Йылайыр районының Ҡананикольск ауылында йәшәгән Клавдия Шаранова бер быуатлыҡ ғүмер байрамын билдәләне.
Юбилярҙы ҡотларға район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин да килде. Илгиз Лирман улы Клавдия Николаевнаға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Клавдия Шаранова Күгәрсен районының Гусев утарында донъяға килгән. Ауыр аслыҡ йылдарында әсәһе һәм өс туғаны вафат була, бәләкәй ҡыҙ Йылайыр раойны Иван-Ҡыуалат ауылында йәшәгән алыҫ туғандарына эләгеп кенә иҫән ҡала. Йылайыр егете Иван Шарановҡа кейәүгә сығып, әлеге ауылда төйәкләнә. Ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Быуат ағинәйенең тормош юлы илебеҙҙең тарихы менән ауаздаш. Бөгөн инәй ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп, алты бүләгә ҡыуанып, балалары янында бәхетле ҡартлығын кисерә. “Урман” инәйенең зиһене яҡшы, хәтере шәп.
Фото Йылайыр районы хакимиәте сайтынан.