өс ай дауалана, ләкин яу яланына ҡабат эләкмәй. Яугирҙе 1943 йылдың 9 авгусында, I төркөм инвалидлыҡ биреп, тыуған яғына ҡайтаралар. Хәленең бик насар булыуы сәбәпле, күрһәткән батырлыҡтарын иҫәпкә алып, уны өйөнә тиклем бер татар ҡыҙы – шәфҡәт туташы оҙатып килә. Ә ауылдаштары “Сибәғәт кәләше өҫтөнән кәләш алып ҡайтҡан” тигән хәбәр тарата. Тик һуңынан ғына хәлдең айышына төшөнәләр. Ул күрһәткән батырлыҡтары өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Мәскәүҙе һаҡлаған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә” һәм юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.
Сибәғәт Ғариф улы бер аҙ һаулығын нығытып, аяҡҡа баҫҡас, үҙенең эшен колхозда һөтсөлөк фермаһы мөдире булып дауам итә. Ул тракторсылар бригадиры, колхоз рәйесе урынбаҫары була. Колхоздары “Байрамғол” совхозына ҡушылғас та, 1967 йылға тиклем етәкселек эшен дауам итә. Бер нисә тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Оҙаҡ йылдар халыҡ суды заседателе була. Уға фиҙакәр хеҙмәте өсөн мотоцикл коляскаһы бүләк итәләр...
Сабит ағай һуғыштың тәүге көндәренән алып фронттың алғы һыҙығына эләгә. 1943 йылда ҡаты яралана һәм, яраҡһыҙ тип, фронттан ҡайтарыла. Ул 15-16 йәшенән байға ялланып ат көтә, һуңынан яңы ойошторолған “Мышағыр” артелендә төрлө хужалыҡтарҙан йыйылған йылҡы тәрбиәләй. Төрлө хәлдәргә тарый ул. Бигерәк тә ул саҡта күпләп үрсегән бүреләр көтөүе теңкәһен ҡорота.


Ҡусты, ағалары өсөн дә йәшәйҙәр


Сабит Ғариповтың намыҫлы хеҙмәте тураһында 1944 йылда яуланған райондың күсмә Ҡыҙыл байрағы асыҡ һөйләй. Ул, ябай ғына көтөүсе булһа ла, тура һүҙле, эштә берәүгә лә ялҡауланырға ирек бирмәҫ, һәр саҡ хәрәкәттә, талымһыҙ кеше була. Һәр саҡ: “Мин дан да, шөһрәт тә эҙләмәйем, йәшәгән урынымдан, эшләгән эшемдән ҡәнәғәтмен”, – тип әйтер була.


Сабит Ғарифулла улы 1985 йылдың 6 апрелендә II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана. Оло быуын кешеләре уның тураһында: “Ҡуш йөрәкле ир ине, йәшерәк сағында яҙғы ташҡын мәлендә Миндәк йылғаһы аша бер атты елкәһенә һалып сыҡҡан бәһлеүән ул”, – тип хәтерләй. Һыу ташҡан саҡта теге ат көслө ағымға ҡаршы тора алмай йығылған. Үҙенең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, бар ғүмерен хеҙмәткә арнаған ир-уҙаман, боҙло һыуға инеп, атты алып сыға. Ә икенсе яҙында Рәшит Әхмәтйәновтың улы Инсафты (дүрт йәшлек малайҙы) ҡотҡара.


Әсәләре Хәҙисә Динислам ҡыҙы Сабит менән Сибәғәт улдарының һуғыштан иҫән ҡайтып, эргәһендә йәшәүҙәренә шатланһа ла, һәләк булған уландарын һағына, зарығып көтә, уларға тип һандығы төбөндә бәйләгән бирсәткә, башалтайҙарын, киптергән ҡороттарын һаҡлай. Сабит менән Сибәғәт әсәләренең хәлен аңлай, ҡусты-ағайҙарының ҡайтмаҫын да белә. Шуға бер көн ҡаршыларына ултыртып:

– Әсәй, беҙ Ғәйнулла, Ғәле ағайымдар, Сөнәғәт ҡустыбыҙ өсөн дә йәшәйәсәкбеҙ. Балаларыбыҙға улар тураһында йышыраҡ һөйләп, уларҙың үрнәгендә тәрбиәләрбеҙ. Үҙеңде һаҡла, – тиҙәр.


Сабит менән Сибәғәт һүҙҙәрендә тора. Сабит ун бер балаға ғүмер бирә. Өлкән ҡыҙы Сәүиә (мәрхүмә) районда ғына түгел, республикабыҙҙа танылған оҫта ҡымыҙ эшләүсе, бейә һауыусы була. Ваҡытында Мәскәүҙәге күргәҙмәнән ике көмөш, өс бронза миҙал алып ҡайта. Уның Марат улы әсәһенән ҡалмай, дүрт-биш йәштән һыбай йөрөй, мал йәнле булып үҫә.


Марат Сабит улына 2005 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә. Уның ҡатыны Миңсара Хәләф ҡыҙы ла 2007 йылда шундай уҡ маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Сәкинә, Зәкиә ҡыҙҙары, тырыш һауынсылар булып танылып, хаҡлы ялға сыға.


Сибәғәттең ғаиләһендә туғыҙ бала тыуа, бөтәһе лә яҡшы тәрбиә һәм белем ала. Венера Сибәғәт ҡыҙы үҙенең бар булмышын, яҙмышын медицина менән бәйләй һәм Уральск ҡасабаһында акушер-гинеколог булып эшләй. Медицина өлкәһендә оҙаҡ йылдар лайыҡлы эшләгәне өсөн “Башҡортос­тандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.


Сибәғәт ағай үҙенең улына фронтта яу яланында ятып ҡалған ҡустыһы Сөнәғәттең исемен аҙанлаттыра. Сөнәғәт Сибәғәт улы бар ғүмерен төҙөлөш эшенә бағышлай. Ул производстволағы юғары күрһәткестәре өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе” исеменә лайыҡ була. Әле хаҡлы ялда булһа ла, төҙөлөштә эшен дауам итә, бригадир вазифаһын башҡара.


Флорида Сибәғәт ҡыҙы Яңы Байрамғол һигеҙ йыллыҡ, Наурыҙ урта мәктәбен тамамлағас, Өфө китапхана техникумына ситтән тороп уҡырға инә һәм Н. Крупская (хәҙерге Зәки Вәлиди) исемендәге Республика китапханаһына эшкә урынлаша. 1991 – 2009 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте китапханаһында бүлек мөдире булып эшләй. Әлеге көндә, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең яратҡан эшен Зәки Вәлиди исемендәге китапханала дауам итә. Быйыл уның эшләүенә илле йыл тула. Флорида Сибәғәт ҡыҙы 1991 йылда – “Иң шәп эше өсөн” билдәһенә, 1998 йылда мәҙәниәт өлкәһендәге оло уңыштары өсөн “Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.


Финзира ҡыҙы – Уральскиҙағы “Ләйсән“ ансамбле ветераны. Әле ул – ”Йәйғор” ағинәйҙәр фольклор төркөмөнөң иң әүҙем ағзаһы, башҡорт халыҡ әйберҙәрен тегеүсе-оҫтабикә.


Фәйзулла Сибәғәт улының фиҙакәр хеҙмәте Салауат Юлаев ордены менән билдәләнә. Уға награданы беренсе Президентыбыҙ М.Ғ. Рәхимов үҙе тапшыра.


Ғариповтарҙың данлыҡлы, әүҙем, уңған шәхестәре тураһындағы теҙмәне артабан да дауам итергә мөмкин. Сабит менән Сибәғәт әсәләренә биргән һүҙҙәрендә тороп, Ғариповтарҙың фамилияһына тап төшөрмәй уны намыҫ менән йөрөтә һәм яу ҡырында ятып ҡалған яҡындарының балаларын үҙ ҡанаттарына алып, абруйлы шәхестәр итеп тәрбиәләй.


Учалы районы, Сәфәр ауылы
Читайте нас: