Ветеран
8 Мая 2020, 10:42

Күрәһең, рәхмәттәр мул төшкәндер...

Үткән быуаттың 58-се йылы ине. Белорет пед­учили­ще­һын тамамлап ҡайтҡан саҡ. РОНО мөдире Т.Х. Аслаев мине Баймаҡ райо­нының Ишмырҙа мәктәбенә рус телен уҡытырға ебәрҙе, сөнки ул осорҙа юғары белемле белгестәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ булды, ә мин педучилищены отличиелы дипломға бөткәнмен. Мәктәп коллективында юғары уҡыу йортон тамамлаған бер белгес тә юҡ, директор ғына – Стәрлетамаҡта ике йыллыҡ уҡытыусылар институтында белем алған ҡатын. Барлыҡ уҡытыусылар ҙа – Темәс педучилищеһын бөткән башланғыс класс уҡытыусылары.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үткән быуаттың 58-се йылы ине. Белорет пед­учили­ще­һын тамамлап ҡайтҡан саҡ. РОНО мөдире Т.Х. Аслаев мине Баймаҡ райо­нының Ишмырҙа мәктәбенә рус телен уҡытырға ебәрҙе, сөнки ул осорҙа юғары белемле белгестәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ булды, ә мин педучилищены отличиелы дипломға бөткәнмен. Мәктәп коллективында юғары уҡыу йортон тамамлаған бер белгес тә юҡ, директор ғына – Стәрлетамаҡта ике йыллыҡ уҡытыусылар институтында белем алған ҡатын. Барлыҡ уҡытыусылар ҙа – Темәс педучилищеһын бөткән башланғыс класс уҡытыусылары.


Коллективта Темәс педучи­ли­щеһынан һуң, минән дүрт йәшкә өлкән ауылдашым Венера Ғәҙел ҡыҙы Әҙеһәмова эшләп йөрөй ине. Ул башланғыс класта уҡыта, пионервожатый бурысы ла йөкмәтелгән. Яҡынлашып, дуҫлашып киттек. Ете бала үҫтереп ятҡан һуғыш ветера­нының баш балаһы. Ғәләмәт эшлекле, аҡыллы булды. Күп бу­рыстарҙы бергәләп атҡара тор­ғайныҡ, унан күп нәмәгә өйрәндем.
Ҡышҡы каникулда, мәктәп атын алып, Темәскә ҡайтып киттек. Юл оҙон, икебеҙ ҙә атты егә лә, туғара ла белмәйбеҙ. Ярты юлды үткәс, Бикеш тигән ауылда туҡтап, атты ашатып-эсереп алырға булдыҡ. Бында минең ике туған Нуритдин ағайым, МТС-тың баш инженеры, Әсҡәт дуҫы һәм әсәһе менән йәшәй ине. Һораша-һораша, урамдарына килеп индек. Әсҡәт ағай атты ҡарауҙы үҙ өҫтөнә алды. Беҙ өшөлдәшеп өйгә инеп киттек.
Өй йылы, гөжләп ут янып ята, борҡоп самауыр ҡайнап ултыра. Венера, ғәҙәтенсә, еңдәрен төрөп, инәйемә ярҙам итешергә кереште. Сәй эсергә ултыр­ғайныҡ, төшкө ашҡа йүгерә-атлап ағайым ҡайтып инде. Был уларҙың беренсе күрешеүе ине.

...Нуритдин Мөхитдин улы Баязитов – Баймаҡ районының Таһир ауылында тыуып, Түбә ҡасабаһында ишле генә ғаиләлә үҫкән егет. Бәләкәй саҡтан үҙал­лы, шуҡ. Алты йәшендә олата­һы бер көн уға: “Улым, ҙурай­ғас һин беҙҙе ҡарарһың инде”, – тигән икән, малай: “Ул саҡҡа һеҙ үлеп бөтөрһөгөҙ ул”, – тип яуап биргән дә ҡуйған. Олатаһы менән өләсәһе сеңләп илаған.
Теүәл генә ғаиләлә, бер апай, ике һеңле, олатай, өләсәй ара­һында, бәхетле генә үтә уның бала сағы. Ун йәше тулып уҙыуға Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Атай, алдынғы шахтер булғас, һуғышҡа алынмай тора. Әйткәндәй, һуғышҡа тиклемге йылдарҙа уҡ Түбиндә сығарылған алтын бөтә илдә табылған алтындың 10,5 процентын тәшкил итә. Бронь ме­нән ҡалдырылһа ла, Мөхитдин олатай 1943 йылдың ноябрендә тура ут эсенә ебәрелә. Уның өлөшөнә станоклы пулемет менән эшләү, уны һөйрәтеп йөрөү төшә. Бер йылдан ҡаты яраланып, эшлектән сығып, ыҙалы юлдар үтеп, өйөнә ҡай­тып йығыла. Бер айҙан яҡты донъянан китә. Өйөндә үлгәс, ғаиләһенә пенсия ла сыҡмай. Ошо уҡ ваҡыттарҙа уның үҙ те­ләге менән 22 иптәше араһында киткән бер туған ҡустыһы Сталинградта һәләк була. Уның етем ҡалған ике балаһын инәйем үҙ тәрбиәһенә ала. Балалар алтау булып китә, ә пенсия юҡ. Хәл иҫ китерлек була.
Ун өс йәшлек Нуритдин ғаилә терәгенә әйләнә – энә, ҡумыҙ эшләп һата, урыҫтарға баҡса ҡарашырға ярҙам итә, өйөнә лә йәшелсә алып ҡайта, торф сығарыуҙа эшләй. Көндөҙ иһә төҙөлөштә бил бөгә, X класты киске мәктәптә тамамлай.

Тормош ни тиклем ауыр булмаһын, Нуритдин Баязитов юғары уҡыу йортона инергә теләй. Әсәһе уның теләген хуп­лай. Шулай итеп, егет Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрификациялау инс­титутына уҡырға инә. Баязи­товтың йәнле тормошо башлана. Һәләтле егеткә уҡыу еңел бире­лә. Институттың волейбол ко­мандаһында уйнай, гер күтәреүселәр төркөмөндә йөрөй, биш йыл буйы оркестрҙа саксофонда (саксобаритонда) уйнай, үҙешмәкәр ансамблдә бейеүҙә ҡатнаша. Төнгә ҡарай студенттар, йыйылып, тимер юл станцияһына эшкә китә.
Институтты тамамлап, Нуритдин Баязитов тыуған райо­нына эшкә ҡайта. Әсәһенең, туғандарының шатлығы ҙур. Әммә бәхет ишле йөрөмәй – ҡайтыуына бер туған ҡарын­дашы Фәриҙә йөрәк ауырыуынан вафат булып ҡуя. Етмәһә, атаһы ашыҡ-бошоҡ ҡына эшләп киткән өйҙөң түбәһе емерелеп төшкән. Егерме биш йәшлек Нуритдин Мөхитдин улы тиҙ арала бүрәнә ҡырҡтырып, ташытып, бура ултыртып ҡуя. Өйҙө һалып ингәнсе үҙе ярҙам итеп йөрөй.
Бер туған апайы Бәширә 40 йыл буйы бер генә урында – почтала эшләне, хат ташыусынан почта начальнигына тиклем үҫеп, “Башҡортостандың атҡа­ҙанған элемтәсеһе” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды, 87 йәшкә тиклем ғүмер кисерҙе. Бер туған һеңлеһе Фәрхәнә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йөрәк ауырыуынан иртәрәк китте.
Баймаҡ районында берҙән-бер юғары белемле инженер-механик булып эш башлағансы, Нуритдин Баязитов тормоштоң әсе-сөсөһөн, ҡайғыларын татып, ут-һыуҙарҙы кисеп өлгөрә. Тормош уны шулай сыныҡтыра, күрәһең.
Күп тә үтмәй, Баязитовты техника ремонтлау станция­һына баш инженер итеп тәғәйен­ләйҙәр. Тракторсылар, шофер­ҙар курсы асып, уларҙы үҙе уҡыта. Шунан уны Баймаҡ ауыл хужалығы техникаһы идарасыһы итеп ҡуялар.
1960 йылдың яҙында Иш­мыр­ҙала Баймаҡ районы колхоз етәкселәренең кәңәшмәһе булды. Район етәкселәре араһында Нуритдин Баязитов та бар ине. Кәңәшмә бөткәс, мәктәп уҡыу­сы­лары концерт ҡуйҙы, ә улар­ҙың ойоштороусыһы пионервожатый Венера Әҙеһәмова ине. Бына ошонда ағай менән була­саҡ еңгәй икенсе тапҡыр осрашты. Мин инде Венераға – ағайҙы, ағайға ҡыҙҙы маҡтап, улар араһына ныҡлы күпер һалдым.
Ни булһа булды – майҙа ағай менән әхирәтем Венера өйләне­шеп, яҙылышып, июндә туйҙа­рын үткәрҙе. Ағайҙың эше һәр ваҡыт баш ҡалҡытҡыһыҙ булды. Венера еңгәй мәктәптә эш­ләне. Донъяны эшлекле инәйем көтөштө. Тәүге бәпәй тыуҙы. Исемен Фәриҙә тип ҡуштылар. Ул ҡарап туймаҫлыҡ һылыу ҡыҙ булып үҫеп китте. Тағы ике ҡыҙ – Гөлнара менән Зилә донъяға килде. Бөтәһе лә нефть институтын тамамланы. Кесе ҡыҙҙары Зилә Төркиәлә йәшәй, Рәсәй-Төркиә консуллығында эшләй. Үҫеп еткән ейәндәре бар: Кирилл, Артур, Жүлидә. Инә­йем­дең 60 йәшендә генә был донъянан китеп барыуы үкенесле булды...
Нуритдин Мөхитдин улын 1964 йылда Ленинградҡа ике йыллыҡ Юғары партия мәктә­бенә уҡырға ебәрҙеләр. Уны бө­төп ҡайтҡас, 1966–1969 йыл­дарҙа партияның өлкә комитетында ауыл хужалығы бүле­ге­нең инструкторы булып эш­ләне. 1969–1974 йылдарҙа Кү­мертау ҡала комитетының икен­се секретары вазифаһын башҡара. Бынан Баязитовты тағы ла яуаплыраҡ эшкә ҡушалар – республиканың ауыр районда­рының береһе иҫәпләнгән Ну­риманға партия комитеты­ның беренсе секретары итеп тәғәйен­ләйҙәр. Ул үҙенә аныҡ маҡсат ҡуя – районды алдынғылар рәтенә сығарырға, халыҡтың рухын күтәрергә һәм көнкү­решен яҡшыртырға.
Ул ең һыҙғанып эшкә тотона. Уның һанап бөткөһөҙ эштәренең бер нисәһен генә әйтеп китеү ҙә етер.

Быға тиклем асыҡ һауала тор­ған техника өсөн, күп сығым түгеп, һәйбәт стан төҙөтә, май­ҙанын асфальтлата, ингән ерҙә машиналар йыуыла. Һәр маши­наның үҙ урыны бар. Ошо базала тиҙҙән техниканы һаҡлау һәм яҙғы сәсеү эштәрен әҙерләү буйынса район семинары үткә­ре­лә. Йыйынға БАССР Ми­нистр­ҙар Советы рәйесе З. Ш. Аҡна­заров килә. Республика етәксеһе был башланғысты бик юғары баһалай. Күп тә үтмәй, Баязи­товтың тәжрибәһе бөтә кол­хоздарға ла индерелә. Ферма­ларҙа тәртип булдырыла, мал аҙығының сифатын бермә-бер яҡшыртыу башлана, малдарҙың йәйге лагерҙарын тотоу үрнәк итеп башҡарыла. Яҡшы эшләгән колхозсылар даими бүләкләнеп тора.
Нуритдин Мөхитдин улы, үҙе спортҡа мөкиббән бирелгән ке­ше булғас, райондағы спорт эшен дә ныҡ күтәрә. Райондың волейбол командаһы ул йыл­дарҙа алдынғы урынды бирмәй.
Етәкселек эшен ҙур сәнғәт итеп башҡарған етәксе булды Нуритдин ағай Баязитов. Етмәһә, Хоҙай уны ҡомһоҙлоҡ, байлыҡҡа ынтылыу, кеше өлөшөнә инеү, әҙәм балаһын рәнйетеү кеүек хурлыҡлы сифаттарҙан һаҡлаған. Ул орден һәм миҙалдар, күп Почет грамоталары менән наградланған. Заманында Башҡорт АССР-ы Юғары Советының IХ һәм Х саҡырылыш депутаты итеп һайланды. Шулай итеп, Баязитов осоро Нуриман районы өсөн алға китеү осоро була. Күпме йылдар артта ҡалһа ла, нуримандарҙың ағайға хөрмәте кәмемәй, гел бәйләнеш тотоп, хәл белеп торалар.
1985 йыл Баязитовтар ғаи­ләһе Өфөгә күсеп килә. Нуритдин Мөхитдин улы 12 йыл “Агропром”дың төҙөлөш идара­лы­ғында баш механик, шунан баш инженер булып эшләй. Унан һуң туғыҙ йыл Өфө күҙ ауырыу­ҙары ғилми-тикшеренеү институтында директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Шулай итеп, 75 йәшендә 60 йыл эш стажы менән хаҡлы ялға китә.
Баязитовтарҙың донъяһы һәр саҡ бер тынмай гөжләп торҙо – ҡунаҡ өҙөлмәне, ауылдан килгән туғандар гел уларҙа булыр ине, Өфөгә эш буйынса бер-ике аҙнаға килгәндәр ҙә туралап килер һәм йыллап йәшәп китерҙәр ине. Улар кешенән ялҡманы, Венера еңгәй кеше тәрбиәләүҙән йыбанманы.
Күрәһең, рәхмәттәр мул төшкәндер. Туғыҙынсы тиҫтәне бергә-бергә үткәреү – Хоҙай биргән бик ҡиммәтле бүләк ул.