Һикһәнгә етеүенә ҡарамаҫтан, Мөнир Мансуров әле булһа егеттәрсә баҫып, йәштәр көнләшерлек дәрт менән йәшәй. Ғүмере буйы ергә һәм хеҙмәткә һөйөүенә тоғролоғон һаман ташламаған. Аҙнаһына бер нисә тапҡыр ялан-ҡырҙарҙы, улдары сәскән баҫыуҙарҙы күреп, уларҙы байҡап сыҡмаһа, күңеле булмай. Беҙ барғанда ла элекке агроном Мөнир Нурғәле улы баҫыуҙарҙы буйлап, игендәрҙең шаулауын тыңлап, күңеле тулып ултыра ине. “Бар ине минең дә иген сәсеп, мул уңыш йыйған мәлдәрем”, – тип бер аҙ төшөнкөлөккә бирелеп тә алды.
Районда геройымды ер улы булараҡ беләләр, сөнки ул – 24 йәшенән алып оҙаҡ йылдар Әбйәлил районында агроном булып эшләгән иң тәжрибәле белгестәрҙең береһе.
Мөнир Мансуров Әбйәлил районының Тәпән ауылында донъяға килгән. Дөрөҫөрәге, һабантуй мәлендә тыуған. Ул ваҡытта һабантуйҙарға әҙерләнеү, тирмәләр ҡороу өсөн ауылдарҙан ғаиләләр бер аҙна алдан барып, ҡуна ятып тирмә ҡорор булған. Маһисара менән Нурғәле Мансуровтар ҙа ғаиләһе менән район һабантуйы үтәсәк урынға алдан бара. Байрамдан улар иң оло бүләккә лайыҡ – малайлы булып тыуған ауылына ҡайта.
Ауылда дүрт класты тамамлағас, Мөнир артабан белем алыу өсөн күрше Ишҡол ете йыллыҡ мәктәбенә уҡырға бара. Уҡыуға зирәк, тиңдәштәре араһында маҡсатҡа ынтылыусан, белемле егет урта белем таныҡлығы алыу маҡсатында, Асҡар ауылына йөрөп, урта мәктәпте тамамлай. Ул йылдарҙа егеттәргә бер аҙ колхозда эшләп алыу бик мәртәбәле һанала, сөнки әрмегә барғанда һинең хеҙмәт кенәгәңдең булыуы ла ҙур роль уйнай. Шуға күрә Мөнир Мансуров, мәктәпте яҡшы тамамлауына ҡарамаҫтан, хеҙмәт юлын Калинин исемендәге колхозда башлай. Артабан уны Дыуан ауыл хужалығы техникумына уҡырға ебәрәләр. Ҡулына агроном дипломы алған саҡта Мөнир Нурғәле улына 24 йәш тула. Ғәмәлдә ул районда берҙән-бер тиерлек дипломлы агроном һанала.
Шул йылдарҙа Әбйәлил районы Баймаҡ ауыл производство идаралығына ҡарай. Йәш белгес, эш һорап, Сибайҙа урынлашҡан идаралыҡҡа бара һәм туған колхозына эшкә ҡайта. Шул дәүерҙән алып Мөнир Нурғәле улы тыуып үҫкән ҡырҙарынан, баҫыуҙарынан айырылмай. Төрлө йылдарҙа ергә ҡараш, хужаларҙың мөнәсәбәте төрлөсө була, әммә ерҙе үҙ иткән, уны яратҡан белгестең был өлкәлә үҙ ысулы һәм тәжрибәһе һәр саҡ мул уңыш үҫтереп алыуға ярҙам итә.
Һәр ваҡыт эҙләнеүҙәр өҫтөндә, үҙен камиллаштырыу һәм үҫтереү маҡсатында әленән-әле яңы сорттар табыу, уларҙы һынау йәш агрономды артабан юғары белем алыуға илтә. Башҡорт ауыл хужалығы институтында яҙған диплом эше лә бойҙай культураһына арнала. Уҡыу йорто уҡытыусылары уның эшен бик ҡыҙыҡһынып тыңлай, төрлө һорауҙар бирә, артабан да институт менән бәйләнеште өҙмәҫкә, уға ғилми диссертация өҫтөндә эшләргә тәҡдим итәләр. Әммә ул тыуған яғында иген үҫтереүен дауам итә.
Ул мәлдәрҙе иҫләп, Мөнир Мансуров хәтер ебен тағатты. Уның һөйләгәне һайын күҙҙәрендә осҡондар ҡабынды, яурындары турайҙы, күңеле тулышты. Шулай ҙа оло кешенең ул йылдарҙа эшләүенән йәм һәм тәм тапҡаны, яратҡан эшенә ни тиклем яуаплы булыуын төҫмөрләүе ҡыйын түгел ине. Уйлап ҡараһаң, йылдары ла ниндәй осорҙарға тура килгән бит...
– Бойҙай элек колхоз-совхоздар үҫтергән төп культурабыҙ ине. Шунлыҡтан төп иғтибар уға бирелде. Заманында “Һарытау-29” сортын күп үҫтерҙем. Беҙҙең төбәкте ҡабул иткән, мул уңыш биргән сорттарҙың береһе булды, икмәге лә һәйбәт ине. Бер йылды уны сәсеүҙе туҡтаттылар, шул осорҙа районға ул саҡтағы партия Өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакиров килгәйне. Беҙ унан ошо сортты сәсергә рөхсәт итеүен һораныҡ һәм тағы ла ике йыл буйы иктек. Артабан уны “Һарытау-35”, һуңынан “Һарытау-55” алмаштырҙы. Был сорттар агротехник сараларҙы ваҡытында үткәреүгә, ашлама индереүгә бик һиҙгер. Әммә ергә хужаларса ҡараш булмаһа, ниндәй сорт сәсеүгә ҡарамаҫтан, уңыш алыу мөмкин түгел. Был хаҡта һәр саҡ әйтеп киләм, – ти тәжрибәле агроном.
Мөнир Нурғәле улы арыштың “сулпан” сортын да оҙаҡ йылдар сәсә. Хатта уны сығарған билдәле ғалим-селекционер, Социалистик Хеҙмәт Геройы Сабир Ҡунаҡбаев менән дә осраша.
Төрлө йылдарҙа үҙ эшенең оҫтаһы, тынғыһыҙ белгес булараҡ киң танылыу тапҡан Мөнир Мансуров Калинин исемендәге колхоздың баш агрономы, уның рәйесе вазифаларын да тарта. Үҙе әйтмешләй, хатта икешәр тапҡыр баш агроном һәм рәйес булырға тура килә уға.
2000 йылдарҙа колхоз һәм совхоздар тарҡала башлағас, ул хаҡлы ялға сыға. Ауылдаштары уға буш ултырырға ирек бирмәй: ауыл старостаһы итеп һайлап та ҡуя. Бында ла Мөнир Мансуров ауыл тормошон яҡшыртыу өсөн бар тырышлығын һала: зыяраттарҙы кәртәләү, ауылда көтөү мәсьәләһен хәл итеү, ветерандарға ярҙам күрһәтеү сараларының һәр саҡ башында йөрөй, ойоштороусыһы була.
Тормош иптәше Зәйнәп Хәкимйән ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр, бөгөн һигеҙ ейән-ейәнсәре бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатыны бик йәшләй вафат була. Балдыҙы Сулпан Хәкимйән ҡыҙын икенсегә ҡатынлыҡҡа ала һәм, уның менән ике ғаиләлә тыуған балаларҙы бергә ҡарап үҫтереп, матур тормош юлына баҫтыралар. Әммә ул да тормош иптәшен ҡалдырып, китеп бара.
Малайҙары менән бергәләп Мансуровтар үҙ эшен асып ебәрә. “Өйрәнгән эш – иген үҫтереүҙе һайланыҡ. Ҡуртымға ер, шулай уҡ халыҡтың пай ерҙәрен дә алдыҡ. Венер улым крәҫтиән (фермер) хужалығын ойошторҙо. Бергәләшеп эшләйбеҙ, кәрәк икән эшселәргә килен бешергән йылы ашты алып барам, кәрәк булғанда үҙем дә комбайн штурвалына ултырам.
Нисек сәсергә, нимә сәсергә, ҡасан сәсергә икәнлеген үҙем әйтеп, күҙәтеп торам. Тағы берҙе ҡабатлайым, ерҙе яратмай тороп, унан мул уңыш алырға өмөтләнергә кәрәкмәй. Иң мөһиме – ергә һаҡсыл ҡараш булыу”, – ти ул.
Эшенә күрә хөрмәте, тигәндәй, Мөнир Нурғәле улының фиҙакәр хеҙмәте тейешенсә баһаланған. Уның күкрәген “Почет Билдәһе” ордены, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы биҙәй. 1994 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Шулай уҡ Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһына, Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә бронза миҙалға лайыҡ була. Әбйәлил районы депутаттары советына дүрт тапҡыр депутат итеп һайлана, ауыл биләмәһендә лә депутат була. Рауил ауыл биләмәһенең Почетлы гражданы ла. Бына шундай ихтирамлы ветеран йәшәй Әбйәлил районында.