Һунарсы Фәһим Әхмәтов бынан бер нисә йыл элек үҙендә яңы һәләт аса. Ул ағастан һырлап төрлө әйберҙәр яһай башлай. Туймазы районының Түбәнге Троицк кешеләре ауылдаштарының электән үк төҙөлөш эшенә маһирлығын яҡшы белә. Ә бына олоғайған көнөндә уның ысын ижадсы булып китеүен күҙ алдына ла килтермәй.
- Был эш шул тиклем мауыҡтырғыс, ваҡыт бик тиҙ үтә, йыш ҡына ашауҙы ла онотам. Ҡатын аш-һыуын йылыта-йылыта аптырап бөтә, - ти оҫта.
Ул йортон һиге йыл төҙөй. Һәр элементы – сәнғәт өлгөһө. Мунсаһы ла ҡыйып ҡарағыһыҙ. Нигеҙҙе бетондан түгел, ә таштан һалған. Оҫта тәбиғилекте, боронғо традицияларҙы үҙ итә. Йорт эсе музейҙы хәтерләтә.
”Ҡатынға: ”Бына бында тирмә эшләйем,” - тим.
Ул миңә аптырай: ”Ниңә ул һиңә кәрәк? Ниңә үҙеңде йәлләмәйһең? Һин, пенсионер, ауырыйһыңдыр, ахыры,” - ти.
”Беҙҙең бит балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ бар, уларҙы шатландырайыҡ,” - тим.
Ижад өсөн ҡартлыҡ ҡамасау түгел.