Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
19 Ноябрь 2019, 17:32

Ҡаһарманлыҡ мәңге онотолмаҫ

Халҡыбыҙ борон-борондан батырлығы менән дан ҡаҙанған. Яу килгәндә бер ҡасан ситтә ҡалмаған ата-бабаларыбыҙ иленә ҡалҡан булып дошман яуына ҡаршы сыҡҡан.

Башланғысты һаҡлай белеү фарыз.


Халҡыбыҙ борон-борондан батырлығы менән дан ҡаҙанған. Яу килгәндә бер ҡасан ситтә ҡалмаған ата-бабаларыбыҙ иленә ҡалҡан булып дошман яуына ҡаршы сыҡҡан.
Еңеү яулап ҡайттылар


Беҙҙең ауыл уҙамандары 1812 – 1814 йылғы Ватан һуғышында француздарға ҡаршы ҡаһармандарса һуғышҡан һәм уларҙы илебеҙҙән ҡыуып сығарып, Парижға тиклем барып еткән. Был яуҙа ҡатнашҡан зауряд-есаул Ғәбделмөьмин Йәнбәков, Ғабдрахман Арыҫланбәков, Ғәбделғәфәр Әмировтың исемдәре билдәле, һуңғыһы яу яланында һәләк булған. Ғабдрахман Парижды алыуҙа ҡатнашҡан. Ул, ике көмөш миҙалға лайыҡ булып, еңеү менән ҡайтҡан.


Бик күп ауылдаштарыбыҙ 1914 – 1918 йылдарҙағы Беренсе донъя һуғышында ла ҡатнашҡан: Фәтҡулла Рәхмәтуллин, Фәхретдин Ҡарабаев, Сираждан Бүләшев, Фәтҡулла, Аллаяр, Мөхәмәт, Йәләлетдин Арыҫланбәковтар, Шәйхәттәр Сәғитов, Алтынғужа Алтынбаев, Мөхәмәт Ғәлиәкбәров (батырлығы өсөн IV дәрәжә Георгий миҙалы менән бүләкләнгән), Бәҙретдин Ҡарабаев (яуҙа ятып ҡалған).


Бөйөк Ватан һуғышында ла ауылдаштарыбыҙ ҡартатайҙар ҡаһарманлығын ҡабатлаған. Элекке һуғыштарҙа халҡыбыҙ дошманға ҡаршы уҡ-йәйә, винтовкалар менән барһа, һуңғыһында танк-самолеттар, артиллерия кеүек заманса ҡоралдар менән алышҡан.


Аяуһыҙ һуғыш халҡыбыҙға әйтеп аңлатҡыһыҙ ҙур юғалтыуҙар, михнәттәр алып килде. Ауылыбыҙҙан 72 кеше фронтҡа алынһа, уларҙың 30-ы яу яландарында ятып ҡалған. 1941 йылда биш кеше – Әхмәҙулла Ғәлимов, Әбдрәхим Сәғитов, Сәғиҙулла Алтынбаев, Миңлеғужа Рәхимов, Әхмәтшәриф Мәжитов хәбәрһеҙ юғалған. Һуңғыһының улы – Ишбулды Әхмәтшәриф улы эҙәрмәндәр отряды ярҙамында атаһының ҡайҙа ерләнгәнен асыҡлаған.


1942 йылда ун ауылдашыбыҙ өсөн һуғыш тамамлана, өс кеше – Тимерғәли Арыҫланбәков, Мин­һажетдин Ҡарабаев, Сөләймән Яҡшыбаев һәләк булған, етәүһе – Сәхиулла Алтынбаев, Ғәйфетдин Сәғитов, Ишбулды Ишмөхәмәтов, Хөрмәтулла Әмиров, Рамаҙан Әлибаев, Шәмсетдин Алтынбаев, Ғиниәт Алсынбаев хәбәрһеҙ юғалған (мәғлүмәттәр “Хәтер” китабынан алынды – авт.). Ете кеше иһә 1943 йылда һәләк булған.


...Еңеү яулап ҡайтҡан 42 яугир ең һыҙғанып илде тергеҙеү, ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу эшенә тотона. Улар араһында оҫта механизаторҙар, малсылар һәм башҡа һөнәр эйәләре була, улар һәр саҡ алғы сафта бара. Мәҫәлән, Насрулла Ғөбәйҙуллин тракторсылар бригадиры, тимерсе булып эшләне. Шәрәфулла Хәлитов та оҫта тимерсе ине. Таһир Харрасов башта механизатор, аҙаҡ малсы булараҡ башҡаларға алдынғылыҡты бирмәне, хужалыҡта ҡорамалдар мөдире булып эшләгән Абдулғәлләм Яҡшыбаев һәр ваҡыт сбруй, сана-арбаларҙы төҙөк хәлдә һәм етерлек күләмдә тотто, Ғәлим Яҡшыбаев Өмөгөлсөм Арыҫланбәкова менән мал ҡарау буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәште. Хисаметдин Арыҫ­ланбәков оҫта ат ҡараусы ине...


Һуғыш осоронда тылда ла еңел түгел, бар эш ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, үҫмерҙәр ҡулына ҡала. Шул дәүерҙә тыуған балаларға ла еңел булмай.


Халыҡ берҙәм булды


Әлеге ваҡытта һуғыш ветерандарының барыһы ла баҡый донъяла, йәндәре йәннәттә булһын. Тыл ветерандарының бары тик бишеһе генә иҫән: Миңнурый Ғафарова, Ярулла Мәжитов, Шәкир Арыҫланбәков, Ишбулат Бүләшев, Әсмә Сәғитова. Ауылдың иң өлкән кешеләре – һуғыш балалары Фәйзрахман Арыҫланбәковҡа, Мәфтуха Рәхимоваға ла шул осор михнәттәрен татырға тура килә. Уларҙан һуң килгән быуын кешеләре лә шундай ауырлыҡтарҙы күреп йәшәне, тырышып эшләне. Хеҙмәт һөйөүсән, егәрле, көслө рухлы кешеләр булдылар.


Башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ улар менән иңгә-иң терәп, колхоз эшенә йөрөнөк. Бесән мәлендә өмәләр уҙғарылғаны айырыуса иҫтә ҡалған. Унда эшләй алырҙай йәше лә, ҡарты ла ҡатнашты. Урып-йыйыу ваҡытында ла халыҡ берҙәм булды.

Аслы-туҡлы йәшәгән саҡтар ҙа булды. Колхозсылар “трудоденгә эшләне, йәғни эш хаҡы уңыш йыйып алынғандан һуң түләнде. Икмәккә ондо ҡул тирмәнендә тартып, ярманы килелә төйөп ала инек. Ваҡ тоҙ булмағанда “кормовой” тоҙҙо ла килелә ваҡланыҡ. Ишле ғаиләләргә айырыуса ҡыйыныраҡ булды, ә ул ваҡытта күптәр биш-туғыҙ бала үҫтерҙе. Атҡолаҡ, алабута, бәпкә үләндәре менән аш бешерҙеләр. Ғөмүмән, ғаиләне ҡарау өсөн атай-әсәйҙәргә күп көс һалырға тура килде. Колхоз эшенән бушаған ваҡытта ниндәйҙер кәсеп менән булышып ҡына ризыҡ менән тәьмин иттеләр. Урман-яландарҙа үҫкән емеш-еләк, һөт-ҡатыҡ, ҡаймаҡ, йомортҡа, һалабаштан эшләнгән йүкә, ҡап, септә – барыһы ла һатыуға китте һәм ишкә ҡуш булды.


Тормош ауырлыҡтарын күреп, сынығып үҫкән балалар артабанғы тормошта ла юғалып ҡалманы, бына тигән һөнәрмәндәр, маҡтаулы шәхестәр булып китте. Улар араһында Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булған Ғизетдин Алтынбаев менән Зәйнетдин Ҡарабаев та бар. Был исемлекте байтаҡ дауам итергә булыр ине, сөнки маҡтаулы исемлеләр, юғары наградалылар бик күп, гәзит бите лә етмәҫ...


Тормош алға бара, ауылдар ҙа күҙгә күренеп матурлана. Хөрмәтле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов, башҡа ауылдар менән бер рәттән, Дауыт-Ҡайыпҡа ла ҙур ярҙам күрһәтте. Урамдарға асфальт түшәлде, юлдар, күперҙәр ремонтланды, быуалар төҙөлдө, ауылыбыҙҙа ат фермаһы, ҡымыҙ цехы сафҡа индерелде, һыу, газ үткәрелде, социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлдө. Ошоларҙың ҡәҙерен белеп, матур йәшәргә генә ҡала.


Арҙаҡлы шәхесебеҙ әле лә ярҙамынан ташламай. Дауыт-Ҡайып ауылы тарихы һәм шәжәрәләре китабын баҫтырып сығарыуҙы финансланы, мәсеткә электр энергияһы йәһәтенән матди ярҙам күрһәтте, йыл һайын Ҡорбан байрамына һарыҡ бүләк итә. Уға рәхмәтебеҙ сикһеҙ.


Тағы бер яҡташыбыҙ – Сорғот ҡалаһында йәшәгән Мөхтәр Сәғитов ауылдаштары яҙмышына бер ҡасан да битараф ҡалмай. Ауылда уҙған һәр сарала әүҙем ҡатнашып ҡына ҡалмай, төрлө яҡлап ярҙам да күрһәтә.


Ҡарағайҙар – тере һәйкәл


Ауылыбыҙға, мәсеткә ярҙам иткәндәр ҙә байтаҡ: Ишбулды Рәхимовтар, Рәил, Сөләймән һәм Азамат, Альберт һәм Ринат Яҡшыбаевтар, Урал Ибраһимов, Руслан Арыҫланбәков, Әкрәм Әбдрәхимов, Айнур, Марат Рәхимовтар, Айҙар Ҡыҙрасов һәм башҡалар.


Йәштәрҙең күбеһе “Тәүәкән” агройәмғиәтендә эшләй һәм матур итеп донъя көтә, балалар үҫтерә. Ауылыбыҙ киләсәге өмөтлө, иншаллаһ! Халҡыбыҙ берҙәм, шуныһы айырыуса ҡыуандыра.


Күптән түгел өмә ойошторҙоҡ. Ауылға ингән юл буйҙарын таҙарттыҡ, зыяратты тәртипкә килтерҙек, ағас үҫентеләре ултырттыҡ.


Шулай ҙа иң ҙур, иҫтәлекле ваҡиға Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 72 геройға бағышлап Дауыт-Ҡайып ауылы үҙәгендә 72 төп ҡарағай үҫентеһен ултыртыу булғандыр. 100 төп үҫенте менән Күгәрсен урман хужалығы директоры урынбаҫары Әлмир Әбделмәнов тәьмин итте, ултыртыу эшен Айнур Рәхимов ойошторҙо.


Шуныһы ҡыуаныслы: ағастарҙы геройҙарҙың балалары һәм туғандары ултыртты. Был эш ҙур ихласлыҡ менән башҡарылды, һәр ағас өсөн яуаплы ғаилә билдәләнде, улар аллеяны ҡарап, ағастарҙы тәрбиәләп торорға тейеш.


Мәсет ихатаһындағы ҡарағай үҫентеләре аллеяһына 72 яугир хөрмәтенә “Батырҙар аллеяһы” исеме бирелде: киләсәктә урман булып шаулар улар. Ҡалған 28 ағас ауылдағы социаль үҙәк ихатаһына ултыртылды, киләсәктә унда ла йәшеллек утрауы барлыҡҡа киләсәк.


Бына шулай, Дауыт-Ҡайып халҡы шанлы тарих биттәрен терелтте, данлыҡлы ауылдаштарының рухын яңыртты. Ситтә йәшәгәндәр ҙә әүҙемлеге менән шатландыра: мәҫәлән, Көйөргәҙе районынан килгән Минияр Хәйбуллиндың шәхси музей экспонаттары – халҡыбыҙҙың хәрби ҡоралдары, кейемдәре барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.


Теләүембәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөбәйер Әбдрәхимов барыһын да байрам менән ҡотлағандан һуң, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ әүҙем ауылдаштарыбыҙ Мөхтәр Сәғитов, Минияр Хәйбуллин үҙҙәренең йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрен яңғыратты. Мәсеттә байрам ашы ашатылғандан һуң, ауылдың имам-хатибы Ишмөхәмәт хәҙрәт барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ теләп аят-доғалар уҡыны.


...Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға һигеҙ тиҫтәгә яҡын йыл да үтеп бара. Йылдар үтер ул... Ҡасандыр һуғышты күреп белгән, ололарҙан ишетеп-белгәндәр ҙә ҡалмаҫ... Геройҙарға ҡуйылған һәйкәлдәр менән ни булыр? Еңеү көнө нисек үткәрелер? Дүртенсе- бишенсе быуын ейәндәре батыр ата-бабаларының исемдәрен белерме?


Ауыл халҡы ултыртҡан ҡарағайҙар иһә беҙгә тере һәйкәл булып ҡаһармандарҙы иҫкә төшөрөр. Ауылдаштар, уҡыусылар үҫентеләрҙе матур итеп тәрбиәләр тип ышанғы килә. Башланғысты һаҡлай һәм яҡлай белеү ҙә фарыз.


Күгәрсен районы.
Читайте нас: