Ветеран
14 Декабрь 2020, 14:15

Ветерандарға медицина хеҙмәте нисек күрһәтелә?

Быйыл 10 айҙа 2259 ветеранға стационар медицина ярҙамы күрһәтелгән.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына медицина хеҙмәте күрһәтеү, уларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде. Ултырышты Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров үткәрҙе.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин үрҙә билдәләнгән тема буйынса сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, әле медицина ойошмаларында 252 һуғыш инвалиды һәм 583 ветеран, 14625 тыл эшсәне, яугирҙәрҙең 5481 тол ҡатыны диспансер иҫәбендә тора. 1 октяргә ҡарата ветерандар һәм инвалидтар тулыһынса, тыл эшсәндәренең 78 проценты, тол ҡатындарҙың 86 проценты медицина хеҙмәттәре менән тәьмин ителгән. Республикалағы медицина ойошмаларында һуғыш ветерандарын дауалау өсөн 1038 урын булдырылған. Төбәктә шулай уҡ 340 урынлыҡ Республика клиник һуғыш ветерандары госпитале эшләй. Быйыл 10 айҙа 2259 ветеранға стационар медицина ярҙамы күрһәтелгән.
Республика ветерандарының барыһы ла льготалы дарыуҙар менән ваҡытында һәм тулыһынса тәьмин ителгән, препараттарҙы уларҙың өйөнә алып барып тапшыралар.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас