Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
11 Июнь 2019, 15:16

Алтын юбилей менән!

Көслө ғаилә – дәүләт нигеҙе. Ошо көндәрҙә Йылайыр районында ярты быуат бергә татыу ғүмер иткән Билаловтар ғаиләһен алтын туйҙары менән тәбрикләнеләр.

Көслө ғаилә – дәүләт нигеҙе. Ошо көндәрҙә Йылайыр районында ярты быуат бергә татыу ғүмер иткән Билаловтар ғаиләһен алтын туйҙары менән тәбрикләнеләр.
Иҙрис Йәрйәс улы менән Сәлиха Мирғәли ҡыҙы Ҡәҙерша ауылында йәшәй. Ғаилә башлығы бар ғүмерен урман хужалығына бағышлаған, ҡатыны ауыл хужалығында фиҙакәр хеҙмәт иткән. Иҙрисовтар – ауылдың абруйлы ғаиләләренән, лайыҡлы балалар тәрбиәләп үҫтергәндәр.


– Ауыр саҡтарҙы сабыр итә-итә, үҙ ара хөрмәт менән йәшәһәң, тормош көтөүе еңел, – тиҙәр юбилярҙар. – Татыу йәшәнек, 50 йыл үткәнен һиҙмәнек тә.


Фото Йылайыр районы хакимиәте сайтынан.