Ветеран
11 Октября 2020, 12:00

Ветерандарға – иҫтәлекле бүләктәр

Дүртөйлө районында Республика көнөндә фронтовиктар бүләккә Альберт Исламовтың Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләп сығарған яңы китабын да алды.

Республика көнө Дүртөйлө районында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн айырыуса иҫтәлекле булды.
Урындағы хакимиәт башлығы Риф Йосопов һәм уның урынбаҫарҙары ололарға Еңеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә сығарылған юбилей миҙалдарын тапшырҙы.
Фронтовиктар бүләккә йәш яҙыусы Альберт Исламовтың Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләп сығарған яңы китабын да алды. Хәрби темаға арналған шиғырҙар баҫмаһы махсус рәүештә беҙҙең ҡәҙерле ветерандар һәм йәш быуынға төбәп яҙылған. Был - шағирҙың ошо мөһим темаға яҙылған икенсе китабы.
“Өлкәндәр баҫманы ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡабул итә. Кем шиғриәт, хәрби тема менән ҡыҙыҡһына, китабымды уларға таратам. Поэзия менән мауыҡҡандар йыйынтыҡты уҡып, күп һорауҙарға яуап табыр тип уйлайым”, - ти Альберт Исламов.
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.
Читайте нас