Быйылдан Башҡортостанда өлкән быуын өсөн туризм тағы ла уңайлыраҡҡа әйләнә. 9 сентябрҙә “Башҡорт оҙон ғүмерлеге. Туризм” тип аталған проект старт алды. Ул ҡатнашыусыларға тыуған төйәгебеҙҙең хозурлығы, бай мәҙәни мираҫы, шулай уҡ бығаса билдәле булмаған үҙенсәлекле мөйөштәре тураһында һөйләүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Программа бер-ике көнгә иҫәпләнеп, республика биләмәһендәге туристик объекттар, музейҙар, мәсеттәр, ҡорамдар менән танышыуҙы үҙ эсенә ала. Экскурсиялар йәйәүле йәки автобус туры рәүешендә уҙа.
9-10 сентябрҙә үткән ике социаль турҙа Өфө ҡалаһында йәшәгән “алтын” һәм “көмөш” йәш вәкилдәре ҡатнашты. Уларҙың сәйәхәте уңайлы автобустарҙа ойошторолдо.
Хаҡлы ялдағылар Ғафури, Мәләүез һәм Ишембай райондарында булып, ошо төбәктең иҫтәлекле урындары менән танышты. “Торатау” геопаркы биләмәһендәге уникаль объекттар, Красноусол минерал сығанағы, Еҙем йылғаһы, Уҡлыҡая, Мәләүез районындағы Воскресенск картина галереяһы ололар күңеленә айырыуса хуш килде.
Экскурсиялар урындағы гидтар оҙатыуында ойошторола. Пенсионерҙар улар бәйән иткән легенда-риүәйәттәрҙе ихлас тыңланы, һорауҙар бирҙе. Ҡатнашыусылар урындағы фермерҙар етештергән продукцияны тәмләп ҡарау мөмкинлегенә лә эйә булды. Күптәр үҙҙәре өсөн тәбиғи ҡымыҙҙың тәмен асты.
Әлеге экскурсия бер көнлөк булды, шул кистә үк ҡатнашыусылар кире Өфөгә әйләнеп ҡайтты.
“Мин бөтә Европаны урап сыҡтым, Азияла, Ҡытайҙа, Таиландта, Вьетнамда булдым, ә Башҡортостандың ярты матурлығын күрмәй йәшәгәнмен икән. Йәшерәк саҡта йылғала кәмә менән ағыуҙа ҡатнашҡаным булды. Бөгөн байҡаған хозурлыҡтарҙы күргәнем юҡ ине әле. Тағы ла мотлаҡ барасаҡмын. Миңә был сәйәхәт бик-бик оҡшаны!” – тип тәьҫораттары менән бүлеште Елена Викторовна Рыжова.
Бындай социаль турҙарҙы республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, урындағы муниципалитеттар менән берлектә ойоштора. Проект Башҡортостандың туриндустрия һәм ҡунаҡсыллыҡ ойошмалары союзы ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла.
9-10 сентябрҙә ойошторолған социаль турҙар пенсионерҙарҙа туризмға ихтыяж барлығын асыҡ күрһәткән. Киләһе аҙнала Соцтуризм.рб.рф сайты эш башлай. Уның аша “Башкирское долголетие” бүлегенә үтеп, теркәлеп, хаҡлы ялдағы һәр кем Башҡортостан буйлап сәйәхәткә юллана ала.