Өфөлә “Торатау” конгресс-холында Ватан Геройҙары көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Унда Волга буйы федераль округынан Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһы Геройҙары исемен йөрөткән 18 батыр һәм Социалистик Хеҙмәт Герой исемен йөрөткән ике шәхес ҡатнашты. Сараға ҡаланың хәрби кадет кластарында уҡыған балалар, Юнармия, курсанттар, ветерандар һәм хәбри туғанлыҡ ойошмалары вәкилдәре саҡырылғайны.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров: “Бар осорҙа ла дәүләт мәнфәғәте үҙгәрешһеҙ ҡала. Был көндө ҡаһарманлыҡтары һәм исемдәре ил тарихында яҙылған батырҙарҙы тәбрикләйбеҙ”, – тине сығышында.
Волга буйы федераль округының иң яҡшы өлкәләренә дипломдар тапшырылды. Шулай итеп, “Иң яҡшы музейҙар” номинацияһында Һамар өлкәһе, Мордва Республикаһы, Пермь крайы музейҙары бүләкләнде. “Ватан һаҡсылары хәтерен мәңгеләштереү ҡануниәтен тулы үтәгән өсөн” номинацияһында Башҡортостан Республикаһы – беренсе, Мордва Республикаһы – икенсе, Ырымбур өлкәһе өсөнсө дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
“Беҙҙең өсөн был тиклем геройҙарҙы тәбрикләү - оло хөрмәт. Был залда бер ваҡытта ла ошо тиклем геройҙар булғаны юҡ ине. Ватан Геройы – илде һаҡлауҙа батырлыҡ һәм илһөйәрлек күрһәткән кеше. Башҡортостан Республикаһы халҡы ла һәр саҡ Ватанды яҡлауға үҙ өлөшөн индерҙе. Тормошта һәр саҡ ҡаһарманлыҡҡа урын бар. Улар тормошобоҙҙа тик хеҙмәт батырлыҡтары ғына булһа яҡшы булыр ине, – тип республика Башлығы Радий Хәбиров илебеҙҙең күге тыныс булыуын теләне.
Башҡортостан етәксеһе илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү өлкәһендә саралар ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан өсөн Октябрьский, Салауат ҡалалары округтарына һәм Дюртөйлө районына, Башҡортостан Республикаһының Йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү һәм армияға әҙерлек үҙәгенә рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.