Ветеран
20 Ғинуар 2021, 18:15

Кем ул Николай Киселев?

Башҡортостанда Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу аҙналығы нигеҙендә саралар уҙғарыла.

Башҡортостанда Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу аҙналығы нигеҙендә саралар уҙғарыла. Бөгөн видеоконференция тәртибендә Валерий Чернышовтың “Партизан Киселев тураһындағы повесть” (“Повесть о партизане Киселеве”) китабы менән таныштырҙылар.
Благовещендан тыуған яҡты өйрәнеүсе Ким Мирғаязов китаптың нисек яҙылыуы хаҡында һөйләне. Сарала яҙыусы Валерий Чернышовтың ҡыҙы, Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһынан Юлия Палагутина ҡатнашты.
Партизан Киселев тураһындағы повеста яҡташыбыҙ Николай Киселев етәкселегендәге ҡасаҡтар отрядының дошман баҫып алған Белоруссиянан фронт һыҙығына сығыуы һүрәтләнә. Мәғлүм булыуынса, Благовещен районының Богородский ауылында тыуып үҫкән Николай Киселев – 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы геройы, совет офицеры, белорус партизаны. Алтмыш йылдан ашыу йәмәғәтселек һуғыш йылдарындағы уның үҙенсәлекле хәрби операцияһы тураһында бер нәмә лә белмәне. 1942 йылда ул 218 йәһүдте һәләк булыуҙан ҡотҡарып ҡала.
Благовещен ҡалаһындағы Николай Киселев исемен йөрөткән паркта уға һәйкәл асылған. 2008 йылда ҡаһарманлығы тураһында “Киселев исемлеге” тигән документаль фильм төшөрөлгән. Башҡортостандың Милли музейында уның миҙалы һаҡлана. Мәскәүҙең Яңы Арбатындағы сквер Николай Киселев исемен йөрөтә. Израилдәге Ядва Шем институты тарафынан яҡташыбыҙға “Донъя халыҡтарына тоғро шәхес” исеме бирелгән.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас