Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев үҙе депутат итеп һайланған төбәктә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мәһәҙей Әбсәләмов менән осрашты.
Ул үҙенең сәхифәһендә: "Ветеран! Бөгөн был һүҙҙе бик ҡәҙерләп, иғтибарлап ҡына телгә алабыҙ. Һирәк кенә ҡалған батырҙарҙың береһе Мәһәҙей Әбсәләмов Белорет районының Шығай ауылында йәшәй. 2020 йыл менән тәбрикләп, һуғыш һәм тормош юлы тураһында әңгәмәләшеп ултырҙыҡ!.." – тип яҙҙы.
Быйыл Рәсәй Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын киң билдәләйәсәк. Йылды тап өлкән быуын вәкилдәре менән осрашыуҙан башлау – сауаплы эш. Иҫән саҡтарында ветерандарыбыҙға хөрмәтебеҙҙе, йылы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек!
Фотолар З. Әлибаевтың шәхси сәхифәнән алынды.