“Ҡартлыҡтағы бәхет – иң ҙурыһы” икәнлеген аңлау өсөн Сабур һәм Кинйәһылыу Хөшшәмовтарға бер бағыу ҙа етә. Етмеш йылға яҡын бергә ғүмер кисергән ғаиләлә бер-береһенә ҡарата шул тиклем иғтибарлы һәм ихтирамлы ҡараш, йылы мөнәсәбәт. Әбйәлил районы Ташбулат ауылының иң абруйлы һәм өлгөлө ғаиләләренең дә береһе улар.
Ғаилә башлығы Сабур Хөшшәмов – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, әле уға 95 йәш. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ветерандың хәтере яҡшы. Һуғышҡа алынған тәүге көндәренән алып Бөйөк Еңеүгә илткән яу юлдарының һәр сәғәтенә тиклем хәтерләй, әммә олоғайыуҙанмы, әллә йылдар үткән һайын, фронтташ дуҫтарының сафы һирәгәйә барыуынанмы, яугир олатай ғүмере юлындағы бүтән хәтирәләрҙе телгә алғыһы килмәне. “Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына килерһең, ҡыҙым, яҙырға. Бөгөн ана, әбейемде маҡтап яҙ, ул булмаһа, мин бөгөнгә тиклем йәшәмәҫ тә инем”, – тип шаяртып та ҡуйҙы.
Ә уйлап ҡараһаң, уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Кинйәһылыу Фәүәрис ҡыҙы тормош иптәшенән байтаҡҡа кесерәк. Фронттан ҡайтҡан яугиргә йәшләй генә кейәүгә сыға. Айыуһаҙы ауылына килен булып төшкән йылдарын бөгөнгөләй хәтерләй ул:
– Туйыбыҙ 1951 йылдың ноябрь айында булды. Ул ваҡытта ноябрь ҡыш айы кеүек була торғайны, ҡайҙан инде хәҙерге кеүек ҡарһыҙ булһын. Пар аттар егеп, кырандастарға ултыртып килен төшөрҙөләр. Төшкән нигеҙемә таштай батып, бына инде етмеш йылға яҡын бергә ғүмер кисерәбеҙ, – ти Кинйәһылыу инәй.
Хөшшәмовтар тәүҙә Айыуһаҙы ауылында йәшәй, ғаилә башлығы колхозда эшләй. Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы биш балалары донъяға килә. Артабан улар Ташбулат ауылына күсеп килә һәм ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар почта бүлексәһендә хеҙмәт итә.
Берҙән-бер ҡыҙҙары Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. Баһадирҙай дүрт улы – дүрт терәге Ташбулат ауылында төпләнеп, ғаилә ҡора. “Ғаиләлә атай һүҙе, атай абруйы һәр саҡ өлгө булды. Балаларымды атайҙары тәрбиәһендә, уның өлгөһөндә үҫтерергә тырыштым. Күберәк балаларҙы үҙемә тәрбиәләргә тура килде, сөнки Сабур һәр саҡ эштә булды, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашты. Малайҙарыма гел “атайығыҙҙан һорағыҙ”, “атайығыҙ ни әйтер” тип һуңғы һүҙҙе атайҙарына ҡалдырҙым. Бер-береһенә ҡарата йылы мөнәсәбәт, атайҙарына ҡарата ихтирам һәм хөрмәтте бала саҡтан ғаиләлә тәрбиәләргә кәрәк. Берең һүҙ әйткәндә, икенсең тыңлай белеү, өндәшмәй ҡалыу ҙа ғаиләне һаҡлап ҡалыуҙың бер алымы ул. Хәҙер йәштәргә ҡараһаң, балалары эргәһендә тора тимәй, бер-береһенең йөҙөн йыртырлыҡ һүҙҙәр әйтеп, талашып китәләр, улай ярамай. Донъя көткәс, барыһы ла була: сабырлыҡ та талап ителә, аҡыллы булыу ҙа фарыз, һәр аҙымыңды үлсәргә кәрәк. Тормош көткәндә, сынаяҡ шалтырамай тормай, әммә уны ярырға ярамай, сөнки бер ватылған сынаяҡты ҡабаттан йәбештереп булмай”, – ти Кинйәһылыу инәй.
Әйткәндәй, бөгөн ул дин юлында, биш намаҙын ҡалдырмай, ҡартына дини сүрәләр, хәҙистәр уҡый, иман байлығы өләшә.
Улдарының һәр береһе атай-әсәйҙәрен үҙ янына саҡырһа ла, улар үҙҙәре айырым йәшәүҙе хуп күрә. Кесе улдары менән бер урамда йәшәйҙәр, әммә кесе йорттан олоһона һаман булһа инергә ашыҡмайҙар.
Бына шундай матур һәм өлгөлө ғаилә йәшәй Әбйәлил тарафтарында. Иҫән саҡтарында бер-береһенә терәк-таяныс булып, балаларына ярҙам итеп, улар янында бәхетле ҡартлыҡ кисереүҙән дә олораҡ бәхет юҡтыр донъяла! Хәйер, балаларына, туғандарына, ауылдаштарына ни тиклем оло тормош һабаҡтары биргәндәрен, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәләренә өлгө булыуҙарын үҙҙәре лә аңлап етмәйҙер әле.