“Урман хужалығының почетлы хеҙмәткәре” билдәһе менән бүләкләнгән Салауат Ғилмикарамов менән танышырға насип булды. Ул 36 йыл ғүмерен Нуриман районы урмандарын һаҡлауға биргән. Быйыл хаҡлы ялға сыҡһа ла, һаман сафта.
– Мин хеҙмәтләндергән Салдыбаш урмансылығының майҙаны 38 138 гектар тәшкил итә, йәғни бер осонан икенсеһенә барып сыҡҡансы 100 саҡрым араны үтергә кәрәк. Урмансының эш хаҡы электән юғары булманы, әммә һәр ваҡыт хужалыҡта мал-тыуар, ҡош-ҡорт тоттоҡ. Тырышһаң, бөтә ергә лә өлгөрөргә була, – ти урман хужалығы ветераны.
Салауат Муллахан улы сығышы менән Балтас районының Тушҡыр тигән башҡорт ауылынан. Өфө урман хужалығы техникумын тамамлағас, 1985 йылда йәш белгесте Нуриман урман һунарсылығы хужалығына мастер итеп эшкә ебәрәләр. Аҙаҡ иһә хеҙмәт юлында урмансы ярҙамсыһы, урман инженеры, лесничий кеүек вазифаларҙы ла атҡара ул. Әле Нуриман урмансылығының Салдыбаш биләмәһендә участка урмансыһы булып хеҙмәт итә.
Уңған ғаилә башлығы өс ул үҫтергән, бөтәһе лә юғары белемле. Кинйә улы Дамир атаһының юлын дауам итә – Нуриман урман хужалығында юрист булып эшләй.
– Бөгөн урмансыларға юридик яҡтан да белемле булырға кәрәк, сөнки уйламаған ерҙә абыныуың бар. Урмансылар күберәк булһын ине, шунһыҙ урманды һаҡлауы ауыр, – ти тәжрибәле урмансы.