Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары... Яу юлдарын үткән ҡатын-ҡыҙҙар... Йылдан-йыл улар кәмей бара, сафтары һирәгәйә.
Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан тәүгеләрҙән булып Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәмиғә Ырыҫмөхәмәт ҡыҙы Ырыҫбаеваны йортона барып ҡотланы.
Ветеран 19 йәшендә генә үҙе теләп фронтҡа китә. Куйбышев ҡалаһы янында яуға өйрәтеү курсында уҡығандан һуң, Сталинград фронтынан килгән 227-се дивизияның 637-се һауа-штурм полкы составында Көньяҡ-көнбайыш, 1-се, 4-се Украина фронттарында ҡатнаша. Украина, Польша, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн бихисап орден-миҙалдар менән бүләкләнә.
Фото: Рөстәм Афзаловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.