Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында йәшәгән Фәтихә Ишморатова күптән түгел 90 йәшен билдәләне.
Оло булыуына ҡарамаҫтан, ағинәй бер үҙе донъя көтә. Балалары көн дә тиерлек килеп хәлен белә, бар яҡлап ярҙам итә. Үҙҙәре янына алырға теләйҙәр, тик инәй тыуған нигеҙен ташларға йыйынмай. Әле булһа мал көтә, лапаҫ башына үҙе менеп ҡар таҙарта, күңеленә ятҡан шөғөлдәрен ихлас башҡара ул. Йөҙөнән бер ҡасан да йылмайыу китмәгән, таҙалыҡты, матурлыҡты яратҡан Фәтихә Шакирйән ҡыҙының йортонда гөлдәре гелән шау сәскәгә күмелеп ултыра.
“Улар менән һөйләшеп тә алам, серләшәм дә. Гөлдәр - минең иң яҡын дуҫтарым”, - тип йылмая инәй.
Фәтихә Ишморатова - тыл ветераны, ауыр һуғыш осоронда Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ең һыҙғанып эшләгән йәш кенә ҡыҙҙарҙың береһе ул.
Бөгөнгө байрам уңайынан Ҡашҡар ауылы ағинәйенә артабан да күңел күтәренкелеге һәм сәләмәтлек теләйбеҙ!
Фото Ҡашҡар ауыл китапханаһы сайтынан.