Шишмә ҡасабаһында йәшәгән Гөлъямал һәм Вахит Садиҡовтар тормош юбилейҙарын билдәләне. Етмеш йыл буйы ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-береңде ярты һүҙҙән аңлап йәшәү, итәк тулы балалар үҫтереү - ниндәй ҙур бәхет!
Вахит үҫмер генә көйөнә һуғышҡа китә. Гөлъямалдың бөтә туғандары фронтта дошман менән алыша. Ҡыҙға биш йыл буйына хужалыҡ эшен алып барырға тура килә. ”Бер үҙем донъя ауырлығын күтәрҙем, мал ҡараным, баҡса үҫтерҙем, көтөү көттөм”, - тип хәтерләй ул ауыр көндәрҙе Гөлъямал Әхмәтхан ҡыҙы. ”Фронттан ҡайтыу менән эшкә урынлаштым. Инәйегеҙ менән бөтә ауырлыҡтарҙы бергәләп кисерҙек, һүҙгә килешеп ултырырға ваҡыт булманы", - ти Вахит Шакир улы.
Алыҫ 1951 йылда өйләнешкән йәштәр колхозда ең һыҙғанып эшләй. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр, хәҙер уларҙың һигеҙ ейәне, 12 ейән-ейәнсәре бар. Садиҡовтарҙың оло татыу ғаиләһе - күптәр өсөн матур өлгө. Уларға оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйбеҙ.