2020 йылда илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын киң билдәләйәсәк. Хәйер, был йәһәттән эш күптән башланды ла инде. Мәҫәлән, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы башланғысы менән Рәсәйҙә “Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылап” тип аталған акция бара.
– Яҡты киләсәгебеҙ өсөн көрәшкән батырҙарҙы йәш быуын белеп үҫергә тейеш, был йәһәттән районда күп тәрбиәүи эштәр тормошҡа ашырыла, – тип һөйләй Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихин. – Һуғыш ветерандарының йорттарына барып ихтирам күрһәтәбеҙ, быға хәтлем яугир Фәтхелбаян Минисламовҡа бүләктәр тапшырҙыҡ. Улар һәр йәһәттән дә беҙгә өлгө. Ҙур рәхмәт һеҙгә, ветарандар!
Ә ошо көндәрҙә Ришат Марат улы Урмияҙ ауылында ғүмер иткән һуғыш ветераны Муллахан Йосоповтың өйөндә булып, йәшәйеше менән танышҡан, иҫтәлекле бүләктәр биргән.
Фото: Асҡын районы хакимиәтенән.