Ветеран
4 Декабря 2019, 06:03

Хәбирә инәй 101 йәште ҡыуа

Күгәрсен районының Әлмәс ауылында тыуып үҫкән Хәбирә Айытова инәй 26 ноябрҙә бер быуатлыҡ йәшен билдәләне. Ябай ғына ауыл инәйе түгел әле ул, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, II һәм III дәрәжә “Әсәлек даны” ордендары менән бүләкләнгән хөрмәтле әсә.

Күгәрсен районының Әлмәс ауылында тыуып үҫкән Хәбирә Айытова инәй 26 ноябрҙә бер быуатлыҡ йәшен билдәләне. Ябай ғына ауыл инәйе түгел әле ул, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, II һәм III дәрәжә “Әсәлек даны” ордендары менән бүләкләнгән хөрмәтле әсә.


Оло кешене борсоғо килмәһә лә, йөҙйәшәрҙе барып күреү теләге барыбер еңде. Инәйебеҙ беҙҙе күптәнге таныштарындай, тәмле аш еҫтәрен таратып, ҡунаҡсыллыҡ менән ҡаршы алды. “Ул әле лә йәш килендәрҙәй кухняла бөтөрөлә, – тип һүҙгә ҡушыла инәйҙең хәлен белергә ингән китапханасы Әлфирә Табылдина. – Бәләкәстән күреп үҫтем был татыу, эшсән ғаиләне. Һигеҙ бала бер-береһен уҙышып тигәндәй үҫте лә таралышып бөттө. Хәбирә инәй әле лә ҡул эшен ташламай, энә менән төрлө матур япмалар бәйләй”, – тип Әлфирә инәйҙең түңәрәк, сағыу төҫтәге япмаларын беҙҙең алға һала.
Күҙе үткер, зиһене асыҡ, мәрәкәсел инәйҙең тормош хәтирәләре бер кис ултырып ҡына һөйләп бөтөрлөк түгел. Тәүге йәшлек мөхәббәтенән, дәһшәтле һуғыш йылдарынан алып ҡәҙимге тормош баҫҡыстарына тиклем килеп еттек, хәтәр йыл һәм ваҡиғаларҙы барланыҡ.
– Колхозда ла, совхозда ла эшлә­нем. Минең кеүек VII класты тамам­ла­ған бала-саға иң грамоталы, алдын­ғы ҡа­рашлы кеше һаналды ул дәүерҙә. Тәүҙә яланға сығып, сажин менән ҡа­тын-ҡыҙҙың урған, көлтәләгән ерҙәрен үлсәнем, аҙаҡ кассир, иҫәп-хисапсы ит­теләр, “трудодень” һанаттылар, колхоз балын һатҡан аҡсаны иҫәпләнем. Һатыусы булып оҙаҡ йылдар эшләнем, әйбер таратыуы ҡыйынмы ни, аҡсаһы булһа, уны ғына дөрөҫ һанап була инде ул...
Урындағы умарталыҡта бал күп ине. Уны Ырымбурға алып барып һата торғайнылар. Эшләмәгән эш, күрмәгән ҡайғы ҡалманы. Әле лә тик ултырғы килмәй, күрше 90 йәшлек Шәрифәнең хәлен белергә йөрөһәм, Зинур улым әрләй, “тышта боҙлауыҡ, ҡайҙа киттең галуштарыңды кейеп, йығылып ята күрмә”, тип борсола, – ти йөҙйәшәр.
– Инәйҙең ете балаһы иҫән-һау, килеп хәлен белешеп торалар. Ейән­сәр­ҙәренең “текә” машиналарҙа ғына өлә­сәйҙәренең өйө алдында туҡта­ға­нын күргәнем бар, – ти Әлфирә Ғәйнет­дин ҡыҙы. – Ошоғаса таҡмаҡ әйтеш­тәргә, Ҡөрьән аштарына йөрөнө, ауыл ағинә­йен ҡунаҡтан ҡалдырмайҙар әлмәстәр.
Әле Хәбирә инәй “Тәүәкән” йәмғиә­тендә моторист булып эшләгән төпсөк улы менән донъя көтә. Әсәһе өсөн өҙөлөп тора инде ул Зинур ағай.
– Бәхетле көндәрем дә күп булды, – ти инәй. – Иң аяныслы көндө лә иҫкә төшөрмәй булмай. Почтальон итеп ҡуйғас, үлем хәбәрен ғаиләләргә еткереү минең өсөн язаға тиң булды. Бер саҡ өс сабый менән яңғыҙы ҡалған ғаиләгә “ҡара ҡағыҙ”ҙы нисек бирергә тип баш ватҡаным иҫтә. Бер нисә мәртәбә уҡталдым, аяҡ һис кенә тартмай. Тәүәккәлләп, ҡапҡанан инһәм, ғаиләнең тамаҡ ялғаған мәленә тап килгәнмен икән. Балалар ас, тамаҡ туйҙырырлыҡ нимә булһын инде, берәүһе, бахырҡай, ҡоро һөйәкте ялай ҙа ялай, ашарлыҡ ере ҡалмаһа ла... Ошо күренештәрҙе күҙ алдынан үткәр­һәң, хәҙерге тормоштоң нисек яҡшы, күңелле, матур булыуына инанаһың. Ҡәҙерен белергә кәрәк.
– Хәбирә инәй, һинең кеүек йөҙ йәш­кә етеп, 18 ейән-ейәнсәргә, 31 бү­лә-бүләсәргә өләсәй булып ултыраһы ине. Йөҙйәшәрлектең сере бармы?
– Бар. Тик тормаҫҡа, эшләргә лә эшләргә кәрәк. Мин балаларға ғүмер буйы шуны тылҡыйым. Ишеттеләрме икән, уныһын белмәйем.
Читайте нас