Ветеран
26 Ноябрь 2019, 11:39

Яугирҙең бер быуатлыҡ тарихы

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, яугир, яҙыусы Рамаҙан Ҡотошов башҡорт баҫмаларын бөгөн дә алдырып уҡый. Быйыл 95 йәшен тултырған Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы хатта ҡулынан ҡәләмен дә төшөр­мәй. Яңыраҡ ҡына күренекле яҙыу­сы, олуғ шәхес Ғәзим Шафиҡов тураһындағы мәҡәләһе “Башҡортостан” гәзитендә донъя күрҙе. Рамаҙан ағай – илдең һынылышлы мәлдәрен үҙ иңендә күтәргән кеше.

“Донъяның матурлығына һоҡланам”


Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, яугир, яҙыусы Рамаҙан Ҡотошов башҡорт баҫмаларын бөгөн дә алдырып уҡый. Быйыл 95 йәшен тултырған Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы хатта ҡулынан ҡәләмен дә төшөр­мәй. Яңыраҡ ҡына күренекле яҙыу­сы, олуғ шәхес Ғәзим Шафиҡов тураһындағы мәҡәләһе “Башҡортостан” гәзитендә донъя күрҙе. Рамаҙан ағай – илдең һынылышлы мәлдәрен үҙ иңендә күтәргән кеше.


Ул 1924 йылдың 22 апрелендә Башҡорт АССР-ының Маҡар (хәҙерге Ишембай) районының Ҡарайған ауылында хәлле крәҫ­тиән ғаиләһендә тыуа. Атаһы Нур­ғәли Ғәлиәхмәт улы – Илсек-Тимер улысы Юрматы ырыуының рево­люцияға тиклемге старшинаһы Ғәлиәхмәт Кинйәбулатовтың улы. Заманы өсөн алдынғы ҡарашлы, егәрле кеше була ул. Бәлки, шуға ла илдә совет власы урынлашҡас, мал-мөлкәте бармы-юҡмы тип ҡарап тормайҙар, Рамаҙан ағайҙың атаһы Нурғәли бабайға “кулак” мөһөрө тағып та ҡуялар.


Быйыл 95 йәшен тултырған Бөйөк Ватан һуғышы яугире, Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышы ордендары кавалеры, ғүмере буйы башҡорт рухиәтенә хеҙмәт иткән Рамаҙан Ҡотошовтың “Ҡарайған” тип аталған китабы донъя күрҙе. Унда яҙыусы үҙенең нәҫел-ырыуы, тыуған ауылы, райондаштары, төбәге тарихын яҙа. Юрматы ырыуының боронғо ауылда­ры­ның береһе Ҡарайған тирәһендәге топонимик атамалар, ырыу тура­һын­дағы иң боронғо мәғлүмәттәр, Килмәк абыҙ хәрәкәте, Батырша күтәрелеше, 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышына бәйле хәбәрҙәр, 1812 – 1814 йылғы һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан яҡташтар, күренекле шәхестәр хаҡында мәҡәләләрҙән торған был йыйынтыҡ – юбилярҙың үҙенә генә түгел, яҡташтарына ла ҙур бүләк. Китап – төбәктең, ауылдың ғына түгел, тотош дәүерҙең бер кесе энциклопедияһы, тиергә лә мөмкин. Һәр бүлегендә илдәге хәл-торош, шул мәлдә ауылдаштарының йәшәйеше, ғаиләләрҙең көнитмеше тураһында ла яҙа. Китап – бер көндә яҙылған әйбер түгел, киреһенсә, йылдар буйына мәғлүмәт туплай барып, шулар нигеҙендә тыуған ентекле аналитик әҫәр. “Башҡортостан ерҙәрен яҡлау”, “Ҡотошовтарҙың шәжәрәһе”, “Ауыл хужалығында коллектив хужалыҡтарға берләшеү осоро”, “Ауыл хужалығын социалистик нигеҙҙә яңынан ҡороу”, “Икенсе бөтә донъя һуғышы”, “Илебеҙҙә кризис күренештәренең башланыуы”, “Ҡарайған ауылы йәштәренең юғары белемгә, фән бейеклектәренә күтәрелгән шәхестәре”, “Ҡарайған ауылының бөгөнгө хәле”, “Ҡарайған ауылының киләсәге нисек күҙаллана” – былар йыйын­тыҡ­тың төп бүлектәренең атамалары ғына. Унан тыш, китап фотоһүрәт­тәр, архив материалдары менән дә байытылған.


Киләһе йыл Рәсәй халҡы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәлә­йәсәк, ветеран Рамаҙан Нурғәли улы ундан ашыу китабы менән аяҡ баҫа был байрамға!


Уның менән әңгәмәбеҙ тормош юлы хаҡында. Уның ғүмер юлы үҙе әллә нисәмә китапҡа торошло.


Атай өсөн генә түгел, олатай өсөн дә һораған замандар булған...


– Рамаҙан ағай, ҡасан һеҙҙең күңелегеҙгә “мәҡәлә яҙам әле” тигән теләк килеп инде?

– Ҡарайғанда тыуһам да, 5-се класта Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында уҡыным. Шунда “Йәш быуын” тигән ҡулъяҙма журнал сығарҙыҡ, шуның мөхәррире булдым. Уҡыусылар араһында шиғыр, мәҡәлә, хикәйә яҙғандар элек күп була торғайны, шуларҙы йыйып, айына бер журнал сығарҙыҡ. Үҙем шунда мәҡәлә лә яҙам, мөхәррирләйем дә. Ул ваҡытта пограничниктар тураһында күп һөйләйҙәр, күп яҙалар ине, әҫәрләнеп китеп, мин дә бер хикәйә яҙып ташланым. Баҫылып сыҡҡас, аптырап ҡалдылар хатта: “Ҡайҙан уларҙың тормошон беләһең?”– тип. Шиғырҙар ҙа яҙғылай инем.


Шунан бер мәл, беҙ 6-сы класта уҡы­ғанда, һис көтөлмәгән хәлдәр башланды: уҡыу әсбаптарынан яҙыусыларҙы алып ташланылар. Китап биттәренән хатта тәре менән һыҙыуҙы талап итәләр ине. Уҡытыусы инә лә Афзал Таһиров, Булат Ишемғол, Дауыт Юлтый, Төхвәт Йәнәби кеүек әҙиптәрҙе һыҙғыслап ташларға ҡуша бит инде, үҙе нимә эшләргә лә белмәй. Дәрескә керә лә, башҡорт яҙыусыларын уҡырға ярамағас: “Балалар бөгөн дә Максим Горькийҙы уҡыйбыҙ...” – тигән була инде. Башҡорт яҙыусыларын уҡып үҫергә насип булманы. Әрмегә китер алдынан мәктәбемә барып ҡараным, уны ла ябып ҡуйҙылар. Районыбыҙ ул ваҡытта Ишембай түгел, ә Маҡар тип атала ине.


Бер мәл, хәтерләйем, ике иптәшем менән аптыранып йөрөп, Байғужаға киттек. Йәй. Киләһе уҡыу йылында ҡайҙа ла булһа белем алырға кәрәк бит. Ул ауылда ла мәктәп ябыҡ тора ине, әммә мәктәп директорына барып ҡарағыҙ, тинеләр. Уны эҙләп таптыҡ. Ҡайҙан, нисек килеүебеҙҙе һорашты. Беҙ Ҡа­райғандан Ишембай аша урап, 20 саҡрым тирәһе юл үтеп килеп еткәнбеҙ. Ул беҙгә бик аңлап ҡарап тора, үҙе былай ти: “Беҙҙең мәктәп бар, әммә ашхана ла, ятаҡ та юҡ. Ҡайҙа йәшәргә уйлай­һығыҙ?Атай-әсәйҙә­регеҙ рөхсәт итһә, килегеҙ”, – ти. Ҡайтҡас, атайым беҙҙе тыңланы ла, унда ебәрмәҫкә булды. Стәрлегә барырға мөмкин, әммә унда йә урыҫса, йә татарса уҡырға кәрәк. Ни өсөндөр башҡорт мәктәптәре юҡ ине.


Атайым үҙе алебастр эшләй. Ауыр хеҙмәт. Ул мине үҙенә ярҙам итеп торор­һоң тине, сөнки белем алыу йәһәтенән бер ниндәй сараһын тапмайбыҙ. Сағылда алебастрҙы таш итеп сығаралар, шунда мейес эшләп тора. Бер тәүлек тирәһе яҡ­ҡас, таштар бешеп сыҡҡас, балта төй­ҙәһе менән туҡмайҙар, шунан уны иләп, арбаға тейәп, ҡалаға һатырға алып китә­ләр. Төҙөлөштәр бара, ул һәр ерҙә кәрәк бит инде, үтемле тауар. Алебастр – иң һәй­бәт, кәрәкле материал. Шунда мин ата­йыма ярҙам итеп, кочегар булдым да киттем. Утын килтереп торам, яғып ебәрәм. Шулай эшләп йөрөй торғас, Ишәй тигән ауылда башланғыс мәктәпкә барҙым. Унда эшкә Стәрлетамаҡ педагогия училищеһын бөткән егеттәр килде. Мин – төркөмдөң старостаһы. Уҡып йөрөгән булабыҙ. Уҡытыусы яңылышып китһә, егеттәр көлөшә башлай. Ул директорҙан ярҙам һорай.


Комсомол ойошмаһы төҙөлмәгәйне әле, ә йәштәр араһында тәртип булды­рырға кәрәк. Шунан ҡарап йөрөй торғас, миңә комсомолға инергә тәҡдим иттеләр. Ә мин ризалаша алманым: “Атайым кулак, был власть уны танымай, атайымдан баш тартып, комсомолға инә алмайым инде”, – тинем. Атайыңа әйтмәҫһең, тиҙәр. Ҡалай булһа ла, атайыма ҡаршы бара алмай инем.


Бер мәл директор саҡыртып алды ла йәштәрҙең алғы сафы икәнен һөйләй башланы. Мин барыһын да аңлай инем, әммә атайыма оҡшамаясаҡ. Бер нисә рәт шулай өгөтләй торғас, ризалаштым. 1937 йылдар ине был.


– Атайығыҙ – кулак, тинеләрме?

– Бер кулаклығы юҡ ине уның. Үҙҙәренсә хәллерәк йәшәгәндәр инде. Һуғышта йөрөп ҡайтҡан кеше. Хәйер, атайымды ғынамы ни, Йыһангир бабайымды ла таланылар, өйҙәрен, малдарын алып киттеләр. Атайымдың да бер һыйыры, бер келәте, бер аты бар ине, барыһын да тартып алдылар. Өйөбөҙ тороп ҡалды, әммә уны ауылға килгән уҡытыусыларға фатир итеп бирҙеләр, ә беҙ кеше өҫтөнә сығып киттек. Заманы шулай ине. Беҙҙең олатай Ғә­лиәхмәт старшина бул­ған, уның ошо дәрә­жәһе балалары өҫтөнә төштө.


1995 йылда беҙҙе Ишем­байға судҡа саҡыр­ғандар. Аптырап киттек. Беҙ бер енәйәт тә ҡылманыҡ бит, тибеҙ. Шулай ҙа барҙыҡ. Барһаҡ: “Һеҙҙең атайы­ғыҙҙың бер ғәйебе лә юҡ, уны аҡланылар!” – тиҙәр. Алтмыш йылдан ашыу ваҡыт үткән бит. Алданыраҡ, ағайҙар иҫән саҡта аҡлаһалар, яҡшы булыр ине лә бит. Хайран ҡалып тыңланыҡ беҙ был “аҡлау процесын”.
Муллағәле ағайым менән дә мәктәп йылдарында ауыр хәл булды. Стәр­лелә тик “биш”кә уҡып йөрөгән уҡыусыны тоттолар ҙа “кулак балаһы” тип кире ҡайта­рып ебәр­ҙеләр. Бик күңелһеҙ йөрөнө ул, шул атайым янында алебастр эшләне инде.
Тағы ла бер хәл ныҡ хәтерҙә тороп ҡалған. Тарантас еккән бер кеше килеп туҡтағас, ҡаршы алырға сыҡтым. “Ҡото­шов Муллағәле ошо өйҙә торамы?” – ти был. Ағайымдың сағылда алебастр эшләүен әйттем, әммә үҙем бәләкәйерәк туғандарҙы ҡарап ҡалғас, оҙата бара алмай инем. Теге Хамматов тигән мәктәп директоры Муллағәле ағайымды уҡырға алырға килгән икән. “Әйҙә, Муллағәле, отлич­никһыҙ мәктәп булмай, әйҙә, киттек!” – тигән. Атайым ҡаршы сығып ҡараған, әммә тәртип буласаҡ, тип алып киткәндәр. Муллағәле ағайым яҡшы уҡыған, комсо­молға алғандар. Уның геолог булғыһы килгән. Ул Ленинградҡа Пермь башҡорто асҡан Тау институтына уҡырға инеп китте. Фин һуғышы башланғас, уҡыуы ауырлашһа ла, уҡыуға түләү һорай башлағас, ағайым унда тамамлай алманы. Бында ҡайтып, тарих факультетын тамамланы, тик “5”-кә уҡыны, аҙаҡ депутат булып китте. Коммунист та булды. Бына шулай йәшәне кулак малайы.


Мин дә ятаҡһыҙ, ашханаһыҙ уҡыу йортона инә алмай ҡаңғырып йөрөгәндә, егеттәр автотранспорт училищеһына саҡыра башланы. Шунда уҡып йөрөнөм. Себерҙә ФЗУ-ла булдым. Тубыл йылғаһы сигендә тора инек. Ағып килгән бүрә­нә­ләрҙе ат менән тар­тып сығарабыҙ. Әммә бер мәл бүрәнә тартҡанда өс ҡабырғаны, аяҡтарҙы һындыр­ҙым, мине Омскиҙағы дауаханаға ебәрҙеләр. Шунда йүнәлеп сығып, тағы эште дауам иттем. Беҙ ғаиләлә ун бер бала инек, мин – бишенсе. Өлкән ағайымдар һуғышта, нефть эшендә йөрөй, минең дә бынан китке килә.


1942 йылдың йәйендә, 18 йәшем тулмағайны әле, әрмегә саҡырып алдылар. Башта Севастополь училищеһында зенит артиллерияһында уҡыным. Училище ваҡытлыса Өфөгә күсерелгәйне. Уны алты айҙа тамамлап, лейтенант званиеһы менән һуғыштың алғы һыҙығына ебәрелдем. 1943 йылдың башында Брянск фронтына килдем, 1349-сы зенит-артиллерия полкының взвод командиры итеп тәғәйенләнеләр. Яҙмыш ҡушыуы буйынса Орел – Курск дуға­һының иң ҡаты алыштарына эләктем.


Орел һәм Курск өлкәләрен, Белоруссияны, Украинаны, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаштым. Висла йылғаһында икенсе тапҡыр яраланып һәм контузия алып, аҙаҡ үҙебеҙҙең часты ҡыуып етеп, Варшаваны алыуҙа ҡатнашырға насип булды әле миңә. Беренсе Белоруссия фронты Одер йылғаһы буйындағы Кюстрин ҡәлғәһе янында туҡтаны, аҙаҡ Берлинға табан юлланды. Курск дуғаһынан башлап, Белоруссия, Украина, Польша аша үтеп, Берлинға етеп, Еңеү яулап ҡайттым.


Яу ҡырҙарын айҡаған батыр


– Рамаҙан ағай, һин – Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һу­ғы­шы ордендары, “Германияны ең­гән өсөн”, “Белоруссияны азат иткән өсөн”, “Варшаваны алған өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, шулай уҡ “Маршал Жуков” миҙалы менән бү­ләкләнгән башҡорт батыры. Беҙ һуғыштың ни икәнен дә бел­мәй­беҙ. Ул турала бары тик китаптан уҡып, кинонан ҡарайбыҙ. Ут эсен­дә үҙе йөрөгән кеше булараҡ, һеҙҙе һу­ғышта иң тетрән­дер­гәне нимә булды? Яра ла алғанһығыҙ...


– Егерме генә йәштә инем. Курск дуғаһында булды ул хәл. Аяғым ҡаты яраланды, ҡан аша бысраҡ китмәһен өсөн, аяҡты киҫергә булып китте­ләр. Артабан аяҡһыҙ нисек йәшәрмен икән, тип уйлайым. Ныҡ ҡаты барҙы бит һуғыш. Взвод командиры инем. Ҡул аҫтындағы кешеләр тулыһынса һәләк булып бөттө тиерлек. Үлгәндәрҙе лә кү­мергә ваҡыт юҡ. Яраланғандарҙы госпи­талгә та­шыйҙар. Ашарға бешерһен тип, бер егетте артҡа ебәргәйнек, ана шул иҫән дә һәм сержант Ягодкин менән мин. Ә танктар өҫкә ябырылып килә. Беҙҙең ниндәй ҡорал ҡалды икән? Ябай патрон менән алып булмай танкты. Өс граната ҡалған, ти Ягодкин. Ә ул яралы булыу сәбәпле, һөжүмгә бара алмай. Шыуышып барып, танктар йөрөгән ергә етеп, ҡалҡына биреп ташланым грана­таларҙы. Өнө тығылды. Берәйһе сығып ата башлар тиһәм, тауыш-тыны юҡ. Шунан көтәм тағы ла берәйһе сығыр танктан тип, юҡ, күрен­мәне. Кире сиге­нәйем тиһәм, гранатаның ярсыҡ­тары үҙемде лә ҡаты яра­лаған икән. Бөтә аяҡтар ҡанға батҡан. Шыуышып та булмай.


Ягодкин килде. Ул мине алып сығам тип ҡа­рай, әммә көсө юҡ. Кире барып, аш бешерергә кит­кәнде саҡырып ҡараны, уныһы ла юҡ. Шунда төн сыҡтым. Бер кем белмәй, дошман төндә лә атакаға бара торғайны, әммә Хоҙай һаҡлағандыр инде, ләкин яра­ланған аяҡҡа бысраҡ инеп, ҡанға киткән. Иртәгәһенә егеттәр эҙ­ләп табып, килеп алды. Һуғыш был мәл­гә йомшарғайны, улай уҡ ҡаты булманы.


Тик аяҡты киҫергә кәрәк, тиҙәр. Зинһар өсөн, йәш организм бирешмәҫ, үҙем дә көрәшермен, тип аяҡты киҫмәүҙәрен һораным. Ялан госпиталенә алып килделәр. Контузия ла алғанмын. Ҡолаҡ бөтөнләй ишетмәй. Йәш кенә медицина хеҙмәте лейтенанты менән яҙышып ҡына аңлашабыҙ. Аяҡты ҡараны ла кәңәш бирҙе: “Бына эшелон тора, йыраҡҡа гос­питалгә алып китәбеҙ тиһәләр, барма, юлда, киреһенсә, яраң зыян күрәсәк. Ошон­да ҡал, мин һине үҙем дауалая­саҡмын. Һинең өсөн ҡурҡам. Юлда яралылар үлә, ҡалаларҙа урын юҡ. Үҙ өҫтөмә алып ҡалам”, – тине. Ул Ырымбур өлкә­һенән булып сыҡты. Уға сикһеҙ рәхмәтлемен, ысынлап та, һүҙендә торҙо, аяҡҡа баҫтырҙы ул мине.


– Һеҙҙең заман журналистикаһы хәҙерге замандыҡынан нимәһе менән айырыла?

– Беҙ бит теорияны уҡыған кешеләр түгел, беҙҙе заман үҙе эш һәм ижад барышында барыһына ла өйрәтте. Һеҙҙе бит уҡытып сығарҙылар, ә беҙ махсус белем алманыҡ.


– Әллә инде. Һис тә уҡығандарҙан кәм яҙмайһығыҙ. Һеҙҙең журналис­тика – тотош быуатты һыйҙырған йылъяҙма!

– Беҙҙе тормош үҙе уҡытты. Беҙ сығарған гәзиттәр һеҙҙеке кеүек грамоталы ла булмағандыр, һеҙҙекеләр һүрәттәр менән йәнле итеп биҙәлә. Темалар оҫта итеп ирекле рәүештә күтәрелә. Тотош полосалар бер темаға арнала. Мин бөгөн дә “Башҡорт­остан”ды бик яратып, ҡыҙыҡһынып уҡып барам. Матбуғат­һыҙ йәшәгән юҡ ул. Һеҙҙең быуын – ул көслө журналистар быуыны.


Элек партияның үҙ идеологияһы булды, уны һәр баҫма, һәр журналист теүәл үтәргә бурыслы ине. Беҙ шулай эшләнек тә, беҙ Ватаныбыҙ өсөн, уның халҡының именлеге өсөн дөрөҫ эшләүебеҙҙә һис шикләнмәнек.


– Һеҙ бер нисә китап авторы ла.

– Эйе, хәҙер ун булып китте. Уларҙың күбеһе һуғыш йылдары, һуғыш хаҡында. Тормошта төрлө хәлдәр була. Ҡайһы бер кешеләр яуҙа булмаһа ла, үҙен яугир һымаҡ тотоп, хәбәр һөйләп ебәрә. Миңә кеше менән бер-ике ауыҙ һүҙ һөйләшеү етә һәм уның яуҙа булғанмы, юҡмы икәнен шунда уҡ төшөнәм. Яугир яугирҙе әллә ҡайҙан, бер ымынан, хәрәкәтенән, ярты һүҙҙән аңлап тора. Мин 24-се зенит-артиллерия дивизияһы составында һуғыш юлын үттем. Бер генә башҡорт бар ине унда, водитель булды, сығышы менән Мәләүез районынан, яуҙа ятып ҡалды ул. Ҡайтҡас, бер-беребеҙҙең ғаиләһен барып күрергә, тип һүҙ ҙә ҡуйышҡайныҡ.


Ағай үлеп ҡалды. Мин 1947 йылда ғына ҡайттым тыуған яҡҡа. Мәләүезгә барып, уның туғандарын, яҡындарын эҙләп ҡараным, таба алманым. Зөфәр Латипов ине ул. Ауылын барып таптым, өйө ошонда ине, тип күрһәттеләр. Мәләүез шәкәр заводы эсендә тороп ҡалған ул. Ул ике улым бар ине, тип һөйләгәйне. Ҡатыны кейәүгә сығып киткән. Балалар уның менән бергә киткән. Балаларының береһенә – 5, икенсеһенә 7 йәш тип һөйләй ине ағай. Мәләүез гәзитенә лә яҙып ҡараным, Күгәрсен райо­нына ла мөрәжәғәт иттем. Бына әлегә тиклем ул яугирҙең балаларын белгән, ишеткән юҡ. Яуҙашым алдында бик уңайһыҙ булып тора күңелемә...


– Һеҙ Ғәлиә апай менән оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисергәнһегеҙ. Һеҙҙең йәштән ҡарағанда, мөхәббәт бармы ул? Нимә ул мөхәббәт?

– 68 йыл бергә ғүмер иттек. Өс бала үҫтерҙек. Эйе, был донъяла мөхәббәт бар. Мөхәббәт – ул бер-береңде аңлау, ярҙамға килеү. Тауыш күтәреү, нимәлер иҫбатларға тырышыу түгел, ихтирам кәрәк. Ниндәй генә хәлдәрҙә лә Ғәлиә миңә насар һүҙ әйтмәне, ғөмүмән, һүҙ әйтмәне. Сабыр булды. Мин ғүмерҙә лә ҡул күтәргән, бармаҡ менән сирткән кеше түгелмен. Ниндәй генә хәлгә тарыһаҡ та, аңлашып, икәү-ара һөйләшеп, еңеп сыға торғайныҡ.


Ғәлиә менән ҡорған ғаиләбеҙҙә өс ба­ла тәрбиәләп үҫтерҙек, барыһы ла юғары белемле, ҡыҙыбыҙ Асия – педагогия фән­дәре кандидаты. Алты ейәнебеҙ, бүләбеҙ бар. Ейәндәребеҙ – Мәхмүд менән Шамил – Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамланы, икеһе лә – фән докторы, про­фессорҙар. Өлкәне былтыр Башҡортос­тан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайланды. Өсөнсө ейәнебеҙ Ғәзиз – тарих фәндәре кандидаты, колледжда уҡыта, докторлыҡ диссертацияһын яҡларға әҙерләнә. Ғәлиә генә мине ҡалдырып китте бынан бер нисә йыл элек. Уның юҡлығын ныҡ тоям, һағынам... Балаларым иғтибарынан ташламай, улар менән бергә аралашып, китаптар, гәзит-журналдар уҡып, донъяның матурлығына һоҡланып йәшәп ятам!
Читайте нас