Ветеран
21 Июня 2019, 09:29

“Биргән антты боҙмам һис ҡасан да...”

Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Ҡазыйхан Һаҙыевтың исемен “Башҡортостан” гәзитенең олораҡ быуын уҡыусылары яҡшы хәтерләйҙер. Баҫмабыҙ менән уны оҙаҡ йылдар дауамындағы дуҫлыҡ ептәре бәйләне.

Һалдат һәр ерҙә лә алғы сафта булды.


Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Ҡазыйхан Һаҙыевтың исемен “Башҡортостан” гәзитенең олораҡ быуын уҡыусылары яҡшы хәтерләйҙер. Баҫмабыҙ менән уны оҙаҡ йылдар дауамындағы дуҫлыҡ ептәре бәйләне.


Ҡазыйхан Һаҙый улы сығышы менән Бала­ҡатай районының Әүеште ауылынан. 12 генә өйҙән торған ауылдан 14 кеше Бөйөк Ватан һуғышына китә. 17 йәшендә хәрби хеҙмәткә саҡырыу алған яугир Һаҙыев 2-се, 3-сө Украина фронтында һуғыша, бөйөк Еңеүҙе Австрияның Леобен ҡалаһында ҡаршылай. Яу яландарында ике тапҡыр яралана, бер тапҡыр контузия ала.


Ғүмере булғас, ут-һыу кисеп, тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайта. Бәләкәйҙән уҡып белем алырға тырыша: һуғышҡа тиклем урта мәктәпте, артабан Бөтә Союз финанс-иҡтисад институты­ның Өфө филиалын уңышлы тамамлай, яуаплы урындарҙа эшләй. Мәктәптә уҡығанда уҡ “Йәш төҙөүсе” гәзитенә мәҡә­лә­ләр яҙа, хеҙмәт йылдарында “Башҡорт­остан” гәзите менән дуҫлаша.


Һуғыштың барлыҡ михнәт­тәрен, аяуһыҙ­лығын үҙ иңендә татыған Ҡазыйхан ағай тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, донъяға яҡты уйҙар менән бағып йәшәй. Был уның шиғырҙарында ла асыҡ сағыла. Ул һәр ваҡыт ижад кешеләренә бирелгән һә­ләткә эскерһеҙ һоҡлана, улар кеүек кеше күңелдәренең иң тәрән сөңгөлдәренә үтеп инерлек шиғырҙар яҙырға теләй. Яугирҙең яҙмалары, бәлки, шиғриәт өлгөһө булыуҙан алыҫтыр, әммә улар ихласлыҡ, балаларса сами­милыҡ, эскерһеҙлек менән һуғарылған.


Онотмам


Бер туғанҡайым бар ине минең:

Йәнемдәй күргән Рәхимйән энем.

Әрмегә китте, күрешә алманыҡ,

Шуға күңелде ялҡын ялманы.


Иптәше менән йәйге бер көндө

Иңгә-иң терәп яуға ингәндәр.

Тик яңғыҙ сыҡҡан иптәше яуҙан,

Үҙе яралы – ҡаты имгәнгән.


Һин ҡайҙа ҡалдың, туғаным минең?

Дошман пуляһы тейҙеме әллә?

Туптар шартлауҙан ер-һыу убылып,

Өҫтөңә тупраҡ өйҙөмө әллә?


Әллә күкрәгеңә яуыз дошман

Штыгы менән ҡаҙап үлтерҙе?

Әллә асыҡ ергә тура килеп,

Дошман пулеметтан һиптерҙе?


Колхоз ҡырҙарында ал бирмәнең,

Ярыштарҙа булдың еңеүсе!

Коммунизм өсөн көрәштә лә

Һәр саҡ барҙың алда – беренсе!


Колхоз эшенә бик ныҡ бирелеп,

Йыш килмәнең – күреп туйманым.

Һағынып яҙған һуңғы хатҡайыңды

Тағы бер ҡат уҡып иланым.


Хуш, туғаным, онотмамын һине,

Һәр саҡ иҫкә алып һөйләрбеҙ.

Көрәшсене, батыр һуғышсыны

Шиғыр һәм йыр итеп көйләрбеҙ.


Әүеште ауылы, 1942 йыл.


Һин ҡайҙа?


Йылғалар ташып,

Йырлап аҡтылар.

Йылы яҡтарҙан

Ҡоштар ҡайттылар.

Һарғайған ине

Үләндәр көҙөн,

Тағы сыҡтылар

Йәмләп ер йөҙөн.

Йәшел япраҡтар

Ярҙы ағастар.

Йәшәүҙе маҡтап

Һайрайҙар ҡоштар.

Кәкүк саҡыра

Тауҙа – ҡайында.

Тартай ҡысҡыра

Йылға буйында.

Талдарға ҡунып

Һайрай һандуғас.

Иҫкә төшәһең

Көндәр йәмләнгәс.

Йөрөгәйнек икәү

Шул матур айҙа.

Хәҙер мин яңғыҙ,

Ә һуң һин ҡайҙа?


Әүеште ауылы, 1942 йыл.


Әсәйемә


Тыңламайса, әсәй, әйткәнеңде,

Уҡыйым тип һаман ашҡындым.

Хәҙер алға, коммунизм өсөн

Көрәш фронтына ташландым.


Хуш бул! Мин китәмен ҡанлы һуғышҡа,

Ҡулдарыма мылтыҡ аламын.

Ғәзиз тыуып үҫкән еребеҙҙе

Һаҡлар өсөн унда барамын.


Риза бул һәм изге теләк теләп,

Оҙат мине барыр юлыма.

Биргән антты боҙмам һис ҡасан да,

Еңеп ҡайтырмын – ышан улыңа!

Әүеште ауылы, 1943 йыл.
Фронт һәм тыл


Туғандарым минең ҡайғылы шул:

Ашлыҡ йыйыу һуғыш эшендә.

Хат яҙырға булдым үткәндәргә

Үтенес һәм йыр рәүешендә.


Бик тырыштым, бар көсөмдө һалдым

Уҡырға һәм белем алырға.

Тыуған илдең әрме сафтарына

Урта белем менән барырға.


Урта мәктәп юҡ ине ауылда,

Урыҫ мәктәбендә уҡыным.

Уҡытыусым үҙе шулай ҡушҡас,

Әйткәндәрен уның тыңланым.


Һигеҙенсегә керҙем етенсенән,

Тик башҡортса ғына белһәм дә.

Урыҫтарҙан һис тә ҡалышманым,

Туған телдә белем алһам да.


Мин фронтта бында, ә һеҙ тылда

Аҙыҡ менән тәьмин иттегеҙ!

Ризыҡ уйлап ҡына тормам әле,

Минән яҡшы белем көтөгөҙ.


Ҡарлыхан ауылы, 1941 йыл.
Читайте нас