Ветеран
13 Ноябрь 2020, 16:08

“Тормошомдан да, эшемдән дә уңдым!”

Ул үҙ бәхетенә тырышлыҡ, сабырлыҡ, рух ныҡлығы аша өлгәшкән.

Бер ҡараһаң, кешегә был тормошта бәхетле булыу өсөн әллә ни күп тә кәрәкмәй: һаулығыңдың булыуы, йәшлегеңдә һайлаған һөнәреңде яратып башҡарыу, хеҙмәтеңдән йәм табыу, матур ғаилә ҡороп, ҡартлығыңда терәк-таяныс булырҙай балалар үҫтереү, намыҫыңа тап төшөрмәй йәшәү. Икенсе яҡтан уйлаһаң, быларҙың барыһын да булдырыу, ошо ҡиммәттәргә тоғро ҡалыу өсөн күпме тырышлыҡ, сабырлыҡ, рух ныҡлығы, йылдар дауамындағы фиҙакәр хеҙмәт талап ителә кешенән! Бөгөнгө мәҡәләбеҙҙең геройы Факил Саҙрый улы Хәкимов – тап ана шундай хөрмәткә, маҡтауға лайыҡ, матур хеҙмәт һәм һоҡланғыс тормош юлы үткән уҙаман.


“Икмәккә тилмереп ултырһаҡ та...”


Ул 1930 йылдың көҙөндә Хәй­бул­ла районының Мәмбәт ауылында ауыл уҡытыусыһы Саҙрый Әбделхәйер улының ғаиләһендә тыуып үҫә. 1931 йылда ғаилә баш­лығын Аҡъяр ауылына, яңы асыл­ған район гәзите редакцияһына, әҙәби хеҙмәткәр итеп күсерәләр. Бында алты йыл эшләп, тәжрибә туплап, баш мөхәррир урынбаҫары булып киткән Саҙрый Хәкимовты Матрай районы гәзитенә баш мө­хәр­рир итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай итеп, ғаилә Юлдыбай ауылында йәшәй башлай, һәм тиҙҙән бөтә илгә оло афәт булып Бөйөк Ватан һуғышы ябырыла. Үҫмер Факилға ла һуғыш осороноң бөтә аяуһыҙ­лы­ғын, аслыҡ-етешһеҙлекте арты­ғы менән татырға тура килә. Бына нимә тип хәтерләй һуғыш осоро балаһы ул йылдарҙы.
– “Бала саҡ” тиһәләр, бер семтем икмәккә тилмереп ултырған йыл­дар иҫкә төшә лә тора. Аслыҡ шул хәтлем үҙәгемә үткән: бөгөн, 75 йыл уҙһа ла, һаман онота алмайым. Гонаһ булһа ла әйтәйем: ҡай­һы берҙә фронтта пуля һыҙғы­рыуы, снаряд шартлауы аҫтында окопта туңып ятҡан атайҙарға, бәл­ки, беҙгә ҡарағанда еңелерәк тә булғандыр әле, тип уйлап ҡуям. Уларҙы, исмаһам, ашатҡандар бит... Аслыҡтан да ҡыйыныраҡ нә­мә юҡ. Ашағыһы килгән кеше бүтән бер нәмә тураһында ла уйлай алмай, – тип алыҫта ҡалған хәтирә­ләргә бирелә хеҙмәт ветераны Факил Саҙрый улы. – Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атайым тәүҙә яңы ойошторолған урта мәктәптең директоры, аҙаҡ партия район комитетында инструктор, партия кабинеты мөдире булып эшләне. Шул йылда ҙур ҡыйынлыҡ менән күптән төҙөй башлаған өйөбөҙҙө бө­төрөп сыҡтыҡ.
Бураһын 12 саҡ­рым­да ятҡан Крепостной Йылайыр­ҙан һатып алғайныҡ. Бүрәнәләрен Юлдыбайға үгеҙ егеп, арбаларға тейәп ташыныҡ. Бығаса атайы­быҙ­ҙы партия ҡайҙа ҡушһа, шунда кү­сеп, кешегә өйҙәш булып йәшәгәс, үҙебеҙҙең яңы өйгә беҙ бик шат­ландыҡ, ләкин ҡарағай еҫе аңҡып торған яңы йортта оҙаҡ йәшәргә яҙ­маны. 1942 йылдың башында ата­йымды “Һарыкүл” МТС-ына замполит итеп күсерҙеләр, оҙаҡламай ул беҙҙе лә Һарыкүлгә күсереп алды.
Бында бик ыҙалыҡ менән йәшә­нек. Өр-яңы йортобоҙҙо бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған иҫке барак­тың бәләкәй генә бүлмәһенә ал­маш­тырыуҙы, бала булһаҡ та, ауыр кисерҙек. Өҫтәүенә алтынсыла белем алған Ынйы апайым менән бишенселә уҡыған миңә юлһыҙ-ниһеҙ ерҙән, ҡыш көрт ярып, яҙын-көҙөн батҡаҡ кисеп, өс саҡрымда ятҡан Үрге Смаҡҡа йөрөп уҡырға тура килде. Берҙән-бер ете йыллыҡ мәктәп булғанлыҡтан, яҡын-тирәлә урынлашҡан бөтә башҡорт ауылы балалары тип әйтерлек ошо мәктәптә белем алды.
Шулай ҙа белем алыу теләге көслө ине, етенсе класты Маҡтау грамотаһы менән тамамлап, Һарытау МТС-ында слесарь-инструментсы булып эш башланым.


Киләсәккә юл ярғанда


Тормош һынауҙарынан сыныҡ­ҡан егет тырышлығы менән үҙенә үҙе юл яра. Юлдыбайҙа ауыл ху­жа­лығы бүлеге мөдиренең секретары булып бер аҙ эшләп алғас, Өфөгә, 9-сы мәктәп-интернатҡа уҡыр­ға юллана (бөгөн был белем усағы Р. Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия-интернаты булараҡ билдәле). Урта мәк­тәпте тамамлау уға юғары уҡыу йор­тона инеүгә юл аса һәм Хәй­булла егете Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтының зоотехния факультетына уҡырға инеп, уны “отличие” менән тамамлауға өлгәшә.
Юғары белемле белгестең арта­банғы хеҙмәт биографияһы тулы­һынса тыуған төйәгенең, респуб­ли­ка­һының ауыл хужалығы тарма­ғын үҫтереүгә арнала, уға яуаплы етәксе вазифалар ышанып тапшырыла.
Дипломлы зоотехник булараҡ, Факил Хәкимов хеҙмәт юлын Бай­маҡ районының данлыҡлы “Йылайыр” совхозында башлай. Артабан Матрай районында баш зоотехник булып эшләп, ярайһы уҡ тәжрибә туплай. 1964 йылдан, ике район берләштерелгәс, Факил Саҙрый улы тыуған районы мәнфәғәтендә хеҙмәт итә башлай – оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы була.
– Дәртләнеп, гөрләп эшләгән саҡтар онотолмай, район етәксе­ләрен, алты совхоздың һәм һигеҙ колхоздың шул йылдарҙағы дирек­торҙарын һәм рәйестәрен, тармаҡ белгестәрен оло хөрмәт менән иҫкә алам, – ти ветеран. – Ул йылдарҙа беҙҙең район ауыл хужалығы про­дукцияһы етештереү буйынса һәр саҡ алдынғылар рәтендә булды. Малсылыҡ тармағы айырыуса йылдам үҫеште, бик күп тоҡомло мал һа­тып алынды. Һыйыр малы, һа­рыҡ, сусҡа үрсетеүҙән тыш, айырым хужалыҡтар ҡошсолоҡ тарма­ғын да уңышлы алып барҙы, инкубатор станцияһы эшләне. Һарыҡ­сылыҡты үҫтереү буйынса Волгоградта үткән Бөтә Союз семинарын­да ҡатнашып, һарыҡ йөнөн электр менән ҡырҡыу буйынса яңы­лыҡтар менән танышып ҡайтҡас, был алым­дарҙы үҙебеҙҙең районда ла ҡулланылышҡа индерҙек. Эше­беҙ­ҙә һәр ваҡыт фән ҡаҙаныш­тарына таяндыҡ. Яңылыҡтарҙы үҙ­ләште­реү, шулар нигеҙендә яңы­нан-яңы уңыштар яулау беҙҙе тағы ла дәртләндерә ине. Миҫал өсөн генә әйтәйем, шул йылдарҙа “Аҡъяр” сов­хозында ғына һарыҡ малы иҫә­бе­нең һаны 8,5 меңдән ашыу иҫәпләнде.
Артабан Факил Хәкимовҡа Хәй­булла район комитеты секретары­ның ауыл хужалығы буйынса урын­баҫары йөгөн тартырға, һигеҙ йыл дауамында Бүздәк районындағы Матросов исемендәге совхозға етәкселек итергә тура килә. Әммә тыуған яҡтар һәр саҡ үҙенә тарта, шуға күрә Хәйбуллаға ауыл хужалығы идаралығы начальнигы вазифаһына ҡайтырға тәҡдим алғас, шатланып ризалаша.
– Тыуған төйәгемдә эшләгән йылдар – тормошомдоң иң сағыу биттәре. Алыҫ 1979 йыл күңелдә матур тәьҫораттар ҡалдырған. Шул йылда беҙҙең район хеҙмәтсәндәре бығаса булмаған рекордҡа өлгәш­те: 107 мең гектарға тиң майҙандың һәр гектарынан уртаса алғанда 22,2 центнер ашлыҡ йыйып алып, дәүләткә 160 мең тонна иген тап­шырҙы. Ул осорҙағы хеҙмәт батыр­ҙары барыһы ла иҫтә. Уларҙың күпселеге орден һәм миҙалдар менән бүләкләнде, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды, – тип хәтергә ала Факил Саҙрый улы.
Алдынғы ҡарашлы етәксе һәм оҫта ойоштороусының үҙенең хеҙ­мәте лә лайыҡлы баһалана: уның намыҫлы, фиҙакәр эшмәкәр­леге “Почет Билдәһе” ордены, “Хеҙмәт батырлығы өсөн”, В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалдары һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ Маҡтау грамоталары менән билдәләнә.
Факил Саҙрый улы тормошон­дағы, хеҙмәт осорондағы мөһим һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы көндә­леккә теркәп бара. Көндәлектәрҙе ул 1990 йылға – хаҡлы ялға сыҡ­ҡанға тиклем алып бара. Уларҙа тер­кәлгән күрһәткестәр, һандар, яҙмалар тотош замандың тарихын, заңын сағылдыра. Бына, мәҫәлән, сағыштырыу өсөн һандар: “1960 – 1965 йылдарҙа район хужалыҡта­рында һыйыр малының һаны яҡын­са 20–22 мең баш булһа, 1990 йыл­ға был һан 42,6 меңгә етә. Бын­дай сағыштырыуҙарҙы, ҡыҙыҡ­лы факттарҙы бик күп килтерергә була.


Ихласлыҡ өлгөһө


Ветеран үҙенең тормош һәм хеҙмәт юлы тураһында “Райондың тиңдәше” тип аталған ҙур булмаған йыйынтыҡ сығарған. Әлбиттә, шундай бай тормош юлы үткән кеше хаҡында тотош китап яҙырға ла мөмкиндер.
Бына шулай, башҡарған хеҙмәте менән ысын мәғәнәһендә бәхетле була Факил Саҙрый улы. 1990 йылда хаҡлы ялға сығыу йәшенә етһә лә, район етәкселеге унан эштә ҡа­лыуын һорай, һәм ул тағы ла алты йыл, баш зоотехник булараҡ, тыуған районына арымай-талмай хеҙмәт итә.
Хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған уҙамандың ғаиләһе лә бына тигән. Тормош юлдашы Фәүзиә ханым менән биш балаға ғүмер бүләк итеп, уларға күркәм тәрбиә биреп үҫтерәләр. Башҡарған вазифаһы буйынса Факил Саҙрый улына йыш күсенергә, хатта тыуған еренән алыҫ Бүздәк тарафтарында ла йәшәп, эшләп алырға тура килә. Тыныс холоҡло, киң күңелле Фәү­зиә Ямалетдин ҡыҙы һәр йәһәттән иренә терәк һәм таяныс була. Ҡа­сандыр Бәләбәй медицина учи­лищеһын тамамлап, иптәш ҡыҙ­ҙары менән Матрай районына сиҙәм күтәрергә ебәрелгән Туймазы районының Имәнкүпер ауылы ҡыҙы бер күреүҙән йөрәген яулап ала Хәйбулла егетенең. Улар мө­хәббәтле, бәхетле булып, 58 йылға яҡын ғүмер кисерә, бер-береһенең уй-фекерҙәрен һүҙҙән түгел, бер ҡараштан аңлап, бик матур йәшәй. Үкенескә ҡаршы, ир-уҙаманға ауыр юғалтыуҙар кисерергә лә тура килә: 2010 йылда – ғәзиз улы Рәмилде, 2012 йылда хәләл ефете Фәүзиәне юғалта. Тормоштоң был һынау­ҙарын да ысын ир-егеттәргә хас ныҡлыҡ, сабырлыҡ менән үткәрә, балаларына мәшәҡәт һалмайым тип үҙаллы йәшәй, донъяһын һәр саҡ тәртиптә тоторға тырыша, оҙаҡ йылдар кәзә аҫрап, ҡымыҙ эшләй.
Бөгөн Факил Саҙрый улы, бала­ларының оло хөрмәт-ихтирамын тойоп, тыныс, сабыр ҡартлыҡ ки­серә. Шөкөр, балаларының береһе лә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, барыһы ла тормошта үҙ юлын тапҡан. Өлкән улы Булат – элемтә офицеры, 25 йыл хеҙмәт итеп, подполковник дәрәжәһендә хәрби тормошон тамамлай һәм артабан “Башҡортостан юлдаш телекоммуникациялары” ойошмаһында юғары вазифала эшләй. Рәмил инженер-төҙөүсе була. Үкенескә ҡаршы, үрҙә әйтеп үтеүебеҙсә, ғүмере иртә өҙөлә. Атаһының төп терәге һәм ярҙамсыһы Ралина ҡыҙы Аҡъярҙа йәшәй, ул бухгалтер һөнәрен һайлаған. Зиләһе – табибә, Айгөл – иҡтисадсы. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә Татарстандың Алабуға ҡалаһында төпләнгән.
– Балаларым, 13 ейән һәм ейән­сәрем, 12 бүләм һәм бүләсәрем – иң ҙур байлығым! – ти ветеран, йө­ҙөндә шатлыҡ нурҙары балҡы­тып. – Мин – бәхетле атай, ҡарта­тай. Тормошомдан да, хеҙмәтем­дән дә уңдым. Эшемде һәр саҡ яратып, намыҫ менән башҡарҙым. Район етәкселегенә лә рәхмәт­лемен, һәр саҡ хөрмәтләп, байрамдарҙа ҡот­лап, төрлө сараларға саҡырып торалар.
Балалары атайҙары янына даими ҡайтып, хәл белешә, ярҙам һәм хәстәрлек күрһәтә. “Атайыбыҙ оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, әле лә теремек, зиһенле. Ул – беҙҙең өсөн ысын мәғәнәһендә намыҫ, ғәҙеллек, эшһөйәрлек, ихласлыҡ өлгөһө!” – ти балалары.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, ҡортсолоҡ эшенә тотондо, өс күстән башлаған умартаһын 20-гә еткерҙе. Балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен тәмле бал менән тәьмин итә, үҙенең өҫтәленән дә шифалы ризыҡ өҙөлмәй. Ошоғаса күпләп һарыҡ, һыйыр, ҡош-ҡорт аҫраны.
Хеҙмәт ветераны бөгөн дә сафта. Ил-йорт хәлдәре менән танышып бара, һәр күренешкә үҙ феке­рен белдерә, кәңәшен бирә. Ейән-ейәнсәрҙәрен, бүләләрен нәҫел шәжә­рәһе менән таныштыра. Киләсәктә лә уны рух ныҡлығы, сәләмәтлек ташламаһын!

Читайте нас