Баймаҡ районының Күсей ауылы үҙенең күренекле шәхестәре менән дан тота. Шуларҙың береһе - Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов.
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан мәктәптең спорт залында биләмә ауылдары командалары араһында спорт ярыштары үтте. Басай һәм Күсей ауылдарынан икешәр команда волейбол һәм өҫтәл теннисы уйындарында көс һынашты. Волейбол уйынында Басай ауылы командалары - беренсе һәм өсөнсө, Күсей ауылы командалары икенсе һәм дүртенсе урындарҙы яуланы. Өҫтәл теннисында беренсе урынды Илсаф Сафин, икенсе урынды Илназ Сәфәрғәлин һәм өсөнсөнө Рөстәм Яхин алды.
Һуғышта һәләк булған ветерандарҙы иҫкә алып бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде, яугирҙәргә арналған обелискка һәм Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Таһир улы Миңлеғолов бюсына сәскәләр һалынды.
Герой вариҫтары үҙ батырҙарын онотмай, уның менән ғорурлана һәм йәш быуында илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттары тәрбиәләүҙә уның ҡаһарманлығы өлгө булып тора.
Фото: Күсей ауыл биләмәһе хакимиәте сайтынан.