Ветеран
24 Февраль 2021, 19:15

Олатайҙар ил һаҡсыһы булған!

Кисә илебеҙҙә билдәләнгән Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан балалар олатай-өләсәйҙәре тураһында һөйләне, уларҙың һүрәттәрен эшләне.

Һеҙҙең иғтибарға уҡыусыларымдың – Өфө ҡалаһындағы 2-се балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнгән балаларҙың “Ветерандар – беҙҙең олатайҙарыбыҙ!" тигән темаға ижад ителгән эштәрен тәҡдим итәм. Улар яугир олатайҙарының, тыл хеҙмәтсәне булған өләсәйҙәренең портретын төшөрөп кенә ҡалманы, яҡын кешеләре тураһында мәғлүмәт тә тупланы. Ҡанлы һуғыш йылдарында беҙҙе яҡлап, һаҡлап һуғышҡан атай, олатай, ҡарт олатайҙарыбыҙҙы иҫкә алайыҡ!
Олатайым Ғәлиәкбәр Шаһи улы Шаһиев (1918 – 1976 йылдарҙа йәшәне) Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Һуғыш башында үҙенең часы менән Мәскәү ҡалаһын яҡлау өсөн күсерелә. Яу барышында ябай һалдат винтовкаһынан атып, ергә яҡын осҡан дошман бомбардировщигын бәреп төшөрә. Ошо батырлығы өсөн Хәрби Дан орденына лайыҡ була. Артабан ауыр яралана һәм Чита ҡалаһының госпиталенә эвакуациялана. Аяҡҡа баҫҡас, демобилизациялана һәм тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Олатайым сығышы менән – Ҡыйғы районынан.

Әмилә Хәбибуллина, 8 йәш.

* * *

Ҡартатайымдың исеме – Леонид Егорович Загорский. Ул 1944 йылдың октябренән 1945 йылдың ғинуарына тиклем Бөйөк Ватан һуғышында – зенит батальонының 57-се отделениеһында – хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. Ғаилә ҡороп, өләсәйем менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Тик олатайымдың ғүмере бик иртә өҙөлә – ҡәҙерле кешем 42 генә йәшендә вафат була, сөнки һуғыш эҙемтәләре һаулығында сағылмай ҡалмай.

Лев Уразмәтов, 8 йәш.

* * *

Олатайым Дмитрий Александрович Медведев 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышына саҡырыла. 103-сө мото-инженер батальоны составында тыуған илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән. Сапер булған.
Һуғыш башында совет ғәскәрҙәренә сигенергә тура килә. Олатайым тиҙ генә күперҙәргә һәм яландарға мина һалып сыҡҡан, шуның менән фашист илбаҫарҙарына беҙҙең ерҙәрҙе баҫып алырға юл ҡуймаған. Ике тапҡыр яраланған. Олатайым – минең һәм ғаиләбеҙ өсөн ысын Герой.

Анна Сысуева, 9 йәш.

* * *

Олатайым Ғата Миңлебаев Бөйөк Ватан һуғышы барған мәлдә Көнсығыш Пруссияның К.-Вальдсхофен районында ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек күрһәтә. Ул разведчиктар төркөмөндә хеҙмәт итә. Көтмәгәндә уларға тылдан 35-ләгән фашистан торған төркөм һөжүм итә. Разведчиктар менән немецтар араһында ҡаты алыш башлана.
Олатайым граната һәм автомат менән ҡоралланып, фашистарға ташлана. Һөҙөмтәлә ул был яуҙа ике дошманды атып үлтерә. Был яуҙа улар немецтарҙың өс пушкаһын һәм бер минометын ҡулға төшөрә. Бына шундай утты-һыуҙы кискән батыр яугир була беҙҙең ғаиләбеҙҙең геройы!

Ынйы һәм Йәсминә Әхмәтовалар, 7 һәм 9 йәш.

* * *

Олатайым Ғәлимйән Хәкимйән улы Хәкимйәнов 1899 йылда тыуған. Ул Учалы районының Ахун ауылында йәшәгән, итексе булып эшләгән. Һуғышта рядовой уҡсы булған. 1942 йылдың майында хәбәрһеҙ юғалған. Ҡәҙерле кешебеҙ Волгоград янындағы ҡаты һуғышта һәләк булғандыр тигән фараз бар.

Дилара Миңлекәйева, 7 йәш.

* * *

Олатайым Мөхәмәтша Ғәбдрәхимов (1925 – 1961) 1943 йылда Совет Армияһына доброволец булып китә һәм 1943 – 1945 йылдарҙа фашистарға ҡаршы һуғыша. Полк разведчигы булып хеҙмәт итә, фашистарҙың һөжүм итеү юлындағы күперҙәрҙе, тимер юлдарҙы шартлата.
Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары “Праганы азат иткән өсөн” (1945 йылдың 13 апрелендә тапшырыла), “Будапешты алған өсөн”, “Берлинды алған өсөн” миҙалдары, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән билдәләнә.
Һуғыштан һуң үҙенең улына фронтташ дуҫы Александрҙың исемен ҡушҡан. Дуҫы күперҙе шартлатҡанда күп дошманды юҡ иткән, шуның менән Мөхәмәтшаны ла үлемдән ҡотҡарып алып ҡалған.

Камилла Даукаева, 9 йәш.

* * *

Йәнмырҙа Юныс улы Мырҙабулатов Бөйөк Ватан һуғышына 1942 йылдың февралендә алына. Рядовой һалдаттан элемтә бүлеге командиры дәрәжәһенә тиклем хәрби юл үтә. 1942 йылдың июлендә яраланып, октябргә тиклем госпиталдә дауалана, шунан Воронеж фронтына ебәрәләр. Унда минер була.
Бөйөк Еңеү яуланғандан һуң да ул хәрби хеҙмәтен дауам итә, 1947 йылға тиклем Румынияла боеприпастар келәте мөдире була. “Германияны еңгән өсөн”, Белградты, Будапешты алған өсөн, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары, Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнә.

Виктория Ибраһимова, 9 йәш.

Бына ошондай мәғлүмәттәр тупланы уҡыусыларым. Шулай уҡ Камилла Байбурина өләсәһе Зәкиә Хәлиулла ҡыҙы Насибуллина-Йәнекәйеваның, Александра Зайцева олатаһы Сергей Петрович Кондратовтың портретын эшләне. Сергей Петрович 1904 йылда Өфөлә тыуған. Хәрби званиеһы – өлкән сержант. 1943 йылдың 2 авгусында хәрби заданиены үтәгәндә һәләк була.
Уҡыусыларым Георгий Овсянников, Аделина Кайбышева, Мария Кошкина, Варвара Иванова, Рәсүл Ғафаров, Сафия Мәхсүдова ла күргәҙмәгә үҙҙәренең ижад емештәрен тәҡдим итте. Балаларҙың Бөйөк Ватан һуғышы тарихы, яугир олатайҙарының яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныуы, атай-әсәйҙәрҙең уларға мәғлүмәт туплауҙа ярҙам итеүе һоҡландырҙы.
Эйе, Бөйөк Ватан һуғышы – ул беҙҙең шанлы тарих. Уны һәм ошо тыныс тормош хаҡына ҡан ҡойған батырҙарҙы, ил һаҡсыларын оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Элиза ИБӘТУЛЛИНА,

уҡытыусы.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас