Ветеран
1 Март 2021, 11:30

Бәхетле парҙарҙы ҡотланылар

”Йәзиләнең ысын күңелдән сылтыратып көлөүен оҙағыраҡ ишетәһе ине", - тип көрһөнгәндәй итә Фәтҡулла Абдулла улы.

Өфөлә илле һәм алтмыш йыл татыу ғүмер кисергән тормош юбилярҙарын ҡотланылар. Әлфирә Рапаева ярты быуат элек нисек тулҡынланып ЗАГС тупһаһы аша үткән, әле лә шундай уҡ хис-тойғолар менән аяҡ баҫа. Ғаилә башлығы Рәиф Әхмәт улы ғына ысын ирҙәрсә үҙен тыныс тота. Уларҙың тормошонда икенсе тапҡыр Мендельсон маршы яңғырай...
Юбилярҙарҙың исемдәре ЗАГС-тың Почет кенәгәһендә мәңгелеккә тарихта ҡаласаҡ.
”Илле йыл һиҙелмәй ҙә үтте, ейәндәребеҙҙең йөҙөндә үҙебеҙҙе күрәбеҙ, бүлә-бүләсәрҙәребеҙҙе лә күрергә яҙһа ине,” - тип теләй улар. Әлфирә Кәшфи ҡыҙы француз теленән уҡытһа, Рәиф Әхмәт улы бөтә ғүмерен хәүефһеҙлек хеҙмәтенә арнаған.
Ә Йәзилә һәм Фәтҡулла Биктимеровтар гәүһәр туйҙарын билдәләй. 1961 йылда Тажикстанда танышып, сәстәрен сәскә бәйләгән йәштәр Башҡортостанға ҡайта.
”Йәзиләнең ысын күңелдән көлөүен оҙағыраҡ ишетәһе ине, - тип көрһөнгәндәй итә Фәтҡулла Абдулла улы. – Беҙ бер-беребеҙҙән айырым йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ”. Алтмыш йыл бергә, әйтеүе генә анһат. Күптәргә өлгө булып, һәммәбеҙҙе һоҡландырып, балаларығыҙға ныҡлы терәк булып оҙаҡ йылдар йәшәгеҙ әле, хөрмәтле ветерандар!
Фото:BashNews.
Читайте нас