Мәхмүт бабай ейәндәре менән әңгәмәләшергә әүәҫ, тегеләре лә уның ауыҙына ғына ҡарап тора. Был юлы ниндәй йор һүҙҙәре, ҡыҙыҡлы хикмәттәре менән аптыратыр икән?
Олаталары ҡулына һыу һалынған стаканды тотоп, улар эргәһенә яҡын килде: ”Уландар, ошо стакандың ауырлығы күпме?”- тип һорағас, малайҙар үҙ-ара шыбырлаша башланы.
-200 грамм тирәһе! Юҡ, 300 грамм тирәһелер!- тип шаулашты улар.
-Ярай, балалар, быныһы мөһим түгел. Ошо һорауға яуап ҡайтарһағыҙ, яҡшыраҡ булыр: уны мин бер нисә минут тотоп торғандан һуң нимә булыр?
-Дөрөҫ, бер нисә минут һыулы стаканды тотоп тороуҙан ниндәй хәүеф булһын? Ә бына мин уны ҡулдарымды алға һонған килеш ике сәғәт самаһы тотоп торһам?
- Арыйһың инде, олатай, ауыртыр ҙа әле ҡулдарың...- тип йәлләне ҡарттың һүҙ төбөн әлегә аңламаған балалар.
- Көнө буйы тотоп торорға тура килһә?
- Ҡулың ойор бит, олатай, фалиж һуғып ҡуйыр... Моғайын, дауаханаға барырға тура килер,- тине етди төҫ менән малайҙарҙың иң өлкәне Марат.
- Мин уны көнө буйы ҡулымда тотоп тороуҙан, стакандың ауырлығы үҙгәрерме?- тине ҡарт, хәйләле ҡараштарын ейәндәренә төбәп.
-Юҡ, ни эшләп үҙгәрһен!- тип аптырашты малайҙар.
-Тимәк, миңә ни эшләргә кәрәк, балалар?
-Стаканды өҫтәлгә ҡуйырға кәрәк, олатай! Башым уға ғына етә инде,-тип көлөмһөрәне Йәмил.
- Ысынлап та, дөрөҫ уйлайһың, -тине шатланып Мәхмүт ҡарт. –Тормошта ла тап шулай, берәй проблема, башты ауырттырған мәсьәлә хаҡында бер нисә минут уйлаһаң, ул шунда уҡ һинең күңелеңә инеп ултыра һәм тынғыһыҙлай башлай. Ә бер нисә сәғәт буйы ошо хаҡта уйланаһың икән, ул һине тамам үҙенә буйһондорасаҡ. Көнө буйы уйланһаң, һине йоҡонан яҙҙырасаҡ, эшкә ҡулың бармаясаҡ, сәләмәтлегең ҡаҡшаясаҡ. Ә һыу һалынған “стакан ауырлығы” һис кәмемәйәсәк. Ни эшләргә ҡала инде, балалар? Борсоған мәсьәләнән ҡотолоу өсөн бары уны хәл итергә кәрәк. Күңелдә тынғылыҡ бирмәгән ауыр таштарҙы йөрөтөүҙән файҙа юҡ, проблемаңды хәл ит һәм ситкә һалып ҡуй...