Ветеран
11 Января 2020, 13:50

104 йәштә... мунсала ла үҙе йыуына

“Беҙ ҡәйнәмде тышта көтөп тороп алып ҡына ҡайтабыҙ”.

Хәйбулла ағинәйенә - 104 йәш! Был хаҡта район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Сәлимә Байгилдина хәбәр итте.
"Оҙаҡ йәшәү сере нимәлә, тип төшөнөргә тырышабыҙ, төрлө дәлилдәр килтереп иҫбатлайбыҙ, шуны ашарға ярай, быны - юҡ, тигән булабыҙ. Берәүҙәр иһә кешеләргә, яҡын-тирәңә шундай-шундай мөнәсәбәт күрһәтһәң, экология һәйбәт икән, оҙаҡ йәшәйһең, ти. Ошондай төрлө һүҙҙәрҙән һуң, бер Хоҙай беләлер оҙаҡ йәшәү серен, тип ҡуям.

Экологик яҡтан иң хәүефле төбәктәрҙән һаналған, Юбилей карьеры урынлашҡан Хәйбулла районының Петропавловка ауылында йәшәүсе Хәйерниса Такаеваға бөгөн 104 йәш тулды.

Ошо уңайҙан район ветерандар Советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова, “Алтын быуын” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе Рәүфә Арыҫлановалар менән йөҙйәшәр инәйҙе тыуған көнө менән ҡотлап ҡайттыҡ. (Әйткәндәй, ошо уҡ төбәктә - Өфө ауылында йәшәгән ил инәһе Евдокия Жиляковаға мартта 106 йәш тула).

Хәйерниса инәй ауылдаштарынан бер ниһе менән дә айырылмаған ябай ауыл әбейе. Бала сағы, үҫмер йылдары аслы-туҡлы осорға тура килгән. Тиҫтерҙәре менән ҡара эшкә егелеп үҫкән, артабан да уны яҙмыш артыҡ иркәләмәгән.

Башҡорт әбейҙәренә хас ҡаҡса һынлы, сабыр ҡарашлы, тыйнаҡ ҡына был ил инәһе бөгөн 64 йәшлек төпсөк улы Шәфҡәт, 60 йәшлек килене Венераның тәрбиәһендә матур ғүмер кисерә. Күҙе лә яҡшы күрә, ҡолағы ла ишетә, өй эсендә таяҡһыҙ-ниһеҙ йөрөй. Әйткәндәй, әле булһа яңғыҙы мунса инә.

“Беҙ ҡәйнәмде тышта көтөп тороп алып ҡына ҡайтабыҙ”, - ти 40 йыл бергә ғүмер иткән килене Венера.

“ Мине хөрмәтләп килгәнегеҙгә ҙур рәхмәт, Хоҙай һеҙгә лә оҙон ғүмер, бәхетле яҙмыш насип итһен!” - тип матур теләктәрен теләп ҡалды Хәйерниса инәй.

Беҙ ҙә йөҙйәшәр инәйгә һаулыҡ, именлек, бәхет теләйбеҙ".
Фото: Сәлимә Байгилдина.
Читайте нас